Башҡорт донъяһы
16 Апрель 2021, 18:15

Илештә - Ҡырғыҙ ырыуы вәкилдәре йыйыны

"Ырыу ағасы" республика форумы эстафетаһын илештәрҙән Туймазы районы ҡабул итте.

Илеш районында Башҡорт тарихы йылы, "Ырыу ағасы" республика форумы һәм фольклор буйынса "Ата-бабалар мираҫы" республика семинары сиктәрендә Ҡырғыҙ ырыуы йыйыны (съезы) үтте.
Ҡырғыҙ ырыуы башҡорт халҡының төньяҡ-көнбайыш төркөмөнә ҡарай, йәғни улар Илеш, Шаран, Баҡалы, Краснокама, Туймазы райондары һәм Татарстандың Аҡтаныш, Ютазы, Бөгөлмә биләмәләрендә йәшәй.
Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары, ғалимдар, Ҡырғыҙ ырыуы вәкилдәре ҡатнашты.
Илештәр йыйында ҡатнашыусыларҙы район Мәҙәниәт һарайы алдында театрлаштырылған матур тамаша менән ҡаршы алды. Фойела Илеш, Баҡалы, Краснокама һәм Шаран районы вәкилдәре бай йөкмәткеле күргәҙмә ойошторған ине. “Ҡырғыҙ ырыуы тарихын биттәрен асып” тигән экскурсия үткәрелде. Унда милли ризыҡтар, оҫталарҙың эше, шәжәрәләр ҡуйылғайны.
Ҡырғыҙ ырыуы съезы барышында президиум ултырышы үтте. Сарала ҡатнашыусыларҙы Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин тәбрикләне. Ҡырғыҙ ырыуы тарихын һәм мәҙәниәтен барлап, Өфөнән килгән ғалимдар, шулай уҡ урында йәшәгән ошо ырыу вәкилдәре сығыш яһаны. Йыйында Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының гербы ҡабул ителде.
Башҡортостанда Башҡорт тарихы йылына ярашлы уҙғарылған "Ырыу ағасы" республика форумы эстафетаһын илештәрҙән Туймазы районы ҡабул итте. Уларҙа киләһе аҙнала Ыҡ йылғаһы буйындағы башҡорт ырыуҙарының йыйыны үтәсәк.
Әйткәндәй, сараның Милли кейем көнөндә үтеүе Ҡырғыҙ башҡорттары йыйынына тағы ла йәм өҫтәне. Ошо йәһәттән Илеш районының Үрге Йәркәй ауылы үҙәк майҙанында "Беҙҙең яҡтар - ҡояш, нурҙар яғы, ҡунаҡсыллыҡ яғы, йыр яғы" район фестиваль-конкурсына йомғаҡ яһалды, бүләкләү тантанаһы уҙҙы, үҙешмәкәр артистарҙың сағыу концерты булды. Шулай итеп, бөгөн уҙған Ҡырғыҙ ырыуы йыйыны (съезы) дуҫлыҡ байрамына әйләнде.
Ҡырғыҙ ырыуы йыйыны тураһында репортаж “Башҡортостан” гәзите биттәрендә донъя күрәсәк.
Автор фотоһы.
Читайте нас