Башҡорт донъяһы
16 Апреля 2021, 13:30

Милли кейем көнөнә музейҙар ҙа әүҙем ҡушылды

Салауат Юлаев музейында оҫтабикә, “Тамға” башҡорт милли кейемдәре оҫталарының I халыҡ-ара конкурсы дипломаты Гөлдәр Шабиева бәләкәй түшелдеректәр әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.

Милли кейемдәр көнөндә Башҡортостандың Милли музейы дәүләт һәм муниципаль музейҙарҙа “Музейҙа милли кейемдәр көнө” республика музей акцияһын иғлан итте. Республика Милли музейының филиалдары Башҡортостан халыҡтарының милли кейемдәренә арналған балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм уҡыусылар өсөн тематик экскурсиялар һәм мәҙәни-белем биреү саралары ойошторҙо.
С.Т. Аксаков исемендәге мемориаль йорт-музейында рус халҡының милли кейемдәренә арналған экскурсияла балалар крәҫтиән кейемдәрен кейеп ҡараны. Әбйәлил тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында оҫтабикә Зөлфиә Заһретдинова түбәтәй тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторҙо. Дүртөйлө тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында этнографик экспозициялар буйынса республикала йәшәгән милләттәрҙең милли кейемдәренә экскурсиялар үткәрелде. Темәс тарих-тирә яҡты өйрәнеү музейында “Тылсымлы һандыҡ” интерактив дәрес уҙҙы. Туймазы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында тематик экскурсиялар һәм “Өләсәй һандығы серҙәре” мәҙәни-белем биреү саралары ойошторолдо. Аксаковтар ғаиләһе музейында хеҙмәткәрҙәр мәҙәни-белем биреү саралары һәм Һөнәр йортоноң музейында экскурсиялар үткәрелде.
Салауат Юлаев музейында оҫтабикә, “Тамға” башҡорт милли кейемдәре оҫталарының I халыҡ-ара конкурсы дипломаты Гөлдәр Шабиева бәләкәй түшелдеректәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.
Ишембай районындағы Әхмәт Зәки Вәлиди музейы Көҙән ауылы мәҙәниәт йорто һәм урта мәктәбе менән берлектә тышта уҙғарылған этнографик сараларҙа – милли кейемдәр парадында һәм халыҡ оҫталарының оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты.
Фото: БР Милли музейының сайтынан.
#национальныйкостюммузеиРБ
Читайте нас