Башҡорт донъяһы
9 Апрель 2021, 14:00

Таныптар тамырҙарын барланы

Балтас районында республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш башҡорттары ҡор йыйҙы. "Ырыу ағасы" йыйыны эстафетаһы кемдәргә тапшырылды?

Бөгөн Иҫке Балтас район мәҙәниәт йортонда Танып ырыуы башҡорттарының йыйыны үтте. Сара республикала иғлан ителгән Башҡорт тарихы йылы һәм "Ырыу ағасы" республика форумына ярашлы уҙғарылды.

Сара иҫ китмәле йылы һәм туғандарса мөхиттә үтте. Балтастар матур итеп әҙерләнгәйне. Ҡунаҡтарҙы йола буйынса йыр-моң ҡаршы алдылар. Район мәҙәниәт йортонда халыҡ ижадын, кәсепселекте күрһәтеүгә бағышланған күргәҙмә ойошторолғайны. Сарала Танып ырыуы нәҫел-тамырҙарын күрһәткән бик шәжәрәләр ҡуйылғайны. Йыйынға Асҡын, Ҡариҙел, Тәтешле райондарынан делегациялар килде, улар ҙа Танып ырыуы башҡорттары икәнен иҫбатлаған шәжәрәләрен күрһәтте. Билдәле булыуынса, был райондарҙа ла төньяҡ-көнбайыш башҡорттары йәшәй.
"Танып ырыуының барлыҡҡа килеүе" тип аталған бай йөкмәткеле театрлаштырылған тамаша күрһәттеләр. Йыйында ҡатнашҡандарҙы, ҡунаҡтарҙы Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев тәбрикләне. Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары, ғалимдар ҡатнашты. Йыйында Танып ырыуы башҡорттарының гимны ҡабул ителде.
Башҡортостанда Башҡорт тарихы йылына ярашлы уҙғарылған "Ырыу ағасы" республика форумы эстафетаһын балтастарҙан Илеш районы ҡабул итте. Уларҙа 16 апрелдә Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары йыйыны үтәсәк.
Автор фотолары.
Читайте нас