Башҡорт донъяһы
13 Апрель 2021, 05:53

Эльвира АЙЫТҠОЛОВА: “Ҡоролтай халыҡ тарихын, фекерен киң йәмәғәтселеккә еткерә”

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы әүҙем эш алып барған, аныҡ проекттар, тарих, мәҙәниәт менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың зауығын ҡәнәғәтләндерерлек саралар әҙерләп, киң йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим иткән ойошма булараҡ танылды. Бик күп йылдар “шуны эшләргә кәрәк, быны булдырыу зарур”, тигән лозунгтар хәҙер аныҡ ғәмәлдәр аша тормошҡа аша.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы әүҙем эш алып барған, аныҡ проекттар, тарих, мәҙәниәт менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың зауығын ҡәнәғәтләндерерлек саралар әҙерләп, киң йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим иткән ойошма булараҡ танылды. Бик күп йылдар “шуны эшләргә кәрәк, быны булдырыу зарур”, тигән лозунгтар хәҙер аныҡ ғәмәлдәр аша тормошҡа аша.


Беҙ нисәмә йыл Бөйөк Ватан һуғышына юлланған данлыҡлы 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының составын барлау, исемлек төҙөү тураһында әйтә килдек, әммә эш атҡарылманы. Төньяҡ-көнбайыш диалектында аралашҡан башҡорттарға йөҙ менән боролоу кәрәклеген күп яҙҙыҡ, һөйләнек, әммә ниндәй аныҡ эш башҡара алдыҡ? Уҙғарылған конференция материалдары халыҡҡа барып етмәне хатта. Бөгөнгө эшмәкәрлек һәм йәмәғәт ойошмаһының дәүләтселектең тотороҡлолоғон һаҡлауҙағы әһәмиәте хаҡында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира АЙЫТҠОЛОВА менән әңгәмәләштек.


– Эльвира Ринат ҡыҙы, һөйлә­шеүҙе республика етәкселеге менән берлектә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойош­торған саралар тураһында баш­лаһаҡ, моғайын, урынлы булыр?

– Әлбиттә, бөгөн Рәсәй, республика кимәлендә йәмәғәт ойошмаларының әһәмиәте ҙур. Быға бәйле һуңғы йылдарҙа илдә, республикала бик күп закондар ҡабул ителде. Уларға таянып, төрлө йәмәғәт ойошмалары дәүләт менән бергә ил йөгөн тарта. Тәғәйен Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына килгәндә, төп маҡсат – татыулыҡ, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡ. Шул уҡ ваҡытта, Рәсәй граждандары булараҡ, милли йөҙөбөҙҙө лә һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ – беҙ – үҙебеҙ башҡорттар, шағир әйтмешләй. Шуның өсөн телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы һаҡлау – төп бурыс.
Бына ошо һүҙҙәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн, аныҡ эштәр, ҙур проекттар кәрәк. Ойошма декларация формаһында һүҙ һөйләү, лозунгтар иғлан итеү менән генә шөғөлләнә алмай. Күптәр кәңәш бирергә, тәнҡит менән сығыш яһарға ла оҫтарып алды, әммә улар бер ниндәй аныҡ эш алып бармай. Халыҡ та хәҙер күп нәмәне аңлай. Мәҫәлән, әйтелгән һүҙҙәр артынан аныҡ эштәр башҡарылһа, милләттәштәребеҙ ҙә быны күрер, таныр ине.
– Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының эшендә яңы формат, яңы ҡараш барлыҡҡа килде…

– Эйе, һуңғы йылдарҙа эшмәкәрлегебеҙ, йүнәлешебеҙ үҙгәрҙе, сөнки, беренсенән, законға ярашлы база ла үҙгәрҙе. Бөгөн һәр йәмәғәт ойошмаһы, миллиме, урманды һаҡлаймы, йәнлектәр менән шөғөлләнәме – барыһы ла НКО тип атала, бөтәһенең дә эшмәкәрлеге гранттарға бәйле. Был ойошмаларҙың финанс яғы тураһында фекер йөрөтмәү мөмкин түгел. НКО-лар тураһында Рәсәй кимәлендә закондар ҡабул ителде.
Гранттарға лайыҡ булыр өсөн аныҡ проекттар булырға, аныҡ эштәр хаҡында фекер йөрөтөлөргә тейеш. “Әйҙәгеҙ, дуҫтар, телде һаҡлайыҡ!” – бына был лозунг. Шәп фекер! Әммә уны тормошҡа ашырыу өсөн аныҡ эштәр кәрәк. Беҙҙең халыҡ бик рухлы, улар араһында шундай янып торғандар, милләтем тип йөрөгәндәр бихисап.
Хәҙер шәп фекерҙәрҙе тормошҡа ашырыу юлдарын табыу мөһим. “Беҙ, тел өсөн яныу­сылар, милләт өсөн фекер әйтеүселәр, үҙ-ара аралашабыҙ, ә ана шул фекерҙе башҡаларға ла еткерергә кәрәк. Был эшебеҙҙең маҡсатлы аудиторияға тәғәйенләнгән булыуы шарт. Улар – телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлаған әүҙем замандаштар, әйҙәүселәр, ғалимдар, ҙур шәхестәр. Бәлки, кемгәлер мәғлүмәт барып етмәйҙер, икенселәрҙең ваҡыты юҡ, әммә беҙ, бер майҙанға туплап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аша халыҡҡа милләттең тарихы, үткәне, шәжәрәләр хаҡында төрлө форматта мәғлүмәт еткерәбеҙ. Мәғрифәтселек эше менән бергә йүнәлеш биреү, ҡайҙалыр өйрәтеп ебәреү кеүек ғәмәлдәр атҡарыла.
– Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағында ата-әсәләр комиссияһы әүҙем эшләп килә...

– Эйе, бөгөн туған тел буйынса эш иң тәүҙә ата-әсәләрҙән башлана. Телгә, илгә мөнәсәбәт ғаиләлә тәрбиәләнә. Мәғариф тураһында закон ҡабул ителгәндә, беҙгә башҡорт телен өйрәнергә кәрәкме-юҡмы, ғариза яҙыу мотлаҡмы-юҡмы, тигән кеүек бик күп һорауҙар ҙа килеп тыуғайны. Бөгөн был Закондың икенсе яғын күрәбеҙ: ата-әсәнән ғариза бар икән, бала ҡайһы төбәктә йәшәүенә ҡарамаҫтан, ул туған телен өйрәнергә хоҡуҡлы. Төркөм йыйыла икән, урындағы хакимиәт уларға шарттар тыуҙырырға тейеш. Ошо мәғлүмәтте күрше өлкәләргә еткерәбеҙ. Уларҙа был Законға әллә ни иғтибар ҙа бүленмәгән, урындағы мәғариф органдары ла, ата-әсәләр ҙә белеп бөтмәй.
Беҙ уларға ошо турала һөйләйбеҙ. Ата-әсәләрҙе сараларға йәлеп итәбеҙ, улар менән тығыҙ аралашабыҙ, техник шарттар үҫешкән заманда онлайн-кәңәшмәләр үткәрәбеҙ. Төбәк­тәрҙә тәғәйен методик ҡулланмалар, әсбаптар нәшер ителде.
Былтыр Мәғариф министрлығы менән берлектә әсбаптар баҫып сығарҙыҡ. Таратҡайныҡ, шундай ҡапма-ҡаршылыҡлы хәлгә тап булдыҡ: әсбаптар бар, әммә улар балалар һанынан күберәк булып сыҡты. Беҙгә китаптар, уҡытыу өсөн методик ҡулланмалар етмәй, тип әйтәләр ине, хәҙер хәл икенсе яҡҡа үҙгәрҙе.
Бөгөн беҙгә ата-әсәләр һанын арттырырға кәрәк. Август айында төрлө төбәктәрҙән үҙебеҙҙә йәшәгән башҡорт милләтле ата-әсәләрҙе йыйып, форум үткәрәбеҙ. Закондар, милли мәғарифта ниндәй яңылыҡтар бар, ошо хаҡта һөйләшәбеҙ. Был эште Мәғариф министрлығындағы коллегаларыбыҙ менән бергә алып барабыҙ.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты был эште ата-әсәләргә еткереү эшендә ярҙам итә. Республика ата-әсәләр комиссияһының ең һыҙғанып эшләүе, атап әйткәндә, Рәйсә Күзбәкованың, Эльвира Байназарованың, Айгөл Атанованың хеҙмәте мотлаҡ үҙ һөҙөмтәһен бирәсәк. Башҡорттар йәшәгән Рәсәй төбәктәрендә, Башҡортостан райондарында ҡыҙыҡһынған, үҙҙәре эште алып барырға теләгән ата-әсәләрҙән төркөмдәр барлыҡҡа килде.
Бөгөн Дәүләт Думаһында коллегалар менән милли мәктәптәр буйынса мәсьәләне күтәрергә уйлайбыҙ, ошо хаҡтағы Закон проектын Дәүләт Думаһына ебәрҙек һәм, беҙҙе ҡеүәтләрҙәр, тип өмөт итәбеҙ.
– “Айыҡ ауыл” тураһында айырым һөйләшергә кәрәктер, моғайын. Бөгөн ул халыҡ араһында иң көтөп алынған конкурстарҙың береһенә әйләнде...

– Был конкурс күптән бара. Бер осор туҡтап та торҙо. Былтыр Грант алғас, эште яйға һалдыҡ. Бөгөн ауылдар “конкурс ҡасан башлана инде” тип көтөп алалар. Сара барышында ауылдар бөтәйеп кенә ҡалмай, халыҡ үҙ-ара ойоша. Ҡатнашыусыларҙың кимәле лә үҫә. Уларҙың үҙҙәрен тотошо үҙгәрә. Улар Өфөгә ауылдарын яҡларға килгәндә, бөтөнләй башҡаса сығыш яһайҙар.
Күгәрсен районынан бер ҡатнашыусы һөйләй. Ул үҙе мәҙәниәт өлкәһендә лә, ер хужалығында ла эшләгән. “Элек берәй сара була тиһәң, халыҡты ҡуҙғатып булмай торғайны. “Айыҡ ауыл”да ҡатнашҡанда тотош ауыл бер-береһе менән аралаша башланы, күрешәбеҙ, һөйләшәбеҙ, фекер алы­шабыҙ”, – ти. Был да бит яҡты мөнәсәбәттәр, ниндәйҙер бер ҙур хәрәкәт барлыҡҡа килеүгә сәбәп булған.
– “Айыҡ ауыл”да еңгән ултыраҡ­тарҙа бөтөнләй эсмәйҙәр тип әйтеп булмай, тип тә яҙалар...

– Эйе, тәнҡит һүҙҙәрен дә ишетергә тура килә. Бында бит иң мөһиме – хәрәкәт! Ҙур ауылдарҙа тиҙ арала быға өлгәшеү, бәлки, еңел дә түгелдер. Уларҙа төрлө магазиндар күп, үҙҙәре эшләп һатыусылар ҙа етәрлек, әммә халыҡ бер-береһен оялта башлай, шулай уҡ эскелеккә ҡаршы мөнәсәбәтен белдерә. Ауылдарҙы айыҡ йәшәү өлгөһөнә йәлеп итергә кәрәк. Бәләкәй ауылдарҙа быға өлгәшергә мөмкин, минеңсә. Республика Башлығы Радий Хәбиров килеү менән эскелеккә ҡаршы көрәш башлап, былай тине: “Эскән, ошо ағыуҙы өйҙә етештергән, өйҙән һатҡан өсөн беҙгә бер-беребеҙ алдында оят булырға тейеш”. Хатта уға ғаиләһен ҡарарға кәрәк, тип “самопал” эшләп һатыусыларға ла күҙ йомоп ҡарай инек. Хәҙер кешеләр үҙҙәре ауылдаштарының күҙен аса, “Һеҙ ауылға ҡаршымы әллә?” тигән һорау ҡуя. “Айыҡ ауыл” конкурсы ауылдарҙағы мөхитте, ауылға ҡарашты үҙгәртте.
Йәнә лә быйыл “Айыҡ ауыл” сиктәрендә ҡышҡы һабантуй барлыҡҡа килде. Кемдер “ҡышын һабантуй буламы ни?” тигән кеүек фекер ҙә әйтте. Әммә шуны күрәбеҙ: ҡышҡы бәйгеләр, ярыштар ауыл халҡын үҙ янына тупланы. Һәр район, элекке йолаларға таянып, уйындарҙы тергеҙҙе, йә иһә яңы ярыштар уйлап тапты. Халыҡ хәҙер ошо конкурсҡа әҙерләнеү, уны үткәреү идеяһы менән янып йәшәй. “Айыҡ ауыл” халыҡты берләштерә, төбәктәренә ҡарата яңы идеялар менән янырға мәжбүр итә. Сараны ауылдың үҙендә йәшәгән халыҡ ойоштора, уҙғара. Икенсенән, дин әһелдәре был конкурста бик әүҙем ҡатнаша. Өсөнсөнән, тауыш биреү этабында ситтә йәшәгән ауылдаштар ҙа үҙ ауылын ҡеүәтләне. Конкурс тирәләй ҙур йәмәғәт ойошмаһы барлыҡҡа килде. Был ярышты хәҙер, алда әйткәнемсә, көтөп алалар.
Бына, ниһайәт, 8 апрелдә еңеүселәр иғлан ителде. Конкурс тамамланырға ла өлгөрмәгән, халыҡ киләһенә әҙерләнә башланы. Бер-береһе менән һөйләшәләр, кәңәшләшәләр, тәжрибә уртаҡлашалар. Был сара һәр ғаилә, ауыл, төбәк өсөн бик мөһим. Бына күҙәтеп барабыҙ һәм халыҡ араһында яңы кәсептәр барлыҡҡа килеүенә иғтибар иттек. Гранттарҙа ҡатнашып, балаҫтар һуғалар, төрлө милли ризыҡтар әҙерләйҙәр. Был – бик ыңғай күренеш. Экологик яҡтан таҙа ризыҡты хәҙер халыҡ етештереп кенә ҡалмай, уны һатып алыусыға ла еткерергә, матур итеп тышлыҡтарға төрөргә лә өйрәнде. Ауылдарҙа хәҙер нимә генә эшләмәйҙәр! “Айыҡ ауыл” конкурсының кураторы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, ғалимә, табип Сәлиә Мырҙабаева сараларҙы ойоштороуҙа бик ҙур ярҙам күрһәтте. Проекттарҙы мәғлүмәти яҡтан яҡтыртыуға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, танылған журналист, ойоштороусы Тәнзилә Үлмәҫбаева етәкселегендәге “Юлдаш” радиоһы булышлыҡ итте. Ырыуҙар йыйынын “Башҡортостан” гәзите бик әүҙем яҡтырта.
– Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан һәр йылды тәғәйен темаға арнап уҙғарыу матур йолаға әйләнде.

– Эйе, беҙ проекттарҙы дөйөм темаға арнап ойоштороу, эште системаға һалыу өсөн һәр йылды милли темаға арнап әҙерләйбеҙ. Мәҫәлән, былтыр Башҡорт теле йылы үтте. V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан һуң республика Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһендә Башҡорт теле көнөн календарға индереү тураһында әйтелгәйне. Әгәр ошоға тиклем Башҡорт теле көнө йәмәғәт башланғысында ойошторолһа, ике йыл элек Башҡортостан Башлығы Указы менән мәғрифәтсе М. Аҡмулланың тыуған көнөндә республикала декабрҙә рәсми рәүештә Башҡорт теле көнө билдәләнә башланы. Башҡорт теле йылында халыҡ бик әүҙем ҡатнашты. Бына әле лә райондарҙа йөрөгәндә ошо йылға арнап эшләнгән плакаттарҙы, күргәҙмәләрҙе, лозунгтарҙы күрәбеҙ. Йәмәғәтселек хуплап алды был ҡарарҙы. Беҙ райондарға ниндәй форматта эшләү, сараларҙы нисек ойоштороу тураһында методик ҡулланмалар бирәбеҙ. Эш бара.
Республика кимәлендә шундай ҙур саралар кәрәк. Бына быйыл Башҡорт тарихы йылын иғлан иттек. Тарих өлкәһендә башҡараһы эш бик күп. Тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҙә ғәйәт күп мәғлүмәт туплаған. Тарихсыларға әле төрлө темалар буйынса халыҡҡа еткерәһе фекерҙәр, документтар бар.
Милләттәштәребеҙ, белеүегеҙсә, Башҡортостанда ғына түгел, унан ситтә лә йәшәй. Мәҫәлән, Исмәғил Тасимовтың исеме мәңгеләштерелде, уға тыуған ауылында иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылды, әммә һәйкәле юҡ. Бөгөн тыуған Пермь крайында уның асылы һынлы сәнғәт әҫәре йөҙөндә лә мәңгеләштерелергә тейеш, тип иҫәпләйбеҙ.
Башҡорт тарихы йылында быйыл Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады менән берлектә Ырыуҙар йыйыны ойошторола башланы. Уны төбәктәрҙә халыҡ көтөп ала. Ялҡынлы сығыштар, документтарға нигеҙләнгән фекерҙәр – барыһы ла сараларҙың күрке.
Асҡын районында бәләкәй генә ҡыҙ сығып, тотош шәжәрәләре менән таныштырҙы. Ул 1812 йылғы һуғышта ҡатнашҡан олатаһы тураһында һөйләне. Урындарҙа тамырҙарҙы барлау, шәжә­рәләрҙе өйрәнеү буйынса йәнле хәрәкәт бара. Бик күп халыҡ йәлеп ителде был сараларға. Беҙ “шәжәрә төҙөгөҙ, өйрәнегеҙ” тип Өфөлә генә ултырмайбыҙ, төбәктәргә сығып, халыҡ менән осрашабыҙ. Үҙҙәрен дә тыңлайбыҙ, уларға профессиональ тарихсылар ҙа фекерҙәрен еткерә.
Кескәй балалар ҙа был сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Балаларға килгәндә, “Аҡбуҙат” журналы, “Тамыр” каналы менән бергә төбәктәргә сығыу бик ҙур эш ул. Ҡоролтайҙың эш майҙаны киңәйә. Әгәр Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты, президиум ағзалары халыҡ тарихына бәйле ниндәйҙер мәғлүмәт белә икән, ул башҡалар өсөн дә мәғлүм тигән һүҙ түгел бит, шуға күрә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хәҙер үҙең белгән мәғлүмәтте мөмкин тиклем киңерәк һәм ҙурыраҡ аудиторияға еткереү эшен алып бара.
Беҙ элиталы клуб түгел, әйтәйек, милли, рухи байлыҡты һаҡлауҙы ошо төркөм белә лә һәм башҡалар был эштән ситтә ҡалырға тейеш түгел. Беҙ икенсе мөхиткә сығырға тейешбеҙ. Бына шул икенсе мөхиткә килгәндә, төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкән милләттәштәргә ыңғай ҡараш булмаған. Бөгөн уларға икенсе ҡараш барлыҡҡа килде. Ул төбәктәрҙә йәшәгән халыҡ өсөн үҙ һөйләштәрен, уларҙың башҡортлоҡтарын таныу бик мөһим ине. Милләттәштәребеҙ, йыйындар ваҡытында сәхнәгә сығып, илап, хәтирәләрен уртаҡлаша. Балалар менән эшләү ҙә – икенсе мөхиткә сығыу. Шул уҡ ғаиләләрҙә төрлөсә тәрбиә бирәләр. Кемдер туған телгә, илгә һөйөү тәрбиәләп үҫтерә, икенселәр башҡаса уйлай. “Аҡбуҙат” һәм “Тамыр”ҙың балалар менән осрашыуы яңы хәрәкәт барлыҡҡа килтерә. Улар яңы мәғлүмәт ишетә, шуның менән өйҙәренә ҡайта. Мин шундай ырыуҙан икән, мин башҡорт икән, тигән фекер һалына. Бындай эште бәләкәстәрҙән башлау – бик дөрөҫ ғәмәл. Һөҙөмтәһен шунда уҡ күрмәһәк тә, быны орлоҡ сәсеү кеүек күҙ алдына килтерәм. Киләсәктә ошо балалар үҙҙәре ырыуҙар йыйыны ойошторорлоҡ булып үҫер, тип өмөт итәйек.
Ырыуҙар йыйынына килгәндә, уны былтыр уҡ башларға тип ниәтләнгәйнек. Пандемия башланыу сәбәпле, сара кисектерелһә лә, ул ойошҡан һәм һөҙөмтәле бара. Башҡорт тарихы йылында был хәрәкәт бик урынлы һәм әүҙем үткәрелә.
Райондарҙа ырыуҙарға бәйле стелалар ҙа ҡуйылды. Бәхәс тә бара. Кемдер ырыуҙар хәрәкәтенә халыҡты бүлеү тип ҡарай. Ғәмәлдә иһә ырыуҙар хәрәкәте барышында халыҡ, тамырҙарын барлап, башҡорт милләте булараҡ ойоша. Был осраҡта миңә танылған скульптор Салауат Щербаковтың һүҙе иҫкә төшә: “Тамырһыҙ ағас – бүрәнә”. Тамырҙарың булмаһа, һин кемһең?”
Йәштәргә килгәндә, уларға ла был формат ҡыҙыҡлы. Геральдика символдарына килгәндә, образдар, символдар менән фекер йөрөткән быуын тарафынан гербтар ҡыҙыҡһынып ҡабул ителде. Йәштәргә төрлө значоктар, видеорәт кәрәк, шуға күрә видеояҙмалар аша әйтелгән фекер уларға үтеп инде. Ошо эште алып барған тарихсыларыбыҙ Салауат Хәмиҙуллинға, Юлдаш Йосоповҡа, Азат Бирҙинға, Рәфил Аҫылғужинға, Нурислам Ҡалмантаевҡа ҙур рәхмәт.
Шайморатовсылар проектын атҡарып, яңы китап сығарҙыҡ. Азат Ярмуллинға, Гүзәл Хәсәноваға, Заһир Ишкинға, “Башҡорт энциклопедияһы” нәшриәтенә һәм был проектта ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт! Унда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан данлыҡлы дивизияның исемлеге барланды, улар хаҡында мәғлүмәт тупланды. Был эште лә беҙ, халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, төбәктәрҙән мәғлүмәт туплап, бергәләп атҡарып сыҡтыҡ. Был ике йыл дауамында барған ҙур эштең һөҙөмтәһе булды.
“Мәргән уҡсы” хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллинды төбәктәрҙә көтөп алалар. Ул яңыраҡ Пермь крайында йөрөп ҡайтты. Улар, грант яулап, уҡсылар хәрәкәтен тергеҙеп ебәрергә тип торалар.
– Дәүләт сәйәсәте йәмәғәт ойошмаһы аша нисек тормошҡа ашырыла?

– Бөгөн дәүләткә нимә кәрәк? Беренсенән, халыҡтарҙың үҙ-ара татыу булыуы мөһим. Икенсенән, милләттең телен, тарихын, мәҙәниәтен һаҡлау. Был – төп документыбыҙ Конституцияла яҙылған бурыс. Бына ошо дәүләт эшен йәмәғәт ойошмаһы булараҡ тормошҡа ашырабыҙ. Урындарҙа халыҡҡа ярҙам итәбеҙ, йүнәлеш күрһәтәбеҙ – төбәктәр менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған.
Киләһе йылда 1812 йылғы Ватан һуғышы башланыуға 210 йыл тула. Уны ла яңы проект форматында эшләргә йыйынабыҙ. Уға әҙерлекте шулай уҡ ырыуҙар хәрәкәтенең эше менән бергә башланыҡ. Бөгөн “Төньяҡ амурҙары” проекты менән федераль грантҡа дәғүә итәбеҙ. Ул һыбай Бородиноға тиклем ата-бабалар юлын үтеүҙе күҙаллай. Бер үк ваҡытта башҡорт атының көсөн, мөмкинлеген дә күрһәтергә ниәтләнәбеҙ.
Әйткәндәй, Башҡортостанда Башҡорт аты көнөн булдырырға теләйбеҙ. Пландар бик күп һәм, иң мөһиме, уны тормошҡа ашырыу өсөн команда тупланған. Әгәр һеҙ ҙә беҙҙең менән ошо эштәрҙе атҡарырға һәм халҡыбыҙға хеҙмәт итергә, файҙалы булырға теләйһегеҙ икән, рәхим итегеҙ!

Читайте нас