Башҡорт донъяһы
16 Апрель 2021, 12:25

Милли сәхнә кейеме дөрөҫ тегелмәй!

Иҫтә ҡалырлыҡ саралар рәтендә – Гөлнара Шафиҡованың милли башҡорт кейемен әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре.

Башҡортостанда уҙғарылған Башҡортостан халыҡтарының милли кейем көнө милли йолаларыбыҙға, тарихыбыҙға һәм мәҙәниәтебеҙгә тағы бер мөрәжәғәт итеү булды. Иҫтә ҡалырлыҡ саралар рәтендә – Гөлнара Шафиҡованың милли башҡорт кейемен әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре.
“Тамға” халыҡ-ара конкурсы лауреаты Гөлнара Шафиҡова үҙ дәресендә традицион башҡорт кейемдәре менән таныштырҙы һәм күкрәк биҙәүестәре тураһында һөйләне.
– Традицион милли кейем, сәхнә кейеменән айырмалы, халыҡтың тарихын һәм философияһын сағылдыра, – тине ул. – Кейемгә ҡарап кешенең ҡайһы төбәктән булыуын, йәшен, социаль сығышын һәм матди хәлен белергә мөмкин булған. Сәхнә кейеме, уны тегеү өсөн байтаҡ ваҡыт сарыф ителһә лә, артыҡ стилистик кимәлдә килеп сыға, милли кейемдең күп нәмәләрен иҫәпкә алмай. Был – мәғлүмәт булмауҙан. Беҙҙең халыҡтар ҙур һуғыштар, революция, репрессиялар аша үткән һәм күп рухи ҡиммәттәр юғалтылған, беҙ хәҙер уларҙы иҫкә төшөрөргә һәм артабанғы быуындар өсөн артабан һаҡларға тейешбеҙ, шул иҫәптән – милли кейем өлкәһендә. Кейемдәребеҙҙең шундай күркәм, сағыу икәнен күреп, балалар ҙа уның менән ҡыҙыҡһына башланы.
Кейем тегеү оҫтаһы әйтеүенсә, милли кейем тегеү оҫталыҡ һәм ваҡыт талап итә, ә уны әҙерләү өсөн өләсәйҙәрҙең һандығынан милли кейемдәр эҙләп табыу, уларҙы ҡулланыу йәки икенсеһен тегеү өсөн өйрәнеү кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр нимә таба, шуны кейемгә тағырға тырыша, был милли кейемде матурайта тип уйлай, ләкин улар артыҡ һәм оҙайлы тарих барышында милли кейем өлгөләрен боҙа ғына.
Фото: Башҡортостандың республика халыҡ ижады үҙәге сайтынан.
Читайте нас