Уҙған ялдарҙа Башҡортостандың халыҡ артисы, донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов 50 йәшлек юбилейын билдәләне. Үҙенең тыуған көнөндә ул тамашасыһына бүләк эшләне – ижадын үҙ итеүселәрҙе “Башҡортостан” дәүләт концерт залына “Ҡумыҙ сере” исемле концерт тамашаһына йыйҙы.
Ҡумыҙсыны ҡотларға ғаиләһенән, туғандарынан, яҡын дуҫтарынан тыш, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан, Мәҙәниәт министрлығынан да килгәйнеләр. Мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтан ҡотлау сәләмен уҡып ишеттерҙе. Республика етәксеһе Миңлеғәфүр Зәйнетдиновты “ысын рухиәт илсеһе, моңға тоғро ҡалған шәхес” тип атаған.
Башҡортостандың халыҡ артисы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рушана Бабич Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫын һаҡлауға ҙур өлөш индереүен билдәләне, уға артабан да уңыштар һәм көс теләп, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Концерттың йөкмәткеһе бик үҙенсәлекле уйланылған: Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың ҡумыҙ моңдарына уның тормош юлы ла үрелеп барҙы: БДПУ-ның студенттарынан торған “Ҡорос” халыҡ театры музыканттың бала сағын, үҫмер, йәшлек йылдарын сәхнәләштерҙе. Миңлеғәфүр Зәйнетдинов Мәсетле районы Һөләймән ауылында донъяға килә, бәләкәйҙән спортҡа ылығып үҫә: һабантуйҙарҙа көрәштә бил бирмәй, спорт мастеры кандидаты булып та таныла. Шулай ҙа тормошон мәҙәниәт менән бәйләй. Быларҙың барыһын да сәхнәлә театр алымдары менән тергеҙҙе “Ҡорос”тар.
Зәйнетдиновтар нәҫеле ҡумыҙ һәм башҡа музыка ҡоралдары оҫталары булараҡ Башҡортостанда күптән танылыу алған. Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың ғаиләһендә барыһы ла - ҡатыны Гөлгөнә ханым да, улдары Азамат, ҡыҙҙары Ләйсән, хатта бәләкәй Илүзә лә ҡумыҙ уйнау серен белә. Улар сәхнәлә тулы бер ансамбль булып сығып баҫҡас, зал алҡыштарға күмелде.
“Ошо сәхнәлә “Заһиҙә”не бейегәнемдә һин миңә ғашиҡ булғайның”, - тип хәтирәләре менән бүлеште юбилярҙың ҡатыны Гөлгөнә. Әйткәндәй, уларҙың мөхәббәт тарихын шул уҡ “Ҡорос” халыҡ театры бик күркәм итеп сәхнәләштереп күрһәтте. Ғаиләһе Миңлеғәфүр Зәйнетдиновҡа, күптәнге хыялы ине тип, тимер ат – велосипед бүләк итте.
Ғаилә ансамблендә биш кеше яҡшы, ә ҡырҡҡа яҡын музыканттар тағы яҡшыраҡ. Зәйнетдиновтар нәҫеленән торған ғаилә ансамбленә, моғайын да, Башҡортостанда еткәндәр юҡтыр – күҙ асып йомған арала сәхнә туғандар менән тулды. Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың атаһын – 90 йәшлек Миңләхмәт уҙаман Зәйнетдиновты тамашасы аяғүрә баҫып алҡышланы.
“Үҙемде ерҙә ныҡ баҫып торған иң бәхетле кеше итеп тоям”, - тип хис-тойғоһон йәшермәне ошо мәлдә Миңлеғәфүр Зәйнетдинов. Утыҙ һигеҙ кеше – олоһоноң да, кесеһенең дә ҡулында ҡумыҙ – Зәйнетдиновтар бергәләп моң өләште, араларында өс егет, өс туған Азамат, Заһир, Салауат бейеп тә китте. Туғандар юбилярға өр-яңы гармун тотторғас, гармун моңо ла яңғыраны. Белмәгән һөнәрҙәре юҡ был Зәйнетдиновтарҙың!
Әйткәндәй, нәҫелдә ҡыҙҙары ла һынатмай: Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың ҡыҙы Ләйсән дә сәхнә яуларға, үҙе әйтеүенсә, башҡорт милли музыка ҡоралдарын донъяға танытырға хыяллана. Йәштәр – йәштәрсә: Ләйсән әлеге ваҡытта ди-джейлыҡ, йәғни электрон музыка, уны эшләү менән мауыға, бындай моң төрөнә башҡорт милли музыка ҡоралдарының ауаздарын да ҡушып ебәрә икән. Ул сәхнәлә ижад емешен “тәмләтеп” кенә ҡалманы, ҡумыҙын да ҡушты, ҡурайҙа ла һыҙҙыртты.
Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың улы Азамат та төшөп ҡалғандарҙан түгел: ул “Аманат” халыҡ бейеүҙәре ансамбле составында бейеп тә өлгөрҙө, айырым ҡумыҙ менән дә сығыш яһаны.
Юбилярҙы ҡотларға уның бәләкәй Ватанынан да килгәйнеләр: Мәсетле районының “Ҡабырсаҡ” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле Бикбай, Гөлсөмгә бәйләнгән ҡумыҙ легендаһын сәхнәләштерҙе, тамашасыларға йыр-моң өләште. Мәсетле районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова виртуоз ҡумыҙсыны тәбрикләп, бүләктең ни икәнен әйткәс, зал “аһ” итте: яҡташтары Миңлеғәфүр Зәйнетдиновҡа ат бүләк итте!
Иш янына ҡуш – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев сығыш яһап, “толпарға менергә бына ни етмәй” тип юбилярға ҡамсат бүрек кейҙерҙе.
Миңлеғәфүр Зәйнетдинов заманында Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге балалар йортонда ла эшләгән. Был ойошманан да вәкилдәр бар ине. Улар ҡумыҙсы ойотҡо һалып киткән балаларҙың Башҡортостандың төрлө ерҙәренә таралышып ҡумыҙ сиртеүе хаҡынде еткерҙе һәм, баяғы атҡа, ҡамсат бүреккә иш итеп, ҡамсы тапшырҙы.
“Бөгөн Миңлеғәфүр Зәйнетдиновты, гүйә, бар донъя ҡотлай” тине алып барыусылар һәм һис кенә лә яңылышманы – төрлө илдәрҙә сығыш яһаған ҡумыҙсының ер шарының төрлө мөйөштәрендә йәшәгән ижадташ дуҫтары етерлек. Улар юбилярға видеобәйләнеш аша ҡотлау сәләмдәрен юлланы.
Миңлеғәфүр Зәйнетдинов төрлө илдәрҙә ҡоро сығыш яһап ҡына ҡалмай, ундағы халыҡтарҙың музыка ҡоралдары менән ҡыҙыҡһына, үҙенә шәхси коллекция ла туплай икән. Ошо рәүешле 40-тан ашыу ҡорал менән танышҡан, хатта уларҙың "телен сискән". “Донъя тауыштары” композицияһында төрлө халыҡтарҙың ҡумыҙҙарында уйнап ишеттерҙе, уларҙың төҙөлөшө хаҡында бәйән итте.
Миңлеғәфүр Зәйнетдинов исемендәге ҡумыҙ конкурсы ла уҙа икән. Форсаттан файҙаланып, был байрамда ошо бәйге еңеүселәре тәбрикләнде. Гран-при яулаған малай Әнүәр Вахитов ҡумыҙ менән сығыш та яһаны. Бәләкәстең Бабич һүҙҙәрен, атап әйткәндә, “Башҡортостан йәшәһен, сөмбөлостан йәшәһен! Шунда тыуған, шунда үҫкән арыҫландар йәшәһен!” тип рухланып әйтеүе иҫтә уйылып ҡалырлыҡ күренеш булды.
Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә килеп ҡотланылар виртуоз ҡумыҙсыны: Мәскәүҙән Зәбиҙә Хажиева, Татарстандың Яр Саллы ҡалаһынан Риф Аралбаев сығыш яһаны. Музыканттың Өфөләге ижадташ дуҫтары - йырсылар Искәндәр Ғәзизов, Рәфис Сирусин, ағаһының улы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, “Зәйнетдин” проекты етәксеһе Заһир Зәйнетдинов та юбилярҙы ҡотланы, тамашасыларҙы тәбрикләне.
Миңлеғәфүр Зәйнетдинов юҡҡа ғына донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы булып танылмаған. Башҡортостанда ла остазы Роберт Заһретдинов менән бер ҡатар иң билдәле ҡумыҙсы булып һанала ул. Сәхнәлә ҡумыҙҙа моң өләшеп кенә ҡалмай, был музыка ҡоралының киләсәген хәстәрләү, уны халыҡ араһында популярлаштырыу буйынса ла бихисап эш башҡара. Башҡортостандың төрлө райондары буйлап уҙған “100 ҡумыҙсы” проектын бойомға ашырыуҙа ла уның өлөшө ҙур. Шуға ла ошо райондарҙан уны ҙурлап ҡумыҙ ансамблдәре килгән, кисә һуңында улар сәхнәгә һыймай, тамаша залына ла һибелеп ҡумыҙ сиртте.
50 йәш – уйлап ҡараһаң, ғүмерҙең башы ғына, тәмләп йәшәр мәл генә. Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың киләсәккә пландары, хыялдары ҙур. Шуларҙың береһе менән ул концерт һуңында бүлеште, йыйылған фекерҙәштәренә, ижадташтарына, дуҫтары, туғандарына, тамашасыларына: “Ҡумыҙ йорто асайыҡ!” - тип өндәште. Ирмен тигән ир-егеттең ниәттәре ҡабул булмай ҡалмаҫ.
Миңлеғәфүр Зәйнетдинов концерт тамашаһын “Ҡумыҙ сере” тип атаған. Ирекһеҙҙән, ҡумыҙ сере нимәлә икән, тип уйланаһың. Ошо дуҫлыҡ, татыулыҡ, һәләт байрамын ҡарайһың да, был серҙең бер-береңә булған һөйөү-ихтирамда, тамырҙарыңды барлауҙа, онотмауҙа, туған мәҙәниәтеңде үҫтереүгә өлөш индереүҙә, быларҙы йыйып әйткәндә, халҡыңа хеҙмәт итеүҙә икәнен аңлайһың...