Башҡорт донъяһы
16 Апрель 2021, 17:30

Сибайҙа - Милли кейем парады

Байрамда ҡаланың мәғариф, мәҙәниәт учреждениелары коллективтары ғына түгел, теләгән һәр кеше ҡатнаша алды.

Милли кейем байрамына ярашлы, бөгөн Сибай ҡалаһында төрлө милләт кейемдәрен пропагандалаған, халыҡтар дуҫлығын сағылдырған бик матур сара үтте.
Милли кейемгә ҡарата иғтибар һәм ихтирамды арттырыу, биҙәүестәргә заманса төҫ биреү, уларҙы дөрөҫ эшләү, йәштәргә өйрәтеү маҡсатында инде бер нисә йыл рәттән Сибайҙа "Сәсмәүерем-селтәрем" тип аталған милли кейемдәр фестиваль-конкурсы үтә. Быйыл сара Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя фольклоридаһына ярашлы уҙҙы.
Байрамда ҡаланың мәғариф, мәҙәниәт учреждениелары коллективтары ғына түгел, теләгән һәр кеше ҡатнаша алды. Сара йыр-моң, күңелле концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.
Фото: Людмила Ильязова.
Читайте нас