Башҡорт донъяһы
2 Апрель 2021, 09:44

"Хәрәкәт артабан да дауам итер, тип ышанабыҙ"

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова:– “Айыҡ ауыл” конкурсы республика­быҙҙа тәүҙә 2011 – 2014 йылдарҙа үткә­релә. 2019 йылдан проект Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән яңынан тергеҙелде, сөнки ул мөһим тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Ҡатнашыусы­ларҙың күп булыуы, конкурсанттарҙың был бәйгегә етди әҙерләнеүе һәм ауылдарҙа яйлап булһа ла айыҡлыҡ алғы планға сығыуы, тормоштоң ыңғай яҡҡа үҙгәреүе ошо турала һөйләй.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова:

– “Айыҡ ауыл” конкурсы республика­быҙҙа тәүҙә 2011 – 2014 йылдарҙа үткә­релә. 2019 йылдан проект Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән яңынан тергеҙелде, сөнки ул мөһим тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Ҡатнашыусы­ларҙың күп булыуы, конкурсанттарҙың был бәйгегә етди әҙерләнеүе һәм ауылдарҙа яйлап булһа ла айыҡлыҡ алғы планға сығыуы, тормоштоң ыңғай яҡҡа үҙгәреүе ошо турала һөйләй.
“Айыҡ ауыл-2020” бәйгеһе былтыр август айында башланды. Быйыл ул Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырылды. Тағы ла шуны билдәләп үтергә теләйем. 2019 йыл еңеүселәрен билдәләү тантанаһында республика етәксеһе Радий Хәбиров приз фондын ун тапҡырға арттырыу тураһында белдерҙе. Был бик яҡшы күренеш. Быйыл беренсе урын яулағандар бишәр миллион һум, икенселәр – өсәр, өсөнсө урындар икешәр миллион һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ буласаҡ. Был аҡса ауыл биләмәһен төҙөкләндереүгә йүнәлтелә.
Быйылғы конкурс бик юғары кимәлдә үтте, тип тулы ышаныс менән әйтә алам. Беренсенән, барлыҡ илле дүрт район да ҡатнашты, муниципаль этапҡа сыҡҡан ауылдар ике меңдән ашып китте хатта. Һәр районда айыҡ һәм сәләмәт тормош рәүешен пропагандалаған саралар ойошторолдо, хәмер һатыусыларға ҡаршы рейдтар уҙғарылды. Бәйге халыҡтың берләшеүенә, кәңәшләшеп эш итеүенә этәргес булды.
Икенсе турға һәр райондан берешәр ауыл сыҡты, улар баһалама ағзалары алдында үҙ проекттарын яҡланы. Эксперттар комиссияһы асыҡ сығышты ғына түгел, йыл дауамында алып барылған эштәрҙе лә баһаланы. Эш һөҙөмтәлелегенең төп критерийҙары – тыуым һәм үлем күрһәткес­тәре, махсус иҫәптә тороусы ғаиләләр һаны, алкоголь һатыуҙан баш тартҡан магазиндар һәм башҡалар ине. Эксперттар, жюри ағзалары конкурсант­тарҙың эшмә­кәрлеген, ғаризаларҙы, йомғаҡлау материалдарын өйрәнеү һәм баһалау буйынса ҙур эш башҡарҙы. 54 ауыл араһынан ун икене генә һайлап алыу бик ауыр булды, сөнки ҡайһы бер ауылдарҙың күрһәткесе бер-ике балл менән генә айырыла ине. Шулай ҙа был бәйгелә иң мөһиме – еңеү түгел, ә ауыл халҡының бер уйлы, бер фекерле булыуҙары, ойошҡан рәүештә сәләмәт тормош өсөн көрәшеүҙәре, киләсәк хаҡында борсолоуҙары.
Бәйге тамамланғас та был саралар онотолоп ҡалмаҫ, хәрәкәт артабан да дауам итер, тип ышанабыҙ. “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашҡан һәр бер ауыл халҡына бөгөнгөбөҙ өсөн битараф булмағанығыҙға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ауылдар яҙмышы өсөн яуаплылыҡты иңегеҙгә алыуығыҙ – үҙе еңеү, оло мәртәбә.
Читайте нас