Башҡорт донъяһы
9 Апрель 2021, 13:52

Эске Йылан ырыуы ҡор тупланы

“Һәр беребеҙ үҙ тамырын белһә, киләсәгебеҙ ҙә матур булыр”

Үткән йомала Дүртөйлө ере Эске Йылан ырыуы вәкилдәрен йыйҙы. Бында Дүртөйлө, Борай, Илеш, Ҡалтасы, Саҡмағош райондарынан делегаттар килде. Иң башта ырыу вәкилдәре әҙерләгән бай эстәлекле күргәҙмә менән танышырға мөмкин булды. Унда этнография материалдары, декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләре ҡуйылғайны. Йыйынға килгән һәр район үҙ күргәҙмәһе менән таныштырҙы. Тарихи өлгөләргә бай күргәҙмәне ҡарап сыҡҡас, йыйындың төп өлөшөнә сират етте.



Тарих төпкөлөнән бөгөнгәсә...


Ырыу йыйыны Эске Йылан ырыуының тарихын бәйән иткән театр-хореография тамашаһынан башланып китте. Бында төрлө тарихи осорҙарҙы: төп ете ырыуҙың йыйылғанын, Иван Грозныйға барып грамота алғанды, Рәсәй дәүләтенә ҡушылғанды, Бөйөк Ватан һуғышынан алып хәҙерге көн­дәргә тиклем ваҡытты күрергә мөмкин булды. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсенә башҡорт тарихының оло ваҡиғаларҙан торған киң дәүерен һыйҙырған рухлы, сағыу тамаша залдағы бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Эске Йылан ырыуы, Ҡыр-Йылан кеүек үк, башҡорт халҡының төнь­яҡ-көнбайыш төркөмөнә ҡараған Йылан ырыуына инә. Йыландарҙың аҫаба ерҙәре тарихи Башҡортос­тандың көнбайыш өлөшөндә көнь­яҡтан төньяҡҡа ҡарай киң биләмә булып һуҙылған. Уның вәкилдәре Бишбүләк, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Илеш, Ҡалтасы, Туймазы, Шаран, Саҡмағош райондарында йәшәй. Татарстандың Баулы районында ла Йылан ырыуы вәкилдәре бар.
Ырыуҙың күренекле вәкилдәре: Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми, Советтар Союзы Геройы Әнүәр Абдуллин, яҙыусы Ғилемдар Рамазанов, билдәле яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимов, Башҡортостандың һәм Татарстан­дың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Илһөйәр Ғизетдинова һәм башҡалар.
Тантананы район хакимиәте башлығы Риф Йосопов асты. Ул делегаттарҙы, йыйылыусыларҙы тәбрикләп, уңышлы эш теләне. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролта­йының башҡарма комитеты етәксе­һе Ғәлим Яҡупов та эске йылан­дарҙы ихлас сәләмләне.
Докладтар менән БР Стратегик тикшеренеүҙәр институтының социо-мәҙәни анализ үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов, “Без – башҡорт­лар” йәмәғәт ойошмаһы башлығы Радик Бәхтиев, тарихсы Нурислам Ҡалмантаев, йыландарҙың сағыу вәкиле – донъя илдәрендә лә исеме яңғыраған яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимов сығыш яһаны. Һәр сығыш иғтибар менән тыңланды, ундағы фекерҙәрҙе ҡеүәтләп, алҡыштар яңғыраны. Ғөмүмән, залда рухлы мөхит хөкөм һөрҙө.
Ҡунаҡтарҙан һуң һүҙ Эске Йылан ырыуы вәкилдәренә бирелде.

Илеш районы Түбәнге Йәркәй ауылынан тарих уҡытыусыһы Шамил Ғәбдрәҡипов үҙҙәрендәге башҡорт ауылдары тарихын һөй­ләһә, Светлана Хашимова ғаиләһе шәжәрәһе менән таныштырҙы. Борай районынан Фәүил Ғиззәтуллин тыуған төбәгенең Эске Йылан ырыуына ҡараған ауылдары үткәнен бәйән итте. Ҡалтасы районында был ырыу вәкилдәре йәшәгән ауылдар тураһында мәғлүмәтте урында­ғы ҡоролтай рәйесе Лилиә Дәү­ләтова еткерҙе, Саҡмағош районы башҡорттары исеменән Йомаш ауылы хакимиәте башлығы Рәмилә Сәлимгәрәева һүҙ тотто. Дүртөйлө­ләр ҡаһармандары хаҡында ғорур­ланып бәйән итте, Назар Нәжмиҙе йылы һүҙҙәр менән ололап хәтергә алды. Районда иң ҙур ауылдарҙан һаналған Исмаил тарихы менән Хәсәнйән Хәмзин таныштырҙы.


Эске йыландар гимнлы булды


Йыйындың иң мөһим өлөшөнөң береһе “Эске Йылан ырыуы” йәмә­ғәт ойошмаһы Советын һайлау булды. Уның составына халыҡ араһында абруй ҡаҙанған 15 йыланлы инде. Совет рәйесе итеп бер тауыштан Миңеште ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Дамир Сабиров һайланды.
– Һәр беребеҙ үҙ тамырын бел­һә, киләсәгебеҙ ҙә матур булыр. Бергәләп, емешле эшләргә яҙһын, – тине ул сәхнәгә күтәрелгәндә.

Ырыуҙың гербын ҡабул итеү әлегә кисектерелеп торҙо. Был мөһим эште, Ю. Йосопов әйткәнен­сә, Ҡыр-Йылан вәкилдәре менән берлектә хәл итеү зарур.
Ырыу гимнын ҡабул итергә ваҡыт еткәс, сәхнәгә бер төркөм йырсылар сығып, уны башҡарып ишеттерҙе. Унда шундай юлдар бар:

Тарихыбыҙ төпкөлөнән

Ата-бабам һала оран:

“Тоҡсаба! Тоҡсаба!”

Ҡошо – ҡарға, ағасы – ҡайын,

“Әүернә” тип тамға һуҡҡан

Ырыуыбыҙ – Йылан.
Моңло, туған халҡына, еренә, ырыуы тарихына һөйөү ярылып ятҡан йырҙы залдағылар аяғүрә баҫып тыңланы. Уның һүҙҙәрен башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыһы Руфина Камалова яҙған, көйөн Филүс Беркет ижад иткән.
– Иң матур ырыу гимндарының береһе был, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Ю. Йосопов.

Аһәңле, рухлы гимн дөйөм бер ҡарарға килеп, бер тауыштан ҡабул ителде.
Йыйындың резолюцияһында мөһим мәсьәләләр билдәләнде. Эске Йылан ырыуы вәкилдәренең төп бурысы – башҡортлоҡто һаҡлау, үҙ халҡыңдың лайыҡлы вәкиле булыу, ырыу кешеләренең белемен, мәҙәни кимәлен үҫтереү, тиелде унда.
Телде һаҡлау, артабан тапшырыу, тәбиғи, үҫеп килеүсе быуын менән эш алып барыуҙан тора. Милли мәҙәниәт менән таныштырыр өсөн мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында уҡытыу-тәрбиә төньяҡ-көнбайыш диалекты ниге­ҙен­дә алып барылған төркөмдәр асырға, тигән тәҡдим дә индерелде. Эске Йылан ырыуынан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәрҙең мәҙәни, тарихи мираҫын өйрәнеү, таратыу ҙа мөҡәддәс бурыстарҙың береһе икәнлеге билдәләнде.
Шәжәрә һәр башҡорт ырыуы вәкиле өсөн айырыуса мөһим мәғәнәгә эйә. Ырыу тарихын белер, тамырҙарҙы юллар өсөн Шәжәрә байрамдарын үткәреүҙе лә дауам итергә кәрәк. Ырыу йыйыны резо­люцияһында был мөһим мәл дә иғтибарһыҙ ҡалманы, әлбиттә.
Яңы һайлап ҡуйылған Ырыу советы һәм уның урындағы бүлектәре алдына ла хәл итә торған мөһим мәсьәләләр ҡуйылды. Улар ара­һын­да – ырыу йәштәрен төрлө мил­ли-мәҙәни сараларға ылыҡ­тырыу, традицион спорт төрҙәрен үҫтереү, ярыштарҙа ҡатнашыу, интернет селтәрендә Эске Йылан ырыуы тарихына, мәҙәниәтенә арналған электрон ресурстар, сайт төҙөү. Өйрәнеүҙе талап иткән тағы бер мәсьәлә – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында Ватанды һаҡлаған ырыу вәкилдәре исемдәрен мәңгеләштереү, улар­ҙың биографияһын өйрәнеү, туған­дарын эҙләп табыу, материалдар (фотоһүрәттәр, документтар, иҫтә­лектәр) йыйыу.
Программаға ярашлы, йыйын ваҡытында икенсе майҙандарҙа балаларға тәғәйенләнгән саралар ҙа ойошторолдо.

“Тамыр” телеканалы “Нурбоҫ­тан” исемле башҡорт телендәге тәүге анимация фильмы менән таныштырҙы, балаларға конкурс, уйындар ойошторҙо. Еңеүселәргә бүләктәр ҙә әҙерләнгәйне.
“Аҡбуҙат” балалар журналы ла ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле саралар әҙерләп үткәрҙе.

Йыйындың йомғаҡлау өлөшөндә уны үткәреүгә тырышлыҡ һалған ойоштороусыларға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәх­мәт хаттары тапшырылды.
Ырыуҙар йыйыны штандарты тантаналы рәүештә Балтас районы вәкилдәренә тапшырылды. Бына тап бөгөн унда Танып ырыуы вәкилдәре йыйыны бара.
Эске Йылан ырыуы ҡоро урын­дағы артистар әҙерләгән матур концерт менән тамамланды.


Дүртөйлө ҡалаһы.
Читайте нас