Туймазы районының Кәкребаш ауылында “Ҡусҡар” башҡорт милли кейеме буйынса оҫталыҡ дәресе менән үрелеп барған сәхнәләштерелгән тамаша булып үткәне тураһында сайттыбыҙҙа, гәзит биттәрендә ҡыҫҡаса яҙып киткәйнек инде. Башҡорт милли кейеменең боронғо өлгөләре тураһында күҙалларға мөмкинлек биргән, хәҙерге, замансалаштырып эшләнгән, шулай уҡ сәхнә өлгөләре менән таныштырған йөкмәткеле сара тураһында тулыраҡ яҙма тәҡдим итәбеҙ.
Башҡорт милли кейеме – ул халыҡтың матди-мәҙәни мираҫының сағыу кәүҙәләнеше, донъяға үҙенсәлекле ҡарашының сағылышы. “Башҡорт кейемендәге һәр деталгә ниндәйҙер мәғәнә һалынған, ундағы һәр биҙәк тәрән, хатта сакраль мәғәнәгә эйә, – ти “Селтәр” башҡорт милли кейеме студияһы етәксеһе Фатима Хәйретдинова. – Биҙәктәр тәбиғи ерлеккә нигеҙләнгән, төрлө сәскә, ҡош, хайуан һындары урын алыр булған”.
Кәкребаш ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Зөләлә Рәйес ҡыҙы Төхвәтуллина башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының сағыу ҙа, күркәм дә кейем өлгөләре менән рухланып, уның тураһында йөкмәткеле итеп үҙенсәлекле тамаша ҡорорға ниәт итә. Әлеге башланғысы район хакимиәте, айырып әйткәндә, мәҙәниәт бүлеге, уның етәксеһе Рәмзин Рәфҡәт улы Әбсәләмовта ла хуплау таба. Шулай итеп, яҙ башының бер көнөндә Туймазы районының Кәкребаш ауылында үҙенсәлекле байрам ойошторолдо ла.
“Ҡусҡар” башҡорт милли кейеме буйынса оҫталыҡ дәресе” тигән сәхнәләштерелгән сағыу тамашаға ҡунаҡтар, бихисап милли кейем оҫталары йыйылды. Улар араһында район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәмзин Әбсәләмов, “Тамға” ижади берләшмәһе етәксеһе, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары кейемен өйрәнеп, уны этнографик нөсхәгә нигеҙләнеп тергеҙгән, таратыуға күп көсөн һалған Зөлфиә апай Краснова, Өфөнөң “Селтәр” башҡорт милли кейеме студияһы етәксеһе Фатима апай Хәйретдинова, ойошма ағзалары Әлфиә Әхтәриева, Ғәбиҙә Вәлиева апайҙар, билдәле йырсы “Без – башҡортлар” ойошмаһы ағзаһы, Туймазы районы шәжәрәһе буйынса вәкил Альберт Исмаил да бар ине.
Йыр-бейеү менән үрелеп барған тамашала замансалаштырылған, йәғни стилләштерелгән кейемдәрҙән торған дефиле ҡарарға мөмкин булды. Төп иғтибар, тәбиғи, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының традицион кейеменә бирелеп, уның айырым төбәктәргә хас үҙенсәлектәре, тарихы менән таныштырып үттеләр.
Башҡорт милли кейеме тураһында һүҙ алып барғанда, бик мөһим мәғлүмәтте күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Ғалим-этнографтар уны ете локаль төргә бүлә. Һәр береһе үҙенсәлекле; айырым бер төбәккә хас тегелеше, биҙәктәре, нағыштары, туҡымаһы буйынса ла айырылырға мөмкин. Бына улар:
– төньяҡ-көнсығыш башҡорттары кейеме;
– төньяҡ-көнбайыш башҡорттарыныҡы.
“Ҡусҡар” тамашаһында ошо ете төбәккә хас милли кейемде күрһәтергә тырыштылар. Уларҙың ҡайһы бер айырмалыҡтарын һүрәтләүгә туҡталып китәйек.
1. Төньяҡ-көнсығыш яҡта (Әй, Йүрүҙән, Үрге Ҡариҙел буйҙары) йәшәгән йәш башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеменең үҙенсәлекле һыҙаты: улар күлдәк өҫтөнән алъяпҡыс бәйләгән, өлкәнерәктәр камзул (бишмәт) кейгән. Алъяпҡыс башта эш өҫтөндә кейә торған әйбер булып йөрөһә, тора-бара уның күркәм итеп биҙәлгән байрамса төрө лә танылыу алған. Трапеция рәүешендәге, тотошлайы менән тәңкәләрҙән торған биҙәүес – оҙон муйынса түште муйындан алып билгә тиклем ҡаплап торған. Бишмәт, башҡа өҫ кейемен бер төҫтәге туланан теккәндәр, улар тәңкәләр менән дә, сигеп тә биҙәлгән.
2. Көньяҡ-көнбайыш (Дим буйы) башҡорттарының кейеме затлылығы менән айырылып торған. Кейем нигеҙе – балитәкле күлдәк сигеп биҙәлер булған. Өҫтөнән мәрйен, тәңкәләр менән биҙәлгән оҙонса түңәрәк рәүешендәге һаҡал (ҫаҡал) кейелгән.
3. Көньяҡ-көнсығыш башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейеме тегелеше, төҫө яғынан тыйнаҡ булған. Кейем өсөн башлыса тула баҫҡандар: көндәлек өҫ кейемен тегергә мәллә (русса – грубое сукно), ә байрамсаһына буҫтау (русса – тонкое сукно) тотонолған. Киндерҙән тегелгән күлдәкте ҡыҙыл, йәшел, зәңгәр, һирәк саҡта һары буяуға манғандар. Көндәлек тормошта кәзәкей, байрамда елән кейгәндәр.
4. Үҙәк кейем комплексына Инйәр буйы башҡорттарыныҡы ҡарай. Өҫ кейеме – елән. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың төп биҙәүесе – трапеция рәүешендәге йә яртылаш түңәрәк һаҡал. Йәштәрҙең тағы бер биҙәүесе – елкәлек. Кейем тегеүҙә, биҙәүҙә йәнлек тиреһе лә киң ҡулланылған.
5. Көнсығыш (Урал аръяғы) башҡорттары кейеме тураһында һөйләгәндә, уны башҡа яҡ кейеменән айырып торған кәләпүш – бейек, йомро түбәле бүректе телгә алыр кәрәк. Уға елкәне, ҡолаҡ һәм яурынды ҡаплап торған япма беркетелгән. Кәләпүште башкейем тип тә атағандар. Ул, ҡашмау кеүек үк, мәрйен, тәңкәләр менән биҙәлер булған. Ҡурған башҡорттарын башҡа яҡтарҙан айырып торған биҙәүестәр –түште ҡаплап торған яға, арҡаға төшөп торған иңһәлек.
6. Һамар-Ырғыҙ башҡорттарында ир-аттар – кәзәкей, ә ҡатын-ҡыҙҙар елән кейгән, яулыҡ, шәл ябынған. Биҙәүестәрҙән селтәр ҙә, һаҡал да таҡҡандар. Йылы кейем туланан, йәнлек тиреһенән тегелер булған.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың яратҡан биҙәүесе көньяҡ-көнсығыштың селтәренә лә, көньяҡ-көнбайыштың һаҡалына ла оҡшаған. Муйынға мунсаҡ, мәрйен таҡҡандар. Йәштәр оҙонса түңәрәк йә өсмөйөш рәүешендәге елкәлек тә кейгән. “Һамар өлкәһе башҡорттары милли үҙаңды юғалтмай, халыҡтың традицион матди һәм рухи байлығын бөгөнгә тиклем ҡәҙерләп һаҡлап килә”, – тип еткерҙе тамашасыға байрамды ойоштороусылар.
Иң аҙаҡтан сараны ойоштороусы хужалар – төньяҡ-көбайыш башҡорттарына һүҙ бирелде.
7. Төньяҡ-көнбайыш башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары туҡыусылыҡ менән шөғөлләнгән. Киндерҙән ирҙәр күлдәге, ыштан, алъяпҡыс, өҫ кейеме теккәндәр. 19-сы быуат ахырында ҡатын-ҡыҙҙар күлдәгенә бил тәңгәлендә яҫы әүеркә ҡуйыу таралған. Күлдәктәр башлыса ҡыҙыл йә һары төҫтәге туҡыманан тегелгән. Биҙәүестәрҙән һырға, сәсҡап, арҡалыҡ, дәүәт, яғасылбыры таҡҡандар. Ирҙәге ҡатындар “франсуз яулыҡ”, ә әбейҙәр яурынды ҡаплап торған аҡ төҫтәге ҡыйыҡса ябынған. Ҡатын-ҡыҙ кейемен бер нисә төрлө ҡалпаҡ тулыландырып торған. Ҡыҙҙар иһә таҡыя кейгән.
Сарала төньяҡ-көнбайыш башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының боронғо кейем өлгөләре менән бергә заманса итеп тегелгән, йәғни стилләштерелгән варианттары ла күрһәтелде. Уларҙың авторы – исеме таныла барған дизайнер-этнограф, “Тамға” ижади берләшмәһе етәксеһе, район-ҡала, республика, төбәк-ара конкурс, фестивалдәр лауреаты Зөлфиә Рәшит ҡыҙы Краснова.
Башҡорт милли кейеменә бағышланған был сара талантлы туймазыларҙың йыр-бейеүҙәре менән биҙәлде. Бында ҡурай, башҡорт халыҡ йырҙары яңғыраны, үлемһеҙ “Ете ҡыҙ” сәхнәне иңләп, тамашасыны әсир итте.
Шәп башланғыстарҙы ауыл хакимиәте башлығы Рузил Байраҡ улы Ғафаров йөҙөндә урындағы хакимиәт тә, район хакимиәте лә күтәрмәләп, дәртәләндереп, хуплап торғас, эш тә ырай, халыҡтың ҡыҙыҡһыныуы ла арта. Кәкребаштарға, яңынан-яңы идеялар менән янған ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Зөләлә апай Төхвәтуллинаға илһам ташламаһын, тип теләргә ҡала.
“Кәкребаштар бик әүҙем. Улар милли сараларҙа ихлас ҡатнаша, шәжәрә менән тәрән ҡыҙыҡһына. Был тарафтан күп материал йыйылды, хәҙер Кәкребаш халҡы шәжәрәһен дөйөм бер китап итеп сығарырға ла була, йәғни ауылдағы һәр ғаиләнең үҙ шәжәрәһе булыр, тип уйлайым”.
“Милли кейем – беҙҙең ғорурлығыбыҙ, ул беҙҙең халҡыбыҙ тарихы, мәҙәниәтебеҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ тураһында һөйләгән изге мираҫ.
Уның тарихы, төрлөлөгө хаҡында күберәк кеше белергә тейеш. Күбеһе бит был хаҡта бөтөнләй белмәй. Был кисәне ойошторор алдынан үҙем дә милли кейемебеҙгә ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе оҙаҡ итеп өйрәндем, күп нәмәне үҙем өсөн яңынан астым. Был кисәгә милли кейемебеҙҙе – төньяҡ-көнбайыш ҡатын-ҡыҙҙарыныҡын тектереп кейҙем, был күптәнге хыялым ине”.
“Беҙҙең төньяҡ-көнбайыш башҡорттары кейемен өйрәнә башлағанымда шуға иғтибар иттем: уның тураһында бик әҙ беләләр, ул артыҡ таралмаған. Уртаҡ тырышлыҡ арҡаһында, музей материалдарын өйрәнеп, бик яуаплы һәм ентекле эш башҡарҙыҡ. Хәҙер беҙҙең яҡҡа хас милли кейемебеҙ тарала бара, кеше уның менән ҡыҙыҡһына. Районыбыҙ хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге беҙҙең эште баһалап, ярҙам итеп тора, шуныһы бигерәк ҡыуаныслы”.