Бөгөн Башҡортостанда билдәләнгән Милли кейем көнөндә республиканың ҡала һәм райондарында, мәҙәниәт һәм мәғариф усаҡтарында бихисап саралар үтә. Туймазы дәүләт татар драма театры төрлө спектаклдәрҙән милли костюмдарҙың онлайн-күргәҙмәһен ойошторҙо.
“Милли кейем – халыҡтың күңел көҙгөһө ул. Татар халҡының милли кейеме халҡыбыҙҙың ҡабатланмаҫ ижади көскә эйә булыуын күрһәтә. Быуаттар буйына халыҡ был эшкә үҙенең ҡул көсөн генә түгел, бәлки матурлыҡҡа ынтылышын, хыялын, эстетик зауығын да һалған”, – ти театр актерҙары.
Һәр халыҡтың милли костюмы – уның мәҙәни асылын, тарихын сағылдырған үҙенсәлекле күренеш. Татар халҡының милли кейеме сағыу биҙәктәре, Көнсығыш халыҡтарына хас затлы туҡыма төрҙәренә өҫтөнлөк биреүе, биҙәүестәре менән айырыла. Башҡорт милли кейемендәге кеүек ҡәрҙәштәрҙең милли костюмы ла кешенең социаль хәле, сығышы, йәше, халыҡтың традициялары тураһында асыҡ һөйләгән. Бөгөн милли кейем башлыса байрамдар, тантаналар, төрлө сығыштар менән ҡулланылһа ла, татар халҡы рухи ҡомартҡыларына бик һаҡсыл мөнәсәбәт һаҡлай.
Фото: https://vk.com/dramteatr_tmz