Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында йәшәгән Сәфинә Хәкимова белдереүенсә, ошо көндәрҙә Ҡыҙыл ҡасабаһының 2-се мәктәптә йәкшәмбе уҡыу-башҡорт теле класы асылған. Был хаҡта ул үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә хәбәр итә.
"Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты Башҡортостан Башлығы гранты конкурсында 2021 йылда күрше төбәктәрҙә Башҡорт йәкшәмбе мәктәптәрен асыу проекты менән еңеү яуланы. Сарала Ҡыҙыл ҡасабаһы хакимиәте етәксеһе А.Б. Селезнев, район мәғариф бүлеге етәксеһе М.Н. Матвеева, мәктәп директоры Л.Г. Смелова ҡатнашты һәм проектты бойомға ашырыу өсөн әүҙемлек күрһәтте.
Өфөнән, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф бүлеге белгесе Гөлсөм Дилмөхәмәтова, Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты директорының хәүефһеҙлек буйынса урынбаҫары Фәнил Бүләков, уҡытыусы Вәсил Баймырҙин, Магнитогорск ҡалаһынан Яҙыусылар союзы ағзаһы, "Аҡ ҡауырһын" әҙәби берекмәһе етәксеһе Сәфинә Хәкимова осрашыуға килде.
Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл ҡасабаһы хакимиәте етәкселеге менән Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф бүлеге менән килешеү төҙөлдө.
- Башҡорт йәкшәмбе мәктәбе урындағы мәктәп бинаһында урынлашҡан. Башҡорт класына айырым бүлмә бүленгән. Йәкшәмбе мәктәптәре сиктәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башҡорт мәҙәниәте һәм тарихы, ҡурай һәм бейеү түңәрәктәре кеүек дәрестәр ҡаралған. Дәрестәрҙе урындағы уҡытыусы Гөлсөм Уйылданова алып барасаҡ.
Башҡорт телен республикабыҙҙан тыш күрше өлкәләрҙә дүрт меңдән ашыу уҡыусы өйрәнә һәм бында ыңғай динамика күҙәтелә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән үткән төбәк-ара олимпиадала ла ҡатнашыусыларҙың географияһы киңәйә. Быйыл унда 726 уҡыусы ҡатнашты, шул иҫәптән алты төбәк уҡыусылары.
Киләсәктә башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре уҡыусыларҙың башҡорт мәҙәни ойошмаларына һәм балаларҙы ғына түгел, атай-әсәйҙәрҙе лә берләштергән башҡорт мөхите үҙәктәренә әүерелер тип күҙаллана".
Фото: Сәфинә Хәкимованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.