Башҡорт донъяһы
26 Март 2021, 09:10

Ыҡ, Танып буйы башҡорттары

Улар милли үҙаңын юғалтмаған.

Һуңғы ваҡытта матбуғатта һәм төрлө йыйылыштарҙа йыш ҡына төрлө төбәктә йәшәгән башҡорттарҙың этносы һәм теле тураһында төрлө һүҙ ишетергә мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай хәбәрҙе Башҡортостандың тарихын һәм этнографияһын белмәгән, теләкте ысынбарлыҡ итеп күрһәтергә тырышҡан кешеләр һөйләй.


Йыш ҡына төньяҡ-көнбайыш башҡортта­рының телен татар теле тип нигеҙһеҙ раҫлаусылар бар. Ғилми һәм башҡа әҙәбиәтте уҡығандар асыҡ белә: уларҙың һөйләше башҡорт теленең диалекты булып тора. Һәр халыҡ үҙенең туған телендә һәм диалектында уҡырға, яҙырға ынтыла, шуға ла көнбайыш башҡорттары диалектында уҡытыуҙы ойоштороу мотлаҡ. Ә бының өсөн ошо диалектта сығарылған дәрес­лек­тәр һәм әсбаптар булһын. Бында инде ғалимдар һәм уҡытыусылар үҙ һүҙен әйтергә тейеш.


Ҡайһы бер осраҡта XVIII – XIX быуаттарҙағы тарихи мәғлү­мәттәргә дөрөҫ аңлатма бирелмәй һәм был төбәктәге этнодемографик хәл аныҡ яҡтыртылмай.


Элекке Өфө губернаһы Минзә­лә өйәҙенең башҡорттары хаҡын­да тарихи мәғлүмәттәргә мөрә­жәғәт итәйек. Был хаҡта Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Өфө архивтарында байтаҡ документ һаҡ­ланған. Ыҡ йылғаһы буйында борон-борондан төрлө халыҡтар йәшәгән. Археологик һәм этнографик мәглүмәттәр буйынса, беҙҙең эраның тәүге бер меңенсе йылдарының уртаһында Ыҡ йылғаһының урта һәм түбәнге ағымында фин-уғыр ҡә­биләләре йәшәгән. Сама менән ошо осорҙа көньяҡтан күскән халыҡтар инеп ултыра башлаған. Меңенсе йыл­дың икенсе ярты­һында бында Волга болғарҙары һәм уғыр-мадъярҙар күсеп килгән. Күсмә төркиҙәр һәм болғар-уғыр-мадъяр ҡәбиләләре боронғо башҡорт хал­ҡының нигеҙен тәшкил иткән дә.


XVI – XIX быуаттарҙа Ыҡ буйында бүләрҙәр, байләр, юрмый­ҙар һәм иректеләр йәшәгән. Этнографик, тарихи, лингвистик һәм башҡа сығанаҡтарҙы ентекләп өйрәнеү һөҙөмтәһендә Ыҡ баш­ҡорт­тарының этник составын һәм тарихын профессор Р. Кузеев ентекләп өйрәнде. Уның феке­ренсә, бүләр нәҫеленә – мышыға һәм ҡадир ырыуҙары, байләр нәҫеленә сураш, һалағош һәм ҡалмаш ырыуҙары ингән. Был нәҫелдәр Ыҡ буйында күрше йәшәгән. Байләрҙең үҙәге Минзәлә йылғаһы буйында булған. Юрмый нәҫеле ырыуҙарға бүленмәгән. Ул Ыҡ йылғаһының урта ағымында йәшәгән һәм уларҙың ырыу-нәҫел биләмәләре йылғаның уң яғында булған. Иректе нәҫеле башҡорт­тары ҡара табын һәм көнбайыш табындарҙың вариҫы булып тора. Улар XV быуат аҙағында һәм XVI быуат башында Ҡазан ханлығы сигенә күсеп ултырған һәм ханға хеҙмәт иткән. Иван Грозный Ҡаҙанды алғас һәм Башҡортостан Рус дәүләтенә үҙ теләге менән ҡушылғас, иректеләр XVI быуат аҙағында Танып йылғаһының уң яғына күсеп килгән һәм шунда мәңгегә урынлашҡан.


Ыҡ башҡорттарының XVII быуатта күпме булыуы хаҡында мәғлүмәттәр юҡ. XVIII быуат башында, Р. Кузеевтың мәғлү­мәтенсә, юрмыйҙар – 6 мең, байләр 9 мең булған. XVIII быуат аҙағына Минзәлә өйәҙенең этник картаһы рустарҙың колониаль сәйәсәте арҡаһында бик ныҡ үҙгәрә. Мәскәүҙә үҙәк архивта “Экономик иҫкәрмәләр” һаҡлана. Был иҫкәрмәләр XVIII быуаттың икенсе, XIX быуаттың беренсе яртыһында Рәсәйҙең бөтә губерналары һәм өйәҙҙәре буйынса ерҙәрҙең бүленешенә мәғлүмәт бирә. Уларҙа ошо осорҙа илебеҙҙең халыҡ һаны, уларҙың йәшәү территорияһы, хужалыҡ эшмәкәрлеге хаҡында ҡиммәтле мәғлүмәттәр ҙә бар.


Ошо “Экономик иҫкәрмәләр”ҙә Минзәлә өйәҙенең этнодемографик хәле хаҡында ентекле мә­ғлүмәттәре айырыуса ҡиммәтле. Бишенсе ревизия (1795 йыл) мәғлүмәттәре буйынса өйәҙҙә 83911 мең кеше иҫәпләнгән. Шуларҙың 16015-е – башҡорт (бөтә халыҡ­тың 19,2 проценты). Башҡорттар, нигеҙҙә, Байләр, Бүләр, Гәрәй, Йәнәй, Иректе, Ҡырғыҙ һәм Һарайлы-Мең улыстарында йәшәгән. Саф башҡорт ауылдары айырыуса Гәрәй улысында күп булған. 1801 йылда Лисицын тарафынан Таҡталасыҡ һәм Аҙакүл түбәлә­рендә йыйылған мәғлүмәттәр һаҡланған.


Таҡталасыҡ түбәһенең Үрге Таҡталасыҡ, Иҫке Гәрәй, Тамурҙа, Балтас, Теләкәй, Йымалы, Бурһыҡ ауылдарында гел башҡорттар көн иткән. Типтәрҙәр Түбәнге Таҡта­ласыҡ, Түбәнге Мерәҫ ауылдарында ғына булған. Аҙакүл түбәһенең Аҙакүл, Ҡуян, Аҡтанышбаш, Ураҙай, Шәрип, Мерәҫ, Тимкәй, Балтас, Демәш һәм Зиәш ауылдарында ла башҡорттар йәшәгән. Аҙакүл ауылында – бер, Зиәштә – ике генә типтәр ғаиләһе булған.

Башҡа улыстарҙа башҡорттар һәм уларға һыйынған татарҙар, типтәрҙәр бергә көн иткән. Был халыҡтарҙың әкренләп бер-береһенә үтеп инеүенә һәм аралашыуына телдәрҙең һәм мәҙәниәттең яҡын булыуы, бер үк динде тотоуы булышлыҡ иткән. Бында инде башҡорттар тамам ултыраҡ тормошҡа күсә, игенселек менән шөғөлләнә. Байләр улысының Балағош түбәһендәге 13 ауылда бөтәһе 284 йорт (1984 кеше) булған. Шуларҙың 173 йорто (1251 кеше) башҡорт, 103 йорто (688 кеше) типтәр һәм ни бары 8 йорт (45 кеше) татар булған.


1800 йылда Байлар улысының Турай түбәһендә ҡатнаш ауыл­дарҙа 93 башҡорт ихатаһы, Ирекле улысының Әбделбә түбәһендә 20 ауылда 56 башҡорт йорто иҫәп­ләнгән. Ә бына Һарайлы-Мең һәм Байләр улысының 75 ауылындағы 1721 ихатаның 433-ө башҡорт­тарҙыҡы һаналған. Башҡа йорт­тар­ҙа типтәрҙәр, татарҙар, яһаҡ түләгән башҡа халыҡтар йәшәгән.


XIX быуаттың тәүге яртыһында башҡорттарҙың һаны артҡан. Мәҫәлән, Санкт-Петербургтың Гео­графия йәмғиәте архивында һаҡланған мәғлүмәттәр буйынса, Минзәлә өйәҙендә башҡорттар 23492 кеше иҫәпләнгән. 1862 йылда был өйәҙҙә башҡорт ғәскәрҙәре сиктәрендә башҡорттар һаны 60435-кә етә. Статистика мәғлү­мәттәре буйынса бында төпләнгән һәр йөҙ кешенең 39-ы башҡорт була. XX быуат башына халыҡтың күпме булғанын аныҡ ҡына әйтеүе ҡыйын, сөнки мәғлүмәттәр юҡ.


1912 – 1913 йылдарҙа үткәрел­гән ихаталар буйынса иҫәпкә алыуҙа Минзәлә өйәҙендә 31 улыс булған. Һәр улыста күпме башҡорт йәшәгәне билдәле. Дөйөм алған­да, шул осорҙа унда 154 мең 324 башҡорт йәшәгән. Әгәр ҙә өйәҙҙә бөтә халыҡтың 458 мең 239 кеше булыуын иҫәпкә алһаҡ, башҡорт­тарҙың иҫәбе ярайһы уҡ тос ҡына. Башҡорттарҙан тыш өйәҙҙә 135150 рус, 93403 татар, 36783 типтәр, 26058 суҡындырылған татар, 6151 мордва, 3922 сыуаш, 2448 мари йәшәгән.


Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, халыҡ һаны буйынса өйәҙҙә XX быуат башына башҡорт­тар беренсе урында торған. Ошо уҡ нис­бәт 1920 йылға тиклем һаҡланған. Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙендә башҡорттар – 156789, рустар – 135120, татарҙар – 122927, тип­тәрҙәр 36783 кеше иҫәпләнгән.


Шулай итеп, Минзәлә өйәҙендә башҡорттарҙың үҫеш дина­мика­һына күҙ һалайыҡ: 1795 йыл – 6015, 1822 йыл – 23492, 1862 йыл – 60435, 1912-1913 йылдар – 154234,1920 йыл – 156789 кеше. Был мәғлүмәттәр демографик үҫеш закондарына тап килә, ләкин 1920 йылда тығыҙ төркөм булып йәшәгән башҡорт ауылдары Татар АССР-ына бирелә. Был инде артабан Минзәлә башҡорт­тарының этник төркөм күрһәткес­тәренә кире йоғонто яһай. Ошонда инде дәүләт-административ фак­тор­ҙың кире йоғонтоһо күренде: ул бер халыҡтың икенсеһен йотоуына килтерҙе. Бик күптәр һа­ман да милли үҙаңын юғалтмаған, үҙҙәрен башҡорт тип иҫәпләй, үҙҙәренең көнкүреше, мәҙәниәте, теле буйынса ла улар беҙгә бик яҡын.


(“Башҡорт ырыуҙары” кита­бы­нан ҡыҫҡартып алынды.

Ҡыҫҡаса тарихи-этнографик очерктар, “Китап”, 1998 йыл).


Юрмый


“Асылыҡай буйы, ай, аҫылташ,

Юрмый буйҡайҙары ҡырсынташ”.

(Халыҡ йырынан).


Кемдәр бында элек көн иткәндер?

Кемдәр йырлағандыр был ярҙа?

Боронғонан ҡалған һағыштарҙы

Насип булды микән табырға?


Бөгөн бында Мең ҡәүеме йәшәй,

Ә күл аша – Ҡаңны ырыуы.

Тыуған яғын һағынып моңланғандыр

Ерһерәгән Юрмый йырауы.


“Асылыҡай буйы, ай, аҫылташ” –

Кем һуң ғашиҡ булмаҫ был күлгә?

“Эскәйҙәрең бошһа, күңел ас” тип

Кемдер ерен иҫләп тилмергән.


Ҡайҙа йәшәй икән хәҙер улар?

Ил йөҙөндә кем һеҙ, юрмыйҙар?

Һеҙҙән ҡалған бөртөк ҡан мин тиһәм,

Кемдәр икән бөгөн танырҙар?


Әлмәтмулла төбәгенән килеп,

Ырыҫ тапҡанһығыҙ был яҡта.

Аҫабалар үҙ башҡортон таный –

Балҡыған бит һеҙҙең усаҡ та.


Иман таратам тип килгән бабам

Уртланымы икән Зәй һыуын?

Бында килеп Шаҡа буйҙарында

Баҫҡандыр ул йөрәк ярһыуын.


Ауылымда тәүге намаҙҙы ла

Уҡығандыр минең олатам.

Нисә быуат аша зекерҙәре

Йөрәгемә ҡаға йыраҡтан.


Нисәмә быуат аша сәләмдәре

Китап булып ҡайта илемә.

Шәжәрәнең рухлы ауаздары

Ҡеүәт өҫтәр ҡәүем түленә.


“Юрмый буйҡайҙары ҡырсынташ” ти,

Иҫтәлеккә алам бер ташын.

Бәлки, танып ҡалыр шул тамғанан –

Йөрәк хәбәремдән ҡәрҙәшем.


Эскәйҙәрҙең бошҡан саҡтары бар,

Шатлыҡ тулды бөгөн эсемә.

Умартаға ҡорттар йыйылғандай,

Юрмыйҙарым ҡайта күсенә.


Бер ус тупраҡ илтеп һалайымсы –

Рухы тыныс булыр бабамдың.

Ул уҡыған доға ҡеүәтенән

Тамырымды барлап табалдым.


Лариса АБДУЛЛИНА
Читайте нас