Марат Низаметдин улы Дәүләтов – Башҡортостандың иң ҙур тәжрибәле педагогтарының береһе, Туймазы районының Балтай, Ҡарамалы-Ғөбәй, Туҡай ауылдары мәктәптәрендә утыҙ йылдан ашыу инде балаларға белем бирә. Ата-бабаларының тарихи тамырҙары, ырыуҙаштарының тарихы менән дә күптән ҡыҙыҡһына ул, һөҙөмтәлә шәжәрә төҙөү буйынса бай мәғлүмәт туплаған.
– Туймазы районының Балтай ауылында тыуып үҫтем, барлыҡ нәҫелебеҙ һәм бөгөнгө туған-тыумасам да ошо ауылдыҡы, – ти Марат Низаметдин улы. – Ун туғыҙ йыл Балтай мәктәбендә эшләнем, ундағы мәктәп ябылғас, күрше Туҡай ауылы мәктәбенә күстем.
Дөйөм педагоглыҡ стажым утыҙ йылдан ашты. Ауыл мәктәбе уҡытыусыһына төрлө предметты уҡытырға тура килгәне билдәле инде, беҙҙә лә шулай. Нигеҙҙә, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре йөкмәтелә миңә. Математика, физкультура буйынса ла дәрестәр бирергә тура килгеләне.
Марат Дәүләтов тәүҙә Бәләбәй педагогия училищеһын тамамлай, артабан ситтән тороп Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡый.
Тарих менән электән ҡыҙыҡһына
– Уҡытҡан фәнем дә тарих булғас, тарихи яҡтан ҡыҙыҡлы булған бөтә нәмәне өйрәнергә тырыштым, тыуған яғыңдың һәм ата-бабаларыңдың үткәнен белеү айырыуса мауыҡтырғыс шөғөл бит ул, – ти педагог. – Ырыуымдың шәжәрәһен төҙөй башлағас, тарихҡа тағы ла тәрәнерәк сумдым.
Башҡортостан райондарында Шәжәрә байрамдары үткәреү йолаһы киң тарала башлағас, Марат Дәүләтов был йүнәлешкә тағы ла әүҙемерәк тотона. Шәжәрә байрамына әҙерлек эшендә лә ҡатнаша ул. Кемдеңдер ҡушыуы буйынса түгел, ә үҙ теләгенә ярашлы.
Балтай ауылына ХVIII быуатта нигеҙ һалынған, тип иҫәпләй тарихсылар.
– Әйле улысының Туғыҙлы ауылынан күсеп килгән кешеләр беренсе булып ултырған, тип фаразлайбыҙ, – ти Марат Низаметдин улы. – Ауылда халыҡ йәшәй башлаған йыл теүәл генә билдәле түгел, был турала документтар һаҡланмаған. Элек был яҡтар, мәғлүм булыуынса, Ырымбур губернаһына ҡараған, ә ундағы архив янған, тарихи документтар юҡҡа сыҡҡан, Өфөлә ҡайһы бер ҡулъяҙмаларҙы эҙләп таба алдым, ләкин улар бик аҙ.
Янғын һөҙөмтәһендә ентекләп өйрәнерлек документтар күп түгел. Булғандарынан сығып, Марат Дәүләтов, тыуған ауылына 1725 йылда нигеҙ һалынған булырға тейеш, тигән фекергә килә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, был ваҡиға 1710 йылда булған. Уныһы ата-бабаларҙың киләсәк быуынға телдән әйтеп ҡалдырған һүҙҙәренән сығып ҡына фаразлана, бер ниндәй ҡағыҙ сығанаҡ табылмаған әлегә. Күреүебеҙсә, тарих төпкөлдәренән кәрәкле мәғлүмәт табыу еңелдән түгел. Ә ысын тарихсыларҙы шул сәмләндерәлер ҙә, моғайын.
1736 йылда Килмәк батыр Нурышев ырыуҙаштары менән бергә Оло Нөгөш буйындағы Үрмәкәй ауылы янында Румянцев ғәскәрҙәренә ҡаршы ҡаты алышта ҡатнашҡандан һуң, балтайҙар быға саҡлы йәшәгән Ҡандракүл буйынан әле торған урынға күскән. Карателдәр экспедицияһынан ҡасҡандар, тип уйларға кәрәктер.
– “Балтай” атамаһы яҙылған документтарҙың бик аҙ табылыуы шуның менән дә аңлатыла – ул саҡта ауылдың исеме икенсе төрлө, йәғни Өскисеү тип аталған булһа кәрәк, – ти Марат Низаметдин улы. – Ауылдың старостаһы Балтай исемле кеше булған, Пугачев ихтилалынан һуң ул тауға ҡасып, йәшеренеп йәшәгән, унда хатта “Балтай ҡыуышы” тигән урын да бар. Был ҡыуышта ул ҡатыны, балалары менән бергә көн күргән. Бер саҡ ҡатыны шишмәгә һыу алырға төшкәндә күреп ҡалалар, шунан артынан күҙәтеп барып, Балтайҙы тоталар һәм үлтерәләр.
Тарихсы Марат Дәүләтов ауыл тураһындағы архив яҙмаларын “Өскисеү” топонимы буйынса ла эҙләп ҡарарға йыйына. Был ауыл ултырған ерҙә Өсән йылғаһын өс тапҡыр кисеп сығырға кәрәк, ауылдың исеме лә шунан барлыҡҡа килгәндер инде.
“Башҡорт яҙыусыларын да уҡып үҫтек”
– Мәктәптә беҙ, Башҡортостандың башҡа көнбайыш райондарындағы кеүек үк, татарса уҡыныҡ, Ҡазанда баҫылған дәреслектәр буйынса шөғөлләндек, – ти педагог. – Алгебраны ла, физиканы ла татар телендә уҡыныҡ. Шулай ҙа башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙарының әҫәрҙәре менән танышманыҡ, тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ. Ни өсөн тиһәң, Ҡазанда “Башҡортостанда йәшәгән татарҙар өсөн” тип тәғәйенләнгән айырым дәреслектәр баҫып сығаралар ине. Ул дәреслектәрҙә башҡорт яҙыусыларының да әҫәрҙәре булғанын хәтерләйем, шуға күрә “был яҙыусы – татарҙыҡы” йәки “быныһы – башҡорттоҡо” тип бүлгеләү булманы, ундай уй һис кемдең башына ла инеп сыҡмағандыр, моғайын.
– Милләт буйынса ла башҡорт йәки татар тип айырып ҡараманылар, – ти Марат Низаметдин улы. – Ярты ауыл үҙен башҡорт тип күрһәтә, яртыһы татар тип йөрөтә.
Әммә бер-береһенең милләте ни өсөн шулай икәнен, ҡайҙан килеп сыҡҡанын тикшереү-төпсөнөү булмаған.
– Үҙебеҙҙең ғаиләне миҫалға килтерә алам, – ти уҡытыусы. – Мин үҙем башҡорт тип яҙылғанмын, ә бер туған ағайым татар тип күрһәтелгән. Бында ике милләт араһында тәғәйен сик үткәреү мөмкин түгел һәм кәрәкмәй ҙә. Татарстанда, мәҫәлән, беҙҙе татар тип ҡабул итмәйҙәр, сөнки беҙҙең төбәк диалекты Ҡазандыҡына тура килмәй. Татарстандың беҙгә күрше генә ятҡан Баулы районында ла һөйләш беҙҙеке кеүек түгел, унда барып йөрөйбөҙ бит инде, күрәбеҙ, ишетәбеҙ. Башҡортостанда ла һөйләшебеҙ Көнсығыш башҡорттарыныҡына тура килмәй. Ике арала торған кеүекбеҙ. Беҙҙең районда ғына ла тирә-яғыбыҙҙа ятҡан ауылдарҙың һәр береһендә үҙенсә диалект бар, шуға күрә милләтенең кем икәнен билдәләү йәки күрһәтеү – һәр кемдең шәхси эше.
“Ә ғәмәлдә, ниндәй һөйләшкә ҡараһаҡ та, урындағы халыҡтың төп өлөшө сығышы буйынса боронғо Әйле башҡорттары ырыуына ҡарай, – ти Марат Низаметдин улы. – Бына үҙем шәжәрә төҙөгәндә лә 27 быуынды асыҡланыҡ! Беҙҙең ырыуҙаштарҙың тамыры 1200 йылдарға барып сыға! Туймазы районындағы иң ҙур шәжәрәләрҙең береһе миндәлер ул”.
Тарихсы-педагог әйтеүенсә, ырыу тарихы борон яҙма рәүештә булмаған, ата-бабалар артабанғы быуындарға телдән васыят итеп кенә ҡалдырған, ә ҡағыҙҙа теркәү ХIX быуат тирәһендә генә башланған. “Балтай ауылы халҡы тулыһынса тип әйтерлек бер нәҫелгә барып тоташа”, – ти ул.
Ситтән килгәндәр ҙә байтаҡ. Әлеге Туғыҙлы ауылы кешеләре, мәҫәлән, Балтай ауылына ғына ултырмаған, башҡа тирә-яҡ ауылдарҙа ла төпләнеп ҡалған. Марат Дәүләтов уларҙың барыһын да Әйле ырыуы вәкилдәре тип иҫәпләй һәм был ырыуға ҡараған ауылдарҙы атай: Балтай менән Туғыҙлынан тыш, Түбәнге һәм Үрге Бишенде, Үрмәкәй, Йәрмөхәмәт, Япраҡлы, Иҫке Туймазы, Соҡаҙытамаҡ, Төпкилде...
Тәжрибәле педагог Марат Дәүләтов эшләгән Туҡай мәктәбе Ҡарамалы-Ғөбәй урта мәктәбенең филиалы булып тора, шулай ҙа балалар һаны бындай бәләкәй учреждение өсөн бик аҙ ҙа түгел – 47 бала уҡый. Башҡа предметтар менән бергә бында туғыҙынсы класҡа хәтлем башҡорт телен дә, татар телен дә уҡыталар.