Башҡортостан Милли кейем көнөн киң ҡолас менән билдәләне. Был байрам уңайынан Өфөнөң Салауат Юлаев майҙанында Ритайым да ойошторолдо.
Сара башында Республика халыҡтар ижады йорто директоры Артур Әлибәков һүҙ тотоп, йыйылған халыҡты байрам менән тәбрикләне. Ошо уҡ ойошманың "Аманат" халыҡ бейеүҙәре ансамбле башлап китте музыкаль өлөштө - йәштәр "Гөлнәзирә" бейеүен өҙә баҫты.
"Кудринки" өлгөлө балалар фольклор ансамбле Өфө районының Ҡыҙылъяр ауылынан килеп еткән. Улар тирә-яҡты йырға күмде.
Әйткәндәй, Милли кейем көнө - тимәк, был Башҡортостанда йәшәгән барлыҡ милләттәрҙең дә уртаҡ байрамы. Ритайымда төрлө милләт вәкилдәре сығыш яһаны - "Сударушка" вокал ансамбле йырҙар бүләк итте, хоровод та үтте, ә "Сикварули" грузин һәм кавказ бейеүҙәре ансамблендә йәштәр менән бер рәттән балалар ҙа бейеү оҫталығы менән һоҡландырҙы.
Бейеү оҫтаһы Рәйес Низаметдинов йыйылған халыҡты бейетте - оҫталыҡ дәресе күрһәтеп, барыһын да майҙан уртаһына саҡырҙы. "Селтәр" студияһы ағинәйҙәре дефиле ысулы менән күҙҙең яуын алған башҡорт милли кейемдәрен күрһәтте.
Сараға "Ҡош юлы" башҡорт бард хәрәкәте лә саҡырылғайны. Тимур Йосопов, Ренат Абдуллин, Алтынай Заһитова гитара ҡылдары арҡылы күңел ҡылдарын да сиртте.