Башҡорт донъяһы
8 Апрель 2021, 14:00

"Аманат"тар ҡурай уйнап бәпес ҡаршыланы!

"Хеҙмәттәшебеҙҙең ғаиләһендәге оло ҡыуанысты - улдары тыуыу шатлығын уртаҡлашып ҡайттыҡ. Бергәләп Республика перинаталь үҙәге алдында күңелле генә итеп бейеп тә алдыҡ".

Бөгөн "Аманат" республика үҫмерҙәр журналы хеҙмәткәрҙәре коллегалары Миләүшә Байегетованы яңы тыуған улы менән Республика перинаталь үҙәгенән сығарыу тантанаһында ҡатнашты. Йәш әсәне һәм бәпесте ҡурай моңдары ҡаршы алды.


"Хеҙмәттәшебеҙ Миләүшә менән Рөстәм Байегетовтарҙың ғаиләһендәге оло ҡыуанысты - улдары тыуыу шатлығын уртаҡлашып ҡайттыҡ. Йәш ғаиләне ҡотлап, ҡурайҙа төрлө көйҙәр башҡарҙым, бергәләп Республика перинаталь үҙәге алдында күңелле генә итеп бейеп тә алдыҡ. Йәш әсәй-атайға һәм бәләкәскә изге теләктәребеҙҙе еткерҙек. Ҙур тормошҡа юлын ҡурай моңдары аҫтында башлаған бәләкәс милләттәшебеҙ рухлы булып үҫер тигән ышаныста ҡалабыҙ", - тине журналдың бүлек мөхәррире, ҡурайсы-йырсы Рифат Йәмлихин.
Йәштәрҙең ҡыуанысын беҙ ҙә уртаҡлашабыҙ һәм ғаилә именлеге, һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ!
Фото һәм видео - "Аманат" журналы коллективынан.
Читайте нас