Борайҙар шәхестәрен хөрмәтләй, улар тураһындағы иҫтәлектәрҙе яңырта, быуындан-быуынға ҡәҙерләп тапшыра белә. “Хәтерҙең шундай ҡануны бар: быуындарҙың хәтер йомғағы яңы быуынға күпмелер һеңдерелеп йәки теркәлеп ҡалдырылмаһа, мәңгегә онотола, алдағы быуындарға айырым сала-сарпылары ғына күсә. Хәтерҙән юйылһа, әҙәмдең рухы ла үлә”, – тип белдергән оло шәхес, ғалим Ғайса Хөсәйеновтың тапҡыр һүҙҙәре дөрөҫлөктөң үҙе.
Борайҙар, пандемияға бәйле сикләү саралары бер аҙ йомшартылғас, яҡташтары – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, билдәле шағир, журналист Файыҡ Мөхәмәтйәновтың тыуыуына 100 йыл тулыу көнөн район кимәлендә ҙурлап үткәрҙе. Яугирҙең ҡатмарлы тормош юлы үҙе батырлыҡҡа һынау, йәштәр өсөн ғибрәтле лә, фәһемле лә тарих, ә Ватанға һөйөү, ғәҙеллек, ихласлыҡ тойғолары менән һуғарылған шиғырҙары – тормошто яратыу, дуҫлыҡтың ҡәҙерен белеү өлгөһө ул.
“Сабаталар үреп, шиғриәткә килде...”
Йыр-моң, шиғри шәлкемдәр менән аралашып барған тамашаға борайҙар дәррәү килгәйне. Күптәр йәшәүгә көс-дәрт алып, һағыштарын таратып, рухи донъяһын байытып ҡайтҡандыр.
Бындай осрашыуҙар, һис шикһеҙ, күңелде күтәрә, тормош мәғәнәһен, морат һәм маҡсаттарҙы анығыраҡ аңларға, донъя матурлығын төрлө балҡыштарҙа күрергә ярҙам итә, айырыуса донъяға ябырылған пандемия шауҡымына бәйле тәрән тынлыҡтан һуң. Шағирҙың яҡташы, арҡаҙашы, барыбыҙға яҡшы билдәле яҙыусы Марсель Сәлимовтың борайҙар менән осрашыуы һәр саҡ күңелле, көтөп алынған байрамға әүерелә. Был юлы иһә Файыҡ Тимерйән улының тормош юлынан иҫтәлектәр менән уртаҡлашыуы һағышлыраҡ, тәрән хис-тойғоларға байыраҡ булыуы менән хәтерҙә ҡалды. Кисәне аҙағынаса ихласлыҡ менән алып барған шағирә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рафиға Усманова донъяның әсе-сөсөһөн күп татыған, әммә тормошҡа һөйөүе кәмемәгән, башҡаларҙың уңышы өсөн сикһеҙ шатланып йәшәй белгән оло йөрәкле шәхес тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
– Файыҡ Тимерйән улы районыбыҙҙың Оло Баҙраҡ ауылында тыуып үҫкән. Был ябай ауыл түгел, батырҙар, уңғандар төйәге ул. Советтар Союзы Геройы Тажетдин Ғиләжетдинов, данлыҡлы игенсе Рәфит Нәжметдинов, шағирә Нәфисә Хәбибдиәрова, ветеринария фәндәре докторы Рәфис Сәмиғуллин йәшәгән, ижад иткән Баҙраҡ бит ул, – тине Рафиға Карам ҡыҙы хөрмәтле яҡташы тураһында. – Мин ағайҙың ҡайғы, үлем, күҙ йәштәре менән мансылған 1921 аслыҡ йылында тыуғанын хәтергә төшөрөү менән уның иңенә ятҡан әсе яҙмышты күҙ алдыма килтереп тетрәнәм.
Хәлфә атаһы репрессияға эләгеп ҡулға алынғас, алты балалы ғаиләлә ҡалған малай бөтә хоҡуҡтарҙан мәхрүм ителә. Мәктәпкә уҡырға алмайҙар, аслыҡ-яланғаслыҡ... Был тормош ауырлыҡтары уны нисек һындырмағандыр, тыуған яғына, ауылдаштарына һөйөүен нисек һүндермәгәндер – иҫ китә. Бөтә шиғырҙары тыуған төйәгенә мөхәббәт, ғорурлыҡ тойғоһо менән һуғарылған бит.
Мин ыҙа сигеп, белемгә ынтылған, башҡа тиҫтерҙәре кеүек мәктәптә уҡырға хыялланған бәләкәй генә Файыҡты күҙ алдыма килтереп, “Оран” тигән шиғырымды яҙҙым.
Күҙ йәштәрен йоҙроҡ менән
Сибек малай атлай урамдарҙан.
Атаһы ла бер ғәйепһеҙ тотҡон,
Кем аралар дауыл-бурандарҙан?
Өмөттәре йәшерен, тәрәндә лә,
Ялҡынына нисек сыҙаһын йән?
1940 йылда Салҡаҡ урта мәктәбендә уҡып йөрөгән сағында Ҡыҙыл Армия сафына алына, кесе командир, аҙаҡ взвод командиры сифатында көнбайышта немец фашистарына, уларҙың ҡуштандары финдарға һәм Көнсығышта япон самурайҙарына ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. Кем генә булып эшләргә тура килмәй – мәктәптә хәрби етәксе, туҡыу комбинатында машинист, Көньяҡ Сахалиндың күмер шахталарында электровоз машинисы, диспетчер, ер аҫты тимер юлы начальнигы урынбаҫары, партия ойошмаһы секретары...
1953 йылда тыуған яғына әйләнеп ҡайта һәм үҙенең тәғәйенләнешен таба, хаҡлы ялға сыҡҡансы “Совет Башҡортостаны” гәзитендә эшләй. Тап ошо осорҙа һәләтле егеттең әҙәбиәткә, шиғриәткә ылығыуы көсәйә, ҡәләме үткерләнә. 1956 йылда ғына, һуғышҡа ҡәҙәр уҡып киткән Салҡаҡ мәктәбендә имтихандар тапшырып, ниһайәт, өлгөргәнлек аттестаты ала. Бының менән генә сикләнмәй, уҡырға бер ҡасан да һуң түгел тип уйлап, 45 йәшендә Башҡорт дәүләт университетының киске бүлеген тамамлай.
Рухи һәм физик йәһәттән көслө батыр яугир, яҙыусы һәм журналист – үҙенсәлекле ижады, тормошто һөйөүе, йәштәрсә дәрте, кешеләргә ҡарата ярҙамсыллығы, хәстәрлеге менән күптәргә матур өлгө. Миңә лә уның менән байтаҡ йылдар аралашып йәшәү бәхете тейҙе. Башҡаларҙың уңыштары өсөн сикһеҙ шатлана белеү күптәргә тәтемәй бит әле, ә ул булдыҡлы, эшһөйәр яҡташтары менән һәр саҡ ғорурланды һәм ошо тойғоно ижадында киң сағылдырҙы. Райондың данлыҡлы ул-ҡыҙҙарын исемләп белде, уларға шиғри шәлкемдәрен арнаны. Үҙен дә халыҡ онотмай, әҙиптең 80 һәм 90 йәшлек ижад кисәләрен ҙурлап үткәреп, уға ҡарата оло хөрмәтен күрһәтте. Бөгөн дә замандашыбыҙҙың тыуыуына 100 йыллыҡ юбилейына борайҙар нисек дәртләнеп, яҡшы кәйеф менән килгән!
Һәләттең ижадҡа сәбәп булыуын яҡшы аңлай ине ағайыбыҙ. Хәҙер иһә беҙ, уның артынан ижадҡа килеүселәр, ошо һуҡмаҡты һайлаған йәш быуын хаҡында ла хәстәрлек күрергә бурыслыбыҙ. Билдәле, аттың һәр береһе – толпар, ҡоштоң һәр береһе шоңҡар була алмағандай, ижад менән шөғөлләнгән балаларҙың барыһы ла яҙыусы, журналист булып китмәҫ. Талантлы балаға иғтибар биреү, уның оҫталығын үҫтереү мөһим. Ошо йәһәттән, йәш ижадсыларҙы дәртләндереүгә өлөшөмдө индерергә теләп, 2009 йылда үҙ премиямды булдырҙым. Яҡташыбыҙҙың хәтер кисәһендә бүләгемде ижади эштәре менән район, республика конкурстарында танылыу алған Ғәлиә Батыргәрәеваға тапшырмаҡсымын.
Ҡоралды ҡәләмгә алмаштырған быуын
Яҡташтарының яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн борайҙар бынан ун йыл элек Оло Баҙраҡ ауылы мәҙәниәт йортонда әҙәби музей асҡан. Бөгөн ошо бүлмәлә хеҙмәттәшебеҙҙең төрлө саҡта төшкән фотолары аша ғаилә ағзалары, йәшлек дуҫтары, ҡәҙерле ата-әсәһе менән танышабыҙ. Ағайҙың беҙгә бик таныш почергы, тип-тигеҙ теҙелгән хәреф юлдары, ҡулъяҙмалары, документтары, китаптары күҙ алдында. Беҙ ҙә музейға иҫтәлек итеп, “Башҡортостан” гәзитенең юбилейына арнап сығарылған бай йөкмәткеле буклетты, Файыҡ Тимерйән улының тыуыуына 100 йыл тулыуға сығарылған гәзитте тапшырҙыҡ.
...Уйлаһаң, уйылып китерлек, барыһы ла кисәгеләй генә тойолһа ла, Файыҡ ағай менән танышыуыбыҙға 46 йыл үтеп тә киткән. 1975 йылдың июнендә бер нисә йыл элек кенә сафҡа индерелгән, әллә ҡайҙан күҙгә бәрелеп торған Матбуғат йортона аяҡ баҫҡандағы хәтирәләр күңелдә әле. Умарта кеүек гөжләп торған йорттағы тәртип, таҙалыҡ үҙе бер айырым темаға торошло. Паркет иҙәндәр ялтырап ята, 5-се ҡаттың оҙон коридоры буйлап матур тар келәм һуҙылған, редакцияға килеүселәр өсөн кресло, өҫтәлдә – гәзит-журналдар, бәҙрәфтәрҙә лә гөлдәр үҫә.
Шулай ҙа иң ныҡ хәтерҙә ҡалғаны орден-миҙалдарын сыңлатып, ғорур баҫып йөрөгән алсаҡ йөҙлө һуғыш ветерандары ине. Улар үҙ дәрәжәләрен белде, бик абруйлы булды. “Совет Башҡортостаны” гәзитендә төрлө осорҙа 41 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны эшләне. Шуларҙың байтағы менән иңгә-иң терәп, уларҙан сынығыу, тәжрибә алып, тәнҡиттә генә хәҡиҡәт тыуыуын аңлап, гәзит эшенә башкөллө сумырға насип булды.
Бөтә ғүмерен башҡорт матбуғаты баҫмаһын фотолар менән биҙәүгә биргән фотохәбәрсе А. Виноградов, яуаплы секретарь А. Саптаров, хаттар бүлеге мөдире Д. Мәһәҙиев һәм хәбәрсе А. Баязитов, пропаганда бүлеге мөдире З. Ишмаев һәм хәбәрсе А. Буранғолов, үҙ хәбәрселәр М. Тимербулатов, Ф. Абдуллин, М. Мостафин, Ф. Комиссаров, гәзитте версткалаусы Х. Хәйерова һәм партия бүлеге мөдире Ф. Мөхәмәтйәновтарҙың һәр береһе тураһында бик күп маҡтау һүҙҙәре әйтергә булыр ине.
Ҡоралдарын ҡәләмгә алмаштырған ветерандар матбуғатта ла ғәҙел, тура һүҙле, ҡыйыу ине, улар мәҡәләләрҙең йөкмәткеһенә, һүҙҙәрҙең дөрөҫ ҡулланышына, тел байлығына, терминдарға ҡағылған һәр мәсьәләгә иғтибарлы, һаҡсыл булды. “Летучка”ларҙа ут-йәшен уйнап торҙо, һәр кем үҙ фекерен яҡлап дәлилләргә тырышты, буш һүҙгә, хәбәр һатыуға юл ҡуйылманы. Улар бында ла еңеүселәр булды, ветерандарҙың белемгә ынтылышы, ике телде лә яҡшы үҙләштереүе, оҙон-оҙон докладтарҙы бүлешеп алып, бер тынала тәржемә итеүҙәре ғәжәпкә ҡалдыра ине.
Етмештән ашыу кеше эшләгән коллективтың берҙәмлеге, эште теүәл ойоштороуы өсөн, әлбиттә, партия ойошмаһы етәксеһе Файыҡ Тимерйән улы ҙур яуаплылыҡ тойҙо. Ул осорҙағы партия ойошмаһы секретарының профсоюз ойошмаһы менән берлектәге ҡолас еткеһеҙ эш даирәһен аңлайһығыҙҙыр: йортһоҙҙарға фатир, шифахана-курорттарға путевкалар юллау, хеҙмәткәрҙәр сабыйҙарын балалар баҡсаһына урынлаштырыу, йәш кадрҙар менән эшләү, ойошмаға яңы ағзалар әҙерләү, йыйылыштар үткәреү...
Өҫтәүенә ул осорҙа ғаиләлә ниндәй генә ҡатмарлыҡтар, аңлашылмаусанлыҡтар тыуһа ла, парткомға мөрәжәғәт итерҙәр ине. Ошо ҡатмарлы эштәрҙе көйләүсе лә, башҡарыусы ла Файыҡ ағай булды. Бер кемгә лә ҡаты бәрелмәй, баш мөхәррир менән уртаҡ тел табып, 15 йыл буйына көнүҙәк мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итергә, коллективтың абруйын күтәрергә тырышты, йәшенә лә, өлкәненә лә ышаныс менән ҡараны.
Шуға бер-ике генә миҫал. Әйтеүемсә, мин редакцияға аяҡ баҫҡан мәлдә бүлектәрҙә һуғыш ветерандары, исемдәре билдәле яҙыусылар эшләне. Бүлектәрҙә ҡатын-ҡыҙ журналистар бөтөнләй юҡ, бары тәржемә, корректор, машинкала баҫыу бүлмәләрендә генә береһенән-береһе һылыу, егәрле аҫыл зат вәкилдәре эшләне.
Утты-һыуҙы кискән, мул тормош тәжрибәһенә эйә ир-ат коллективына барып инеү, өйрәтеүҙе, тәнҡитте күтәрә белеү үҙе бер һынау буласағын яҡшы аңланым. Файыҡ Тимерйән улының, ҙур ышаныс күрһәтеп, “һин булдыраһың ул, тырыш!” тигән ябай ғына һүҙҙәре, бүлек мөдире Әниф Бикҡоловтың эшкә инеп китергә, йүнәлештәрҙе билдәләргә, конкурстарҙа ҡатнашырға ярҙам итеүе көс-дәрт өҫтәне.
Журналистар союзына ағза булып ингәндә лә, партия сафына ҡабул ителгәндә лә рекомендацияларҙы тап ошо тынғыһыҙ, кеше йәнле ағайҙар бирҙе. Тәү ҡарамаҡҡа улар ҡырыҫ, үтә етди булып күренһә лә, күңелдәре йомшаҡ, нескә икәнлеген белә инем, шаян да, төртмә телле лә, үткер һүҙле лә була белделәр.
Иртән Файыҡ ағай ишектән башын тығып ҡына хәл-әхүәлде һораша, кабинеттар ҡапма-ҡаршы ғына булғас. “Ҡара әле, Әниф туған, Матбуғат йорто ҡаршыһындағы киосктың тәҙрәһен тағы ватҡандар. Күрмәнеңме ни?” – тип һорашҡан була. Тегенеһе: “Ысынлапмы, тағы ла емергәндәрме, эх, шилмалар!” – тип тәрән һулай. Беләм инде, гәзиттә берәй мәҡәләм баҫылып сыҡһа, мине шулай икәүләп мәрәкәләп, кәйефте күтәрмәксе булалар. Матбуғат йорто ҡаршыһындағы киоскта ул осорҙа бөтә башҡорт баҫмалары күпләп һатыла торғайны шул.
Файыҡ Тимерйән улының, миңә дуҫтарса арнап, дәфтәр битенә үҙ ҡулдары менән яҙған ике шиғыры һаҡлана. Береһен – шатлығымды уртаҡлашып, бәхет теләп яҙғанын аңларға була, ә бына икенсеһен – ғаиләбеҙгә ҡайғы килгәндә, төн буйы йоҡламай борсолоп, йыуатыу һүҙҙәрен табыу өсөн ижади эҙләнгәнен, уның күңел кисерештәрен аңлауы әле лә ауыр, күңел киңлеге ғәжәпкә ҡалдыра.
Бына шундай ихлас шәхес ине ул, мин белгәндән кеше шатлығына шатланып, ҡайғыһына борсолоп, ярҙам итергә тырышып йәшәгән хөрмәтле ағайыбыҙ, ”Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә, “Почет Билдәһе” орденына лайыҡ булған хеҙмәттәшебеҙ. Ватан һуғышындағы батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, ”Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы менән бүләкләнеүен дә яҡшы беләбеҙ.
Борайҙарҙың ҙур тырышлыҡ, күңел йылыһы һалып үткәргән сараһы “Совет Башҡортостаны” гәзитендә 30 йыл эшләгән журналист, очерктар оҫтаһы, шағир Файыҡ Тимерйән улы тураһындағы иҫтәлекте яңыртыу менән бергә ул осорҙа башҡорт матбуғатына алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәт иткән яугир-ветерандар, ҡәләмдәштәр “йондоҙлоғон” тағы ла хөрмәтләп хәтергә алырға, тырыш хеҙмәттәрен күҙ алдына килтереп, улар менән һоҡланырға мәжбүр итте. Башҡорт матбуғаты үҫешендәге бик йәмле, эшлекле тарихи осор ине шул!