Башҡорт донъяһы
13 Апреля 2021, 06:32

Ата-бабалар мираҫы ҡәҙерләп һаҡланһын

Архив документтары менән бәхәсләшеү мөмкин түгел.

Башҡорт теле йылы ла тарих битендә тороп ҡалды. Нимәһе менән иҫтәлекле булды һуң ул? Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты һәм уның президиумы, айырым министр­лыҡтар, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, шулай уҡ ҡайһы бер ойошмалар тара­фынан төрлө саралар, конкурстар үткәрелеүе, юғары власть орган­дарында башҡортса сығыштар яңғырауы, “Эшлекле башҡорт теле” тип нарыҡланған уҡыу әсбабының нәшер ителеүе – был эштәрҙең һәммәһе лә хуплауға лайыҡ. Улар асылда туған телебеҙгә иғти­барҙы арттырыуға, уны популяр­лашты­рыуға йүнәлтелеүе менән әһәмиәтле булды.


Шәжәрә – тарихи ысынбарлыҡ көҙгөһө


Милли тамырын белмәгән, туған телен һанламаған, йәғни маңҡортҡа әүерелә барған милләттәштәребеҙ – бөгөн айырыуса ярҙамға мохтаж ҡатлам. Был хәлгә улар асылда совет дәүерендә дәүләт кимәлендә алып барылған сәйәсәт арҡаһында дусар булды.
Был йәһәттән, йәғни элекке хаталарҙы төҙәтеү маҡсатында, Башҡортостан Республикаһының Милли архивы бик тә әһәмиәтле эш алып бара. 2017 йылда ойошторолған Шәжәрә үҙәге хәҙерге көндә нәҫел тамырҙары менән ҡыҙыҡһыныу­сыларға аныҡ ярҙам күрһәтә. Метрика кенәгәләре ғәрәп яҙмаһында бирелгән­лектән, күптәр шәжәрәһен үҙаллы эшләй алмай. Боронғо документтарҙы иркен уҡыған белгестәребеҙ был юҫыҡта һәр кемгә булышлыҡ итә. Әлбиттә, нәҫел-нәсәп хаҡында бай мәғлүмәт туплау һәм төҫлө шәжәрә эшләп биреү хеҙмәте түләүле. Әммә был мәсьәлә бер кемде лә ҡурҡытмай – Милли архивҡа үтенес менән мөрәжәғәт итеүселәр һаны йылдан-йыл арта бара.
Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығы һәм Милли архивы шәжәрә мәсьәләһенә иғтибарҙы көсәйтеү һәм йәш быуында милли рух, илһөйәрлек сифаттары тәрбиәләү маҡсатында өлкән класс уҡыусылары, студенттар һәм йәштәр араһында өс йыл рәттән конкурстар уҙғарҙы. Ғилми-тикшеренеү эштәре, ғәҙәттә, ике дәүләт телендә – русса һәм башҡортса атҡарыла.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сара­һына арнап, Башҡортостан Республика­һы­ның Милли архивы ошо көндәрҙә 8 – 11-се класс уҡыусылары, колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттары, 30 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәм егеттәр ара­һында сираттағы ижади бәйге ойошторҙо. “Ғаиләм тарихы – архив документтарында” тип аталған шәжәрә конкурсының шартна­мәһе, йылдағыса, ҡала һәм район хаки­миәттәренә ебәрелде һәм Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығы сайтында урынлаштырылды.
Тарихи тамырҙарын асыҡларға, нәҫел-нәсәбен барларға һәм ғаилә шәжәрәһе эшләргә теләге булған йәштәр араһында бәйгелә ҡатнашыусылар күп булыр, тип ышанабыҙ.
Халҡыбыҙҙың милли бренды рәүешен­дә баһаланған шәжәрә хәҙерге заман йәштәренең ғорурлығы, милләт паспорты, ата-бабалар мираҫын ҡәҙерләп һаҡлауҙың сағыу өлгөһө булып ҡалһын ине.


Дәүләт статуслы башҡорт теленә – бер быуат


2020 Башҡорт теле йылы булараҡ иҫтә ҡалһа, 2021 йыл башҡорт теленең дәүләт статусына эйә булыуына бер быуат менән әһәмиәтле. Йөҙ йыл самаһы элек булған хәл-ваҡиғаларға ҡыҫҡаса байҡау яһайыҡ. 1917 йылдың 20 – 27 июлендә Ырымбурҙа I Бөтә башҡорт съезында тәүләп башҡорт телен мәктәптәрҙә урыҫ теле менән бер ҡатар уҡытыу кәрәклеге хаҡында ҡарар ҡабул ителә. Әммә был уй-ниәтте ғәмәлгә ашырыу оҙаҡҡа һуҙыла. Башҡортостан автономияһы төҙөлгәс кенә, башҡорт теле мәсьәләһенә иғтибар көсәйә.
1919 йылдың 3 декабрендә Башревком Юстиция буйынса халыҡ комиссариатына республика биләмәһендә дәүләт телен индереү хаҡында шартнамә эшләргә фарман бирә.
1920 йылдың 1 мартында Башревком ултырышында Юстиция буйынса халыҡ комиссариатының башҡорт телен дәүләт теле сифатында ғәмәлгә ашырыу тураһын­дағы доклады тыңланыла. Ошо ултырышта башҡорт теленең статусын билдәләү буйынса тейешле документтар әҙерләү бурысы йөкмәтелгән комиссия төҙөлә.
1920 йылдың 23 мартында комиссия­ның эш йомғаҡтары буйынса Башҡортос­тан биләмәһендә башҡорт һәм урыҫ телдә­рен дәүләт телдәре тип иғлан итеү хаҡында шартнамәне раҫлаған ҡарар ҡабул ителә, ләкин Башревком тарҡатылыу сәбәпле, был ҡарар ҙа бойомға ашмай ҡала.

1921 йылдың 27 июнендә РКП(б)-ның Башҡортостан Өлкә комитеты пленумы, урыҫ теле менән башҡорт телен дәүләт телдәре булараҡ танып, туған телде республиканың барлыҡ уҡыу йорттарында ла уҡытыу хаҡында ҡарар ҡабул итә.
Ахыр килеп, 1921 йылдың июлендә Советтарҙың II Бөтә башҡорт съезы был ҡарарҙы юридик йәһәттән нығытып ҡуя: “дәүләт төҙөлөшөндә башҡорт ярлыларының ҡатнашыуын еңеләйтеү маҡсатында, башҡорт телен урыҫ теле менән бер нәүбәттә дәүләт теле тип танырға”. Шулай итеп, ҡатмарлы һәм оҙайлы юл үтеп, башҡорт теле дәүләт статусына эйә була.
Ниһайәт, БАССР-ҙың Үҙәк Башҡарма Комитеты ошо документ нигеҙендә 1921 йылдың 6 июлендә “Башҡорт телен рус теле менән бер ҡатар дәүләт теле итеп таныу тураһында” ҡарар ҡабул итә. Шул уҡ йылдың сентябрендә БАССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Комитеты дәүләт телдәрен республика учреждениеларында ҡулланыу хаҡындағы күрһәтмәне халыҡҡа еткерә. Унда, атап әйткәндә, “кантондарҙа, өйәҙҙәрҙә урындағы халыҡтың күпселеге ниндәй телдә һөйләшә, эш ҡағыҙҙары шул телдә алып барылырға тейеш” тип әйтелә.
Төбәктә аслыҡ хөкөм һөргән ваҡытта, сәйәси-ижтимағи һәм социаль-иҡтисади йәһәттән үтә ҡатмарлы шарттарҙа, башҡорт теленең яҙмышын ыңғай яҡҡа бороп ебәреүгә 1921–1922 йылдарҙа Башҡорт­остандың Үҙәк Башҡарма Комитеты рәйесе һәм РКП(б)-ның Башҡортостан Өлкә комитеты секретары вазифаларын башҡар­ған, 1924 йылда иһә БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе булып эшләгән Шәһит Хоҙайбирҙин ғәйәт ҙур көс һала. Уның етәкселегендә башҡорт әҙәби теле нормаларын булдырыу һәм, респуб­ли­каның дәүләт теле булараҡ, уны дәүләт органдарында, йәғни эш ҡағыҙҙарында ҡулланыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Был йылдарҙа башҡорт теленең ҡулланыу даирәһен киңәйтеүгә йүнәлтелгән байтаҡ фарман ҡабул ителә.


Өмөт тә, ышаныс та ҙур


1923 йылдың декабрендә партияның Башҡортостан Өлкә комитеты президиумы ултырышында башҡорт теленең дәүләт статусын эш ҡағыҙҙарында ғына түгел, матбуғат, нәшриәт, мәғариф һәм сәнғәт өлкәләрендә лә ғәмәлгә ашырыу мәсьәләһе тикшерелә. 1924 йылдың 9 авгусында Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты хөкүмәт ҡарарҙарын мотлаҡ ике дәүләт телендә – башҡорт һәм рус телдәрендә – нәшер итеү хаҡында ҡарар ҡабул итә. Был документ республикабыҙҙа башҡорт теленең дәүләт статусын раҫлауҙа мөһим аҙым була.
Республикабыҙҙың 1925 йылда ҡабул ителгән тәүге Конституцияһы башҡорт һәм урыҫ телдәрен дәүләт телдәре итеп иғлан итә. Башҡортостан автономияһының төп законында, атап әйткәндә, башҡорт те­лен съезд, йыйылыш, суд эштәрендә, идара итеүҙә, ижтимағи тормошта, мәктәп­тә белем биреүҙә ҡулланыу хаҡында әйтелә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҙған быуаттың 30-сы йылдарында тел өлкәһендәге сәйәсәт үҙгәрә башлай: 1937 һәм 1978 йылдарҙа ҡабул ителгән республика Конституцияларында башҡорт теленең рәсми статусы нығытылмай.
Нисек кенә булмаһын, артабанғы йылдарҙа Башҡортостанда төп милләт теленә иғтибар кәмемәй: гәзит-журналдар, китаптар туған телдә нәшер ителә, башҡорт теле мәктәптәрҙә уҡытыла, радио аша яңғырап тора.
1999 йылда ҡабул ителгән “Башҡорт­остан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” Закон, уҙған быуаттың 20-се йылдарында уҡ республика халыҡтары телдәренә ҡарата билдәләнгән хоҡуҡтарҙы раҫлап, башҡорт һәм рус телдәрен дәүләт телдәре тип иғлан итте.
2002 йылда яңы редакцияла ҡабул ителгән республиканың Төп Законы туған телебеҙҙең статусын рус теле менән бер ҡатарҙан нығытып ҡуйҙы.

Шулай итеп, Рәсәй киңлегендә беренсе булып автономия алыуға ирешкән Баш­ҡортостан төп милләттең телен дәүләт юға­рылығына күтәреүгә ифрат ҙур көс һала. Бынан бер быуат элек ошо оло эштең башында торған автономиялы республиканың көслө рухлы етәкселеге тарафынан туған телде һаҡлап ҡалыу һәм уны артабан үҫтереү хаҡына алып барылған эҙмә-эҙлекле, оҙайлы көрәште ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ юлы тип атап булыр ине. Туған телебеҙҙең дәүләт теле булараҡ бө­гөнгәсә йәшәүендә, уның тарих төпкөлөндә юҡҡа сыҡмауында Шәһит Хоҙайбирҙин кеүек дәүләт эшмәкәрҙәре һәм башҡорт зыялыларының роле баһалап бөткөһөҙ ҙур.
Башҡорт теле Рәсәйҙең бер төбәгендә лә хоҡуҡи йәһәттән ҡурсаланыуға дәғүә итә алмай, был мөмкинлеккә ул бары тик үҙ ерлегендә – Башҡортостанда ғына эйә. Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа тел өлкәһендә алып барылған ыңғай сәйәсәт башҡорт теленең артабанғы үҫешенә, иң мөһиме – уны ҡулланыу даирәһенең мотлаҡ киңәйеүенә булышлыҡ итәсәгәнә өмөт тә, ышаныс та ҙур.

Читайте нас