Башҡорт донъяһы
26 Март 2021, 11:30

Каруанһарайға– 175 йыл

Башҡортостан Башлығы ошо датаны байрам итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

2021 йылда Ырымбурҙағы “Каруанһарай” тарихи-архитектура комплексының 175 йыллығына арналған саралар уҙғарыла. Башҡортостан Республикаһы Башлығы ошо датаны байрам итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, Хөкүмәт вице-премьеры Азат Бадранов рәйеслегендә сараларға әҙерләнеү һәм уларҙы үткәреү буйынса республика ойоштороу комитеты составы раҫланды.
Ырымбурҙағы тарихи-архитектура комплексы 1837 – 1846 йылдарҙа ирекле иғәнәләр иҫәбенә төҙөлә. Унда Башҡорт-мишәр ғәскәрҙәре командующийы канцелярияһы, Ырымбурға эш буйынса килгән башҡорттар һәм мишәрҙәр өсөн ҡунаҡхана, башҡорттар өсөн оҫтахана һәм мәктәп урынлаштырыла. Комплекс Башҡорт халыҡ йортонан һәм мәсеттән тора. 1917 – 1918 йылдарҙа Каруанһарай бинаһында республика хөкүмәте резиденцияһы һәм башҡорт ғәскәрҙәре штабы урынлаша.
Фото: https://www.bashinform.ru/m/news/1574136
Читайте нас