Башҡорт донъяһы
30 Март 2021, 16:08

Нәҫел-туғанлыҡ ептәре өҙөлмәһен!

Быуын сылбырҙарының ныҡ булыуы зарур.

Ҡариҙел районы ауылдары аҫаба башҡорт ерҙәрендә – элек Унлар, Йәлдәк, Танып улыстары урынлашҡан төбәктә нигеҙләнгән. Унлар улысы Йәнсәйет һәм Байҡы түбәләренә бүленгән. Байҡы түбәһенә аҫаба башҡорт Яҡуп, Ташмәсет, Хәлил, Иҫке Аҡбүләк, Яңы Аҡбүләк, Юлдаш, Туйыш, Тегермән, Абдулла ауылдары ҡарай. Бөгөнгө геройым иһә – Ҡариҙел районының Яҡуп ауылында тыуып үҫкән, әле ошо уҡ райондың Магинск ауылында йәшәгән Миләүшә Абдрафиҡова.



Олатайҙан күргән – уҡ юнған...


Был яҡтарға беренсе тапҡыр барғандар бик үҙенсәлекле һөйләшкә шаһит була. Олатайҙы Ҡариҙел районында – ҡартатай, өләсәйҙе ҡартый тиҙәр. Шуға Миләүшә менән әңгәмә­ләшкәндә бындағы үҙенсәлекле һөйләш тураһында әңгәмәләшмәү, тарихи үткәндәргә туҡталмау мөмкин түгел ине. Һүҙебеҙ күберәк уның олатаһы – ҡартатаһы – Мөғин Мөғин улы Шәмғетдинов хаҡында барҙы.
Мөғин Мөғин улы 1912 йылда Ҡариҙел районының Яҡуп ауылында тыуған. Буй еткергәс, Алыҫ Көнсы­ғышта хеҙмәт иткән. Артабан ул тыуған районында Киров исемендәге колхоз рәйесе булған. “Уның улы Әлфит Мөғин улы ла ауыл хужа­лығындағы ҡаҙаныштары өсөн “Почет Билдәһе” һәм Октябрь рево­лю­цияһы ордендары менән наград­ланған. Ул да ошо хужалыҡҡа етәкселек иткән”, – тип һөйләй Миләүшә.
Тағы бер хәл тураһында айырым әйтеп үтке килә: Мөғин Шәмғетдинов 1939 йылда Байҡыбаш районы колхозсыларынан торған ҙур бригадаһы составында Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнашҡан. Ошо осорҙа төшөрөлгән фотоһүрәт ғаиләлә әле лә бик ҡәҙерләп һаҡлана.

Артабан Мөғин Мөғин улы совет-фин һуғышында ҡатнашҡан һәм, унан ҡайтҡас, тыуған яғында ауыл Советы рәйесе булып эшләгән. Ә Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына саҡырылған. Гвардия лейтенанты 58-се гвардия полкының батарея командиры булған.
Тиҙҙән Бөйөк Еңеүгә 76 йыл тулыуҙы билдәләйәсәкбеҙ. Шанлы һуғыш йылдары, илебеҙҙе фашис­тарҙан азат итеүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән Башҡорт кавалерия дивизияһы һәм уның командиры генерал-майор Миңлеғәле Шаймо­ратовтың ҡаһарманлығы бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Беле­үе­беҙсә, Миңлеғәле Минһаж (Минһа­жетдин) улы Шайморатов (1899 — 1943) — генерал-майор, Рәсәй Геройы, граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, атаҡлы 112-се (һуңынан 16-сы Чернигов гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры. Тап бына ошо данлы яҡташыбыҙҙың ҡулы аҫтында Мөғин Мөғин улы Тыуған илен фашистарҙан ҡотҡарыуҙа ҡатнаша.
1943 йылдың 23 февралендә, дошман тылындағы оҙайлы рейдтан һуң, фронт һыҙығынан сыҡҡан ва­ҡыттағы тиңһеҙ һуғыштарҙа Ҡариҙел батыры Мөғин Шәмғетдинов һәләк булған. Әйткәндәй, был хаҡта С. Ҡа­диров үҙенең китабында былай тип яҙып ҡалдырған: “Бер нисә орудиебыҙ дошман танкыларына ҡаршы ут асты. Батарея командиры гвардия лейтенанты Мөғин Шәмғет­динов танктарға тура атып, уларҙың береһенә тейҙерҙе. Тик гвардия лейтенантын немец һалдаттары уратып алды. Шул ваҡытта ул дошмандарға һуңғы гранатаһын ташланы. Бер нисә немец һалдаты һәләк булды, Шәмғетдинов­тың да ғүмере өҙөлдө”.


Сәмселлек, тырышлыҡ – заттан!


Бына ошондай ҡурҡыу белмәҫ, Тыуған иленә дошман ябырыл­ғанда, уны һаҡларға тип ашҡынған Мөғин Мөғин улының бүләсәре Миләүшә лә ҡартатаһы кеүек ныҡышмал, тырыш, сәмсел һәм тәүәккәл. Шуғалыр ҙа, биш йәше тулғас, ул мәктәпкә уҡырға барған һәм уны алтын миҙалға тамамлаған. “Ҡартыйым да бик яҡшы уҡыған, документтарын медицина училищеһына тапшырған булған. Тик инәһе ҡаты сирләп киткәс, ике ҡустыһын ҡарар өсөн уҡырға бара алмаған. Иптәш ҡыҙы ҡышҡы каникулға ҡайтҡанда документтарын кире килтереп биргән.
Ғүмер буйы ул колхозда эшләгән. Ә беҙгә ҡартыйым математиканан мәсьәләләрҙе сисергә ярҙам итә ине. Әле лә китаптар уҡый. Яңыраҡ “Бөйрә­кәй”ҙе уҡып сыҡты. Шунан ул ошо әҫәр хаҡында беҙҙең менән һөйләшеп, бәхәсләшеп тә алды”, – тип йылмая әңгәмәсем. “Атайым бик иртә китте яҡты донъянан. Ҡартыйым терәгебеҙ булды. Әйткән­дәй, инәйемә ҡарағанда, унан нығыраҡ ҡурҡабыҙ. Әммә икеһен дә берҙәй хөрмәт итәбеҙ”, – тине Ми­ләүшә. Белем усағын тамамла­ған­дан һуң, оҙаҡ уйлап тормай ул: М. Аҡмулла исе­мендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына башҡорт филоло­гияһы факультетының башҡорт-рус бүлегенә уҡырға инә. Ә уны тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Ҡариҙел районының Магинск ауылына эшкә килә. Башта башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Һуңғараҡ балаларҙы рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта башлай. 2016 йылда республикала үткәрелгән “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсында ла үҙен һынап ҡарай Миләүшә.
“Шулай итеп, ҡартыйым – Мөғин ҡартатайҙың оло балаһы Ғәйниә. Йыш ҡына уның эргәһендә булырға, туғанлыҡ ептәре тураһында ентекләберәк белергә ынтылам”, – тип үҙенең уй-тәьҫораттары менән дә уртаҡлаша әңгәмәсем.
Уҡытыусы Миләүшә Абдрафи­ҡованың тырыш хеҙмәтен респуб­ликаның Мәғариф һәм фән ми­нистр­лығы, Ҡариҙел районы хаки­миәте, уның мәғариф бүлеге маҡтау грамота­лары, рәхмәт хаттары менән билдә­ләгән. Уҡыусылары ла республика, хатта ил кимәлендәге төрлө бәйге­ләрҙә даими ҡатнаша. Мәҫәлән, Никита Анохин йәш шиғыр һөйләүсе­ләрҙең Бөтә Рәсәй “Йәнле классика” конкурсының төбәк этабында “Иң йәш оҫта” номинацияһында еңеп сыҡ­ҡан. Өҫтәүенә, Миләүшә Фәғил ҡыҙы уҡытҡан балаларҙың рус теле һәм әҙәбиәте буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы балдары ла юғары. Баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡанда ла призлы урындарҙы йыш яула­ған­дар. Мария Феденева, Инна Нурисламова, Бөйөк Ватан һуғышына арнал­ған шиғырҙарын уҡып, беренсе урын алған. Миләүшә Абдрафиҡова үҙе лә, ошо шиғыр һөйләүселәр конкурсында ҡатнашып, икенсе урынға сыҡҡан.
“Ғаиләм – ҡәлғәм. Ниндәйҙер уңыштарға өлгәшәм икән, бында һәр саҡ терәк-таянысым булған ирем Илгиз менән улым Самирҙың да өлөшө баһалап бөткөһөҙ”, – ти тәжрибәле уҡытыусы. Әйткәндәй, улы Самир ҙа – уҡыу алдынғыһы. Ул әле Магинск урта мәктәбенең VIII класында белем ала. Ә ире Илгиз “ГИП-Электро” яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәтенең Магинск ауылындағы филиалында водитель-электрик булып эшләй. “Күптән хыялланған ҙур йортобоҙҙа йәшәүгә барыбер бер ни етмәй! Донъябыҙ имен, тормошобоҙ тыныс, йәшәүебеҙ мәғәнәле, барлыҡ яҡын­дарыбыҙ бәхетле булһын!” – ти Ҡариҙел ҡыҙы. Тыуған ерендә йәшәгән һәм эшләгән уҡытыусының киләсәк тормошо ла ҡыуаныслы мәлдәрҙән генә торһон!

Ҡариҙел районы.
Читайте нас