Ғәйнә – иң боронғо башҡорт ырыуҙарының береһе. Тап улар – иң тәүге башҡорттар, тигән фараз да бар. Пермь крайында күпләп төпләнгән ғәйнәләр һәм Башҡортостан араһында дуҫлыҡ күпере нығынды – төбәктә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре үтте.
...Был яҡтарға тәүгеләрҙән булып боландарға атланған ағалы-ҡустылы Ғәйнә менән Айна күсеп килгән. Башҡорт батырҙарының ҡылыҡ-фиғеленә ярашлы, Тулва исемле яуыз хужабикәнең тотҡонлоғонан Ҡояшты ҡотҡарғандар. Айна яуҙа һәләк булған. Яуыз Тулва һылыу ҡыҙға әүерелгән, Ғәйнә уны кәләш итеп алып, ошо ерҙәрҙә донъя ҡорған. Ғәйнә ырыуы шулай барлыҡҡа килгән...
Бына ниндәй матур легендаһы бар был ырыуҙың. Ә ысынында ғәйнәләрҙең килеп сығышы хаҡында төрлө тарихи фараздар йәшәй, тап уларҙы тәүге башҡорттар тип тә атайҙар. Һәр хәлдә, Ғәйнәнең иң боронғо ырыуҙарҙың береһе булыуында шик юҡ.
Ошо ырыу Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре, Башҡортостандағы Башҡорт тарихы йылы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәреп килгән төньяҡ-көнбайыш башҡорттары йыйындары сиктәрендә ҡор тупланы, Пермь крайының Барҙы районының Төнгүк ауылында ғәйнә башҡорттары йыйыны булды.
Сара башланыр алдынан Төнгүк ауыл мәҙәниәте йорто фойеһына килеп ингәс тә, ҙур булмаған күргәҙмә иғтибарҙы йәлеп итте. Унда түбәтәйҙәр, картиналар, китаптар, ҡул эштәре һәм туҙҙан эшләнгән һауыт-һаба ҡуйылған.
Түбәтәй – Барҙы районы халҡының боронғо милли кейем элементы, бөгөн дә ул көндәлек баш кейеме һанала. Ир затынан тыш, уны ҡатындар ҙа кейә икән.
Березняки ауылынан килгән Әлфинә Мостаева өҫтәлгә теҙеп ҡуйған күҙҙең яуын алырлыҡ түбәтәйҙәрҙе үҙе тегә.
– Борондан ҡалған өлгө буйынса тегәһегеҙме? – тип ҡыҙыҡһындым унан.
– Элекке түбәтәйҙәргә лә ҡарайым, сигеүле элементтарын үҙем дә уйлап сығарам. Беҙҙең түбәтәйҙәрҙә башлыса ҡаҙ тәпәйе һынландырыла, сөнки Барҙы районының гербын ҡаҙ биҙәй, – тип яуап бирҙе Әлфинә ханым.
Ысынлап та, был яҡтарҙа ҡаҙ һынын күп ерҙә осратырға була: Барҙы районы үҙәгендә ҡаҙ һыны күп ҡатлы таш йорттоң тулы бер диуарын биҙәй, ҡул эштәре араһында ла ҡағыҙҙан эшләнгән ҡаҙҙар күп, шул уҡ түбәтәй биҙәктәрендә лә йыш осрай.
Барҙы ере топонимикаһы ла туранан-тура ҡаҙға бәйле. “Борон бер әбей йылғала ҡаҙ түшкәләрен сайҡаған мәлдә, ҡапыл “Ҡаҙым аҡты, ҡаҙым аҡты!” тип ҡысҡырып ебәргән. Шул ваҡиғанан алып был йылғаны Ҡаҙымаҡты тип йөрөтә башлағандар. Әбейҙән “Нисә ҡаҙың аҡты?” тип һораһалар, “Бары да!” (барыһы ла) тип яуаплаған, Барҙы ауылының, аҙаҡ районының исеме ошонан килеп сыҡҡан”, – тип бәйән итә урындағы халыҡ.
Был яҡта түбәтәйҙәрҙе ир-егеттәр генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа кейә. Уларға был баш кейемен бәләкәй итеп эшләйҙәр, бисерҙан биҙәктәр сигәләр.
Сөжән ауылынан килгән Вәғиз Маликов туҙҙан һауыт-һаба эшләй. Шуны ла билдәләргә кәрәк: самауырын да, сынаяҡтарын да, һауыттарын да тормошта ҡулланып була. Семәрле һауыт-һабаға ҡараған һайын ҡарағы килә.
Наил Ғәбдүшев – Башҡортостан менән күптән дуҫлыҡ күперен булдырған ижади шәхес. Ул Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, шағир ғына түгел, оҫта ҡуллы һөнәри рәссам да. Күргәҙмәгә ҡуйылған киндергә төшөрөлгән картиналары быны иҫбат итһә, тиҫтәгә яҡын китаптары Наил Ғәбдүшевтең шиғри күңеле хаҡында һөйләй.
– Шиғырҙарҙы әрмелә саҡта тыуған яҡты һағынғандан яҙа башланым. Башҡортостандың Рәссамдар союзына инергә ниәтем бар, саф башҡорт булғаным өсөн”, – тип күңел серҙәре менән уртаҡлашты ул.
Наил Ғәбдүшев “Ғәйнә сүзлеге” китабының авторы ла. “Ғәйнә (Барҙы) теле бик үҙенсәлекле. Быны аңлау өсөн башҡорттарҙың этник тарихына күҙ һалырға кәрәк. Үткән быуаттарҙа төрөк ҡәбиләләрен “Бозкуртлар” (бүреләр) тип йөрөткәндәр. Уларҙың үҙ диндәре (тәңре – ҡояшҡа, күккә табыныу), үҙ телдәре булған. Ғәрәп иле яғынан килгән Ислам дине ҡабул ителгәс, ҡытайҙар, монгол, йәһүд, фин-уғырҙар йоғонтоһо арҡаһында ул дин дә, тел дә юғала. Ул замандарҙан беҙҙә күп кенә һүҙҙәр һаҡланып ҡалған. Мәҫәлән, “Хоҙай” һүҙе (ғәрәптәр яғында Хоҙай тип әйтмәйҙәр, Аллаһ тиҙәр), тәңре һәм башҡалар. Яҙылғандарҙы иҫәпкә алһаҡ, “Хәҙерге башҡорттар элекке “Бозкурт” ырыуының һаҡланып ҡалған бер тамыры түгелме?” тигән уй тыуа. Тирмәләр, уҡ, йәйә, ҡойроҡло бүрек, атлар үрсетеү менән мауығыу, йылға, урман, ер хужаларын һанға һуғыу, уларға хәйер биреү был һүҙҙәрҙе иҫбатламаймы?” – тиелгән ул һүҙлектең баш һүҙендә. Уйланырға урын бар.
Иң боронғо ырыу йыйын йыйҙы
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә ойошторған төньяҡ-көнбайыш башҡорттары йыйындары эстафетаһын Ғәйнә ырыуы ҡабул итте – Барҙы районының Төнгүк ауылында Ғәйнә башҡорттары конференцияһы ойошторолдо.
Башҡорт мәғарифы һәм мәҙәниәте көндәре Барҙы ырыуының башҡорт ауылдарын ялмап алды – йыйындың үҙенән тыш, “Тамыр” балалар телеканалы, “Аҡбуҙат” балалар журналы, “Мәргән уҡсы” хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин төрлө ерҙә әүҙем эшмәкәрлек йәйелдерҙе: Пермь крайы башҡорттары менән осрашты, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы.
Төнгүк ауылында Башҡортостандан килгән делегацияны, урындағы ҡунаҡтарҙы ишек төбөнән үк йыр-моң, бауырһаҡ-ҡымыҙ менән ҡаршы алдылар. Йыйын башында Ғәйнә башҡорттарының килеп сығышы тураһында документаль фильм күрһәтелде.
Барҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Татьяна Балтаева тәбрикләү һүҙе менән сығыш яһаны. Ул сығышында район мәктәптәрендә Пермь башҡорттарының туған телдәрҙе өйрәнеүе, башҡорт телендә гәзит һәм китаптарҙың нәшерләнеүе, телевидениеның даими эшләп килеүе хаҡында һөйләне.
Башҡортостандан ғәйнәләрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы етәксеһе Эльвира Айытҡолова сәләмләне.
– Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы – Рәсәй төбәктәре араһында иң әүҙем эшләп килгән ойошмаларҙың береһе. Уңған, тырыш халыҡ йәшәй бында. Һеҙ бойомға ашырып килгән проекттарҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтәбеҙ. Элек башлыса тарих менән тарихсылар һәм өлкән быуын вәкилдәре генә ҡыҙыҡһынһа, һуңғы йылдарҙа был хәрәкәткә йәштәрҙең дә ҡушылыуы ҡыуандыра. Бындай осрашыуҙар көс-дәрт бирә, халҡыбыҙҙы берләштерә, – тине ул һәм делегаттарҙы Башҡорт мәғарифы һәм мәҙәниәте көндәренең бай программаһы менән яҡындан таныштырҙы.
Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы исеменән министр урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева сығыш яһаны, ул ике төбәктең мәғариф өлкәһендәге хеҙмәттәшлек сараларын барланы:
– Беҙҙең төбәктәр география яғынан ғына түгел, тарих, мәҙәниәт йәһәтенән дә бер-береһенә тығыҙ бәйләнгән. Пермь крайы менән мәғариф өлкәһендә дөйөм проекттар булдырҙыҡ, милли белем биреү тармағында ла хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Башҡортостандағы башҡорт гимназиялары, мәктәптәре һәм Барҙы районындағы белем усаҡтары менән бәйләнеш булдырылған. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаларында Пермь башҡорттарының ҡатнашыуы ҡыуаныслы.
“Үҙенсәлеген һаҡларға кәрәк”
Тарихты барлау, бөгөнгөнө баһалау, киләсәкте билдәләү өсөн тупланы ғәйнәләрҙе был йыйын. Уның төп өлөшөндә делегаттар, тарих белгестәре доклад менән сығыш яһаны. Тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан Стратегик эҙләнеүҙәр институтының социомәҙәни үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов съезда ҡатнашыусыларға махсус карта ярҙамында башҡорт ырыуҙары хаҡында һөйләне. Картаға ҡырҡтан ашыу башҡорт ырыуы һыйған, улар географик ерлек нигеҙендә һынландырылған.
– Башҡортостан флагында төшөрөлгән ҡурай символындағы ете тажға ярашлы, күптәр башҡорттарҙа ете ырыу тип уйлай. Был дөрөҫ түгел, беҙҙә ырыуҙар – 47, хатта яҡынса иллегә етә, – тип аңлатты ул һәм ни өсөн тап башҡорт халҡында ырыуҙарға бүленештең һаҡланып ҡалыуын да төшөндөрөп үтте: ырыу – ул ерҙәргә хоҡуҡ белдереү субъекты.
– Ә шәжәрә – ошо ерҙәрҙә ғүмер баҡый йәшәү дәлилен раҫлау, – тине Юлдаш Йосопов.
Радик Бәхтиевтең иһә шәжәрәгә ҡарата үҙ фекере бар: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Аппаратының баш белгесе, “Без – башҡортлар” төньяҡ-көнбайыш башҡорттары ойошмаһы етәксеһе шәжәрәне үҙенә күрә бер резюме тип атаны.
– Ата-бабаларыбыҙ үҙҙәрен генә түгел, ете быуынын да ҡайғыртҡан, уларҙың теге йәки был эштәре, шөғөлдәре хаҡында шәжәрәгә яҙып ҡалдырыла килгән. Беҙ ҙә нәҫелдәребеҙ йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәйек, – тип тамамланы ул һүҙен.
Ғәйнә ырыуы вәкилдәренән беренсе булып ошо ырыу башлығы Марат Мозафаров сығыш яһап, Пермь крайы башҡорттарының һуңғы йылдарҙағы эшмәкәрлегенә байҡау яһаны, көнүҙәк проблемаларға ла туҡталды.
– Яңы быуында үҙ тамырҙарына, тарихына ҡарата ҡыҙыҡһыныу һүрелеүе күҙәтелә. Беҙ халҡыбыҙ киләсәгенең бөгөнгөлә икәнен онотмайыҡ, йәш быуынға иғтибар бүләйек, – тине ул.
Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов ғәйнә башҡорттарының һөйләш үҙенсәлектәренә туҡталды, заманында был һөйләшкә ҡарата билдәле ғалим, фольклорсы Әхмәт Сөләймәнов әйткән һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрҙө:
– Мин Өфөлә тырышып-тырмашып башҡорт әҙәби телендә һөйләшергә маташҡанда, ул миңә “һинең телең – башҡорт, уның үҙенсәлеген һаҡларға кәрәк” тине.
Рәсил Тимерғәзе улы диалектҡа ҡағылышлы эшмәкәрлекте билдәләне: “ғәйнә һүҙлеге”н сығарыу, “Аҡбуҙат” балалар журналын ғәйнә һөйләшендә баҫыу. Киләсәктә “Ғәйнә ашлары” тигән рецепт өлгөләре китабын сығарырға ла йыйыналар икән.
– Телебеҙ һаҡланып ҡалһын өсөн, уға кәрәкле мөхит булдырыу мөһим. Беҙ бәләкәй саҡта “Баш калабыз – Казан” тип уҡыныҡ, әммә мин атай-әсәйем ярҙамында башҡорт икәнлегемде белдем, ә туған телемдә һөйләшергә радио ярҙам итте. Бөгөн дә беҙҙең яҡта башҡортса радио һәм телевидение эшләргә тейеш. Китапханаларыбыҙҙа башҡорт әҙәбиәте күп түгел, башҡорт телен өйрәнгән йәкшәмбе мәктәптәренә методик әсбаптар кәрәк, – тип билдәләне ул.
Әйткәндәй, БЮТ каналын ҡарау, “Юлдаш” радиоһын тыңлау, башҡорт матбуғатын алдырыу был яҡтарҙа хәл ителмәгән мәсьәлә булып ҡала килә. Йыйында ҡабул ителгән резолюцияға Башҡортостан Хөкүмәтенә был проблемаларҙы хәл итеүҙе һорап мөрәжәғәт итергә тигән ҡарар ҙа индерелде.
Рәфис Моҡаев сығышын топонимика йүнәлешенә арнаны, урындағы ер-һыу атамаларының тап башҡорт теленең ғәйнә һөйләшендә булыуын, бының был ерҙәрҙә элек-электән ғәйнә башҡорттары йәшәгәнен иҫбатлауын иғтибарға алды. “Йыйын үткән ауылдың исеме – Төнгүк, ул “төн кеүек” һүҙбәйләнешенән килеп сыҡҡан”, – тине Рәфис Рәмис улы.
Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Рушан Шәрипов этник спорт төрҙәре, йәғни көрәш, ат ярышы, төрлө уйындар хаҡында һүҙ алып барҙы, был ерҙә төп спорт төрө тип ат ярышын атаны.
Делегаттарҙың сығышын тыңлағандан һуң, Ғәйнә ырыуының гербы, гимны раҫланды, резолюция ҡабул ителде. Резолюцияға ярашлы Пермь крайы һәм Башҡортостан Башлығы хакимиәттәренән ғәйнә башҡорттары туған телде, тарихты, мәҙәниәтте өйрәнһен өсөн аҡсалата ярҙам һәм шарттар булдырыуҙы һорарға ҡарар иттеләр. Был төбәктә башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләһе лә саҡ хәл ителә башлаған. Йәкшәмбе мәктәптәре асыла. Уларҙы методик әсбаптар менән тәьмин итергә, халыҡ араһында аңлатыу эштәре лә алып барырға кәрәк.
Йыйындың тамамланыуы эштең бөтөүе хаҡында аңлатмай әле – халыҡ яңы һайланып ҡуйған Ғәйнә ырыуы советы Башҡортостандан килгән делегация, атап әйткәндә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән түңәрәк өҫтәлгә йыйылды. Бында инде хәл ителеүҙе талап иткән һәр мәсьәләгә шәхсән туҡталып үттеләр. Һүҙ мәғариф, мәҙәниәт өлкәләренә ҡағылышлы проблемалар хаҡында барҙы.
Пермь крайы башҡорттары бында мәҙәни үҙәктәрҙең асылыуын теләй икән. Ғөмүмән, башҡорт мәҙәниәтенә иғтибарҙы көсәйтеү, фестиваль кеүек ҙур саралар ойоштороу мөһим.
Мәктәптәрҙә башҡорт кластарын асыу мәсьәләһен дә күтәрҙеләр. Ғәйнә башҡорттары әле туған телде предмет булараҡ өйрәнмәй. Бының өсөн ата-әсәләрҙең ғаризалары нигеҙендә кластар тупларға кәрәк.
Был тарафтарҙа йәшәгән милләттәштәребеҙгә өс көн дауамында Айнур Асҡаровтың “Өфөнән һөйөү менән”, өр-яңы “Өс таған”, Булат Йосоповтың “Беренсе республика” кеүек башҡорт нәфис фильмдары күрһәтелде. Төнгүк ауылындағы “Өс таған” фильмын күрһәтергә режиссер Айнур Асҡаровтың үҙенән тыш, Ғабдулла ролен башҡарған Илдар Бикҡолов, Вәзирҙе уйнаған Арыҫлан Ғәлиев тә килгәйне.
Инде егет ҡорона инеп барған малайҙар, фильм тамамланғас, тамашасылар менән аралашты, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе, ә Айнур кино төшөргән мәлдәге ҡыҙыҡ хәлде иҫкә алды.
– Малайҙар шул хәтлем ирәйеп китте, ҡуйыусы операторҙы үсекләй, уның менән шаяра башланылар. Һуңғы дубль төшөрөлөп, “Туҡта! Төшөрөлдө!” тигән команда яңғырау менән оператор “Кәрәгегеҙҙе бирәм!” тип малайҙар артынан сапты.
Режиссер һөйләүенсә, кино төшөргәндә балалар менән уңышлы эшләү сере: уларҙы тулыһынса ата-әсәһенән, ҡәҙимге тормоштарынан айырып, изоляцияға дусар итеү.
– Беҙ тотош лагерь булып йәшәнек, фильм төшөрөлөп бөткәнгә ҡәҙәр балалар ата-әсәһе менән күрешмәне, шуға күрә улар асылды, тартыныуҙары бөттө, – тине ул.
Кемдер “Малайҙар нисә һум эш хаҡы алды?” тип һораны. Яҡынса 50-60 мең һум тәшкил иткән икән уларҙың киноға төшөү хаҡы.
– Бер ҡасан да аҡса өсөн эшләмәгеҙ, һөнәрегеҙҙе яратып башҡарһағыҙ, төшөм үҙе килә, – тип белдерҙе Айнур Асҡаров.
Исмәғил Тасимов иҫтәлегенә
Пермь крайының Ҡуян ауылында башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхесе, Рәсәйҙең танылған мәғдән сығарыусыһы Исмәғил Тасимов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Заманының алдынғы эшҡыуары, тау эше оҫтаһы булған шәхестең тыуған төйәгендә Башҡортостан делегацияһын ихлас йөҙ менән ҡаршы алдылар, Ҡуян урта мәктәбе уҡыусылары дәртле башҡорт бейеүен бүләк итте.
Тантанаға йыйылғандарҙы Пермь районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Сергей Ермаков тәбрикләне.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты етәксеһе Ғәлим Яҡупов та ҡотлау һүҙҙәрен әйтте, сығыш яһаусыларҙың барыһы ла Тасимовтың Рәсәйҙәге тау эштәренә яңы һулыш өргән күренекле тарихи шәхес булыуын билдәләне: тап Исмәғил Тасимов Санкт-Петербург ҡалаһында Тау университетын асыуға булышлыҡ итә.
Иҫтәлекле таҡтаташ асылыр алдынан “Урал” башҡорт халыҡ көйө яңғыраны. Тантаналы рәүештә япма төшөрөлгәс, шәхестең рухына доға ҡылдылар. Байрам йыр-моң менән үрелеп барҙы: урындағы һәүәҫкәрҙәр тамашаны музыкаль бүләктәре менән биҙәне.
Исмәғил Тасимов, күренекле мәғдән сығарыусы булыуҙан тыш, Ғәйнә улысы старшинаһы вазифаһын да башҡарған. Уның иҫтәлеген һаҡлау – ғәйнәләр өсөн икеләтә изге бурыс. Тантананан һуң Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Ҡуян халҡының әүҙемселәре менән дә түңәрәк өҫтәл ойошторҙо.
“Беҙгә база кәрәк, бының өсөн Милли үҙәк асып ебәргәндә, шәп булыр ине”, – тип теләктәре менән уртаҡлашты урындағы халыҡ, Ҡуян ауылына паспорт алыу, урамдарының береһенә Исмәғил Тасимовтың исемен биреү тәҡдиме хаҡында ла хәбәр иттеләр. Ғәйнә башҡорттары таҡтаташ менән генә хушһынырға йыйынмай – Пермь ҡалаһының үҙендә Исмәғил Тасимовҡа һәйкәл асыу уйы менән дә яналар, бының өсөн урын да әҙер, һайлап ҡуйылған, тип белдерәләр.
“Аҫылйәр”ҙең аҫыл моңдары
370 йыллыҡ тарихы булған Оҙон-ялан ауылына илткән юл да оҙон ғына ине. Унда барып еткәнсе Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов борсолоуҙары менән уртаҡлашты.
Рәсил Тимерғазы улының теләге – башҡорт гәзит-журналдарына яҙылыуҙы ойоштороу. Үрҙә билдәләп үтелгәнсә, матбуғатты таратыуҙа ла, башҡортса телевидение һәм радио тапшырыуҙарын ойоштороу өсөн дә шарттар булдырылмаған.
– Мәктәптәрҙә башҡорт теле уҡытылмай, татар теле предметы бар. Ҡайһы берҙәрҙең тарихи асылдарында яңылышыуы ла ошонан киләлер инде. Әҙәби телдәге һөйләште ҡабул итеп еткермәйҙәр беҙҙә, үҙебеҙсә, ғәйнәләрсә һөйләшәбеҙ. Пермь башҡорттарын тарихи асылдарына ҡайтарыу йәһәтенән Башҡортостандан ярҙам булһа ине, – тине ул.
Оҙоняланда беҙҙе мәҙәниәт йорто тупһаһынан уҡ асыҡ йөҙ менән ҡаршы алдылар. Бында күренекле ғәйнә башҡорттары хөрмәтенә күргәҙмә асылған, урындағы “Аҫылйәр” фольклор коллективына 15 йыл тулыу айҡанлы концерт программаһы ҡаралған.
Бик йәнле булды концерт. Төркөмгә, ғөмүмән, мәҙәниәт йортона Рәмил Әмиров етәкселек итә. Уны ауылдаштары ла, ырыуҙаштары ла тик яҡшы яҡтан телгә ала: йыр-моңға ла маһир, ауылдың мәҙәниәт тормошон да гөрләтеп алып бара.
Уның үҙ эшенә мөкиббән бирелгәнлеген тәү ҡараштан күрергә була: Рәмил Әмиров – Пермь крайы буйынса төрлө конкурстар лауреаты, моңло тауышлы йырсы ла.
“Аҫылйәр” ысын мәғәнәһендә йылы концерт бүләк итте. Йырланылар ҙа, бейенеләр ҙә – һәр сығыштан башҡорт мәҙәниәтенә ҡарата һөйөү-ихтирам, ғәйнә һөйләшенә һаҡсыл ҡараш, милләттәр дуҫлығы сағыла ине.
Ошо уҡ мәҙәниәт йортондағы тыуған яҡты өйрәнеү музейы ла әсир итте: индек тә “аһ!” иттек, нимә генә юҡ бында! Ауыл халҡы менән күмәкләп йыйғандар экспонаттарҙы: бында боронғо милли кейемдәрҙән, көнкүреш кәрәк-ярағынан, совет техникаһынан алып элекке мәктәп партаһына, пионер кейемдәренә тиклем бар.
Шулай ҙа күҙҙең яуын алғаны – ул милли биҙәктәр сигелгән ҡул эштәре. Улар диуарҙарҙы тотошлай ҡаплаған, иҙәнгә балаҫ кеүек түшәлгән. Сәғәт, көҙгө, өҫтәл, түрҙә шаршау менән бүленгән, өҫтөнә бишек эленгән карауат, һандыҡ, уның өҫтөндә гармун – музей түгел, боронғо өй, тиерһең.
Башҡорт теле – мәктәптәрҙә
Пермь крайындағы Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре сиктәрендә Барҙы районының Үдек ауылында йәкшәмбе мәктәбе асылды.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернатының “Башҡорт теле – башҡорт иле” йәкшәмбе мәҙәни-тарихи мәктәбе” проекты буйынса асылған, туған телдәрҙе һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйған мәктәп Башҡортостан Башлығы Грантына бойомға ашырыла.
Сарала Барҙы районы хакимиәте вәкилдәренән, Үдек урта мәктәбе етәкселегенән, уҡытыусыларынан тыш, Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығынан, 1-се башҡорт республика гимназия-интернатынан, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан да ҡатнаштылар.
Ҡоролтай тарафынан асылған яңы мәктәпкә проектор һәм уның өсөн экран тапшырылды.
– Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусылары күп сәләм әйтеп ҡалды. Рәсәй буйынса туғыҙ йәкшәмбе мәктәбен асырға йыйынабыҙ, Пермь крайында ике мәктәп асыуға өлгәштек. Был йәкшәмбе мәктәптәрендә туған телде, мәҙәниәтте, тарихты өйрәнеү йәһәтенән күп эш башҡарыласаҡ, – тине гимназия директоры Илнур Сәлихов.
Үдек урта мәктәбе һәм Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты араһында килешеүгә тантаналы ҡул ҡуйылғас, ошо гимназия алып килгән концерт тамашаһын ҡаранылар. Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы: үдектәр ҙә уларға музыкаль күстәнәстән тәмләтте: Пермь ерендә “Бөрйән ҡыҙҙары” бейеүе менән ҡыуандырҙылар.
Бәйләнеш бар, ә башҡараһы эш күп. Һуңғы арала төньяҡ башҡорттарына, уларҙың үҙенсәлекле һөйләшенә иғтибар бермә-бер арта, ошондай йыйындар, осрашыуҙар арҡылы күптәр тарихи асылына ҡайта, тамырҙарын барлай. Был теләк ғәйнәләрҙе лә урап үтмәгән – уларҙың күпселеге үҙҙәренең боронғо башҡорт нәҫелдәренән икәнлеген яҡшы белә, ҡайһы берҙәре был хәҡиҡәтте ошондай саралар теҙмәһе арҡылы аса. Һәр хәлдә, боҙ ҡуҙғалған, бары тик уны иретергә генә кәрәк.