Башҡорт донъяһы
16 Апрель 2021, 14:30

Старшина костюмы шундай була!

“Мәргән уҡсы” йәмғиәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин милли кейем тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы.

Башҡортостанда уҙғарылған Башҡортостан халыҡтарының милли кейем көнөндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, “Тамға” халыҡ-ара конкурсында гран-при лауреаты, “Мәргән уҡсы” йәмғиәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин милли кейем тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы. Дәрес башҡорттарҙың баш һәм ирҙәр кейемдәре, уларҙың төрҙәре һәм кейенеү үҙенсәлектәренә арналды.
– Башҡорт милли ирҙәр кейемен телевидение күрһәткәнсә генә белеп өйрәнгәнбеҙ: мотлаҡ төлкө бүрек кейгән, аҡ күлдәкле һәм тар ҡара салбарлы, өҫтөнә ҡусҡарлы халат ябынған бер ағай. Ғәмәлдә был – уйлап сығарылған сәхнә образы ғына, – ти Юлай Ғәлиуллин – Беҙ иһә тормошта ысын булған башҡорт милли ирҙәр кейемен реконструкциялау менән шөғөлләнәбеҙ. Бының өсөн Раил Кузеев һәм башҡаларҙың әҫәрҙәрен, рәссамдар Орловский, Верещагин һәм башҡаларҙың гравюраларын өйрәнәбеҙ. Сит ил рәссамдарының һүрәттәрендә лә беҙҙең халыҡтың милли кейем өлгөләре сағыла: башҡорттар рус армияһының Европалағы хәрби походтарында ла ҡатнашҡан бит. Улар башҡорттарҙың шул заманда ғәмәлдә нисек кейенеүен һүрәтләп ҡалдырған.
Юлай Ғәлиуллин әйтеүенсә, кейем кешенең йәшәү шарттарын сағылдыра. Мәҫәлән, елән – ул елдән һаҡланыу өсөн тегелгән кейем. Кейем тегеү оҫтаһы милли баш кейемдәре тураһында ла байтаҡ аңлатма бирҙе. Баш кейеме кешенең социаль статусын да сағылдыра. Урыҫ крәҫтиәндәрендә, мәҫәлән, “ябай” халыҡ баш кейемһеҙ йөрөгән, ә хәллерәк ҡатламда улар булған, ә сиркәүгә ингәндә барыһы ла баш кейемен сискән, сөнки ундағы кешеләр бер тиң хоҡуҡлы, ти Юлай Ғәлиуллин. Башҡорттарҙа ла хәл шуға оҡшаш. “Юғарыраҡ” ҡатлам башҡорттар хатта икешәр баш кейеме менән – бүрек аҫтында түбәтәй ҙә кейеп – йөрөгән.
Фото: Башҡортостандың республика халыҡ ижады үҙәге сайтынан.
Читайте нас