Башҡорт донъяһы
16 Апрель 2021, 05:23

Беҙ – урман башҡорттары

Мин филолог та, тарихсы ла түгел, бары тик үҙемдең үткәнемә битараф булмаған кешемен. Күптән түгел генә Ғәли Соҡоройҙоң китаптарын уҡып, ул төҙөгән шәжәрә менән танышып, апайымдың “беҙ Кейековтар нәҫеленән” тигәндәрен ишетеп, был тема менән яҡынданыраҡ таныша башланым.

Мин филолог та, тарихсы ла түгел, бары тик үҙемдең үткәнемә битараф булмаған кешемен. Күптән түгел генә Ғәли Соҡоройҙоң китаптарын уҡып, ул төҙөгән шәжәрә менән танышып, апайымдың “беҙ Кейековтар нәҫеленән” тигәндәрен ишетеп, был тема менән яҡынданыраҡ таныша башланым.


Ғәли Соҡорой: “Беҙ – урман башҡорттары”, – тигән. Күренекле мәғрифәтсегә ышанмаҫҡа ниге­ҙебеҙ юҡ. Ул булмағанды әйтмәҫ, ялғанды яҙмаҫ ине. Уның улы Ғарифулла Кейеков та шулай уҡ: “Саф башҡортса китап яҙҙым, әммә уны Ҡазан нәшриәтенә бирергә ашыҡмайым әле”, – тигән. “Тач баш­кортча” яҙғанынан көләсәк­тәрен ныҡлы белгән, сөнки уға тиклем “Башҡорттар тарихы, Ирәкте ырыуы шәжәрәһе” исемле китабын Ҡазан китап баҫтырыусыһы алып ҡалған, һуңынан “юғалттым” тип яуаплаған... Билдәле ғалим Миңлеғәле Нәҙерғолов һуңынан был китаптың ҡаралама өлөшөн генә эҙләп таба. Әйтергә кәрәк, унда бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр тупланған.
Туған тел темаһына әйләнеп ҡайтҡанда, шуға иғтибарҙы йәлеп итеү зарур: бәғзе бер эшмәкәрҙәр, Башҡортостандың төньяҡ-көнба­йышында татарҙар йәшәй, сөнки улар татарса һөйләшә, тип дәлил­ләргә маташа. Бына, мәҫәлән, мин русса уҡыным. Көнкүреш даирәһендә, әлбиттә, мин туған телемдә уйлайым, әммә етдиерәк мәсьәлә тыуғанда, русса фекер йөрөтәм, русса уйлайым. Уларса мин рус кешеһе буламмы инде? Барлыҡ Латин Америкаһы халҡы (Бразилиянан башҡа, унда португал теле) испан телендә һөйләшә. Һәм 400 миллиондан ашыу кеше испан буламы инде, улай булғас?!
Милләттең билдәләре – ул тел, халыҡ йәшәгән биләмә, уның үҙаңы, мәҙәниәте, көнкүреше һәм башҡалар. Шулай итеп, тел – милләттең төп билдәһе түгел, уның бер өлөшө генә.
Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ күп быуаттар элек Алтайҙан килеп, төпләнеп ултырыр урын эҙләгән. Улар ниндәй телдә һөйләшкәндер, әйтә алмайым, ниндәй ҙә булһа төрки телендә икәнлегенә ышанам. Ҡайпан, Уран, Таҙлар, Ҡаҙансы, Ғәйнә ырыуҙары уларға ер бирә. Һәм ирәктеләр башҡорт ерендә ҡалып, башҡорт була, ҡыҙ бирешеп, ҡыҙ алышып йәшәйҙәр. Ә хәҙер килеп мин тамырҙарымдан баш тартып, үҙемдең башҡорт­лоғомдан ваз кисергә тейешме ни?!
Өҫтәп шуны әйтке килә: бер үк милләттең төрлө диалектта һөйләшкән айырым төркөмдәре була. Мәҫәлән, тау, ялан, көнсығыш мариҙары, мордваның әрйә, моҡша төркөмдәре (улар бер-береһен саҡ аңлай), сыуаштарҙың өҫкө, урта һәм түбән һөйләштәре бар. Рәсәйҙә генә түгел, Европа халыҡтарында ла бындай күренеште осратырға була. Шулай икән, ни өсөн заманында Иртыш, Тубыл йылға­ларынан алып Каспий диңгеҙенәсә йәйрәп ятҡан ерҙәрҙә йәшәгән башҡорттарҙың һөйләшендә тел айырмалыҡтары булмаҫҡа тейеш?
Ирәкте ырыуы башҡортоноң уҡымышлы, аҫыл заты, беҙҙең ата-бабабыҙ Ғәли Соҡорой, ырыу­ҙаштарын көньяҡ башҡорттарынан айырып, “Беҙ – урман башҡорт­тары” тип атаған икән, беҙ, уның тоҡомон дауам итеүселәр, үҙебеҙҙе һис икеләнмәйенсә урман баш­ҡорттары – ирәктеләр тип әйтә алабыҙ. Ниндәй диалектта һөй­ләшеү әһәмиәтлеме? Әһәмиәтлеһе – үҙеңде кем итеп тойоуҙа һәм был ҡандан килә. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, гәзит уҡыусылар?


Тәтешле районы.
Читайте нас