Башҡорт донъяһы
8 Апрель 2021, 10:30

"Аҡбуҙат" Себерҙәге кескәй башҡорттар менән осрашты

Осрашыу барышында балалар Башҡортостан тарихы, “Аҡбуҙат” журналының ойошторолоу тарихы менән танышты, ә баҫманың баш мөхәррире Лариса Абдуллина һорауҙарға яуап бирҙе.

7-10 апрелдә Ханты-Манси автономиялы округында Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтеүе тураһында хәбәр иткәйнек. Саралар Нижневартовск, Лянтор ҡалаларында һәм Түбәнге Сартым ҡасабаһында уҙа.
Бөгөн Ханты-Манси округының Нижневартовск Халыҡтар дуҫлығы йортонда "Аҡбуҙат" журналы төбәктәге кескәй башҡорттар менән осрашты. Осрашыу барышында балалар Башҡортостан тарихы, “Аҡбуҙат” журналының ойошторолоу тарихы менән танышты, ә баҫманың баш мөхәррире Лариса Абдуллина һорауҙарға яуап бирҙе.
- Балалар араһында телде яҡшы белгәндәре лә, белергә теләгәндәре лә бар. Был сарала улар барыһы ла бик ихлас ҡатнашты. Мәҫәлән, Азалия Юлдашева исемле ҡыҙ Мостай Кәримдең шиғырын уҡып ишеттерҙе. Сара барышында балалар шулай уҡ Башҡортостан Башлығы грантына “Урал батыр” эпосы буйынса төшөрөлгән “Урал батыр” йәнһүрәтен ҡаранылар. Уның буйынса һорауҙарға яуап биреү, шулай уҡ Башҡортостан тарихына ҡағылышлы викторина ойошторҙоҡ. Ислам Һатыбалов, Азалия Юлдашева һорауҙарға матур итеп яуап бирҙе. Һәр бер бала “Аҡбуҙат”лы булды. Шиғыр яҙған балалар ҙа бар. Бөтәһе лә һүрәт төшөрә. Улар киләсәктә “Аҡбуҙат”тың яҡын дуҫтары булыр. Ә әлегә, ҡайтҡас, ата-әсәләре менән бөгөн Башҡортостан тураһында ишеткәндәре менән уртаҡлашыр, тип ышанам, - тип сара тураһында һөйләп үтте Лариса Хашим ҡыҙы.
Фото: akbuzat.rbsmi.ru
Читайте нас