Башҡортостан Яҙыусылар союзы һәм Мәҙәниәт министрлығы тарафынан быйылғы Башҡорт тарихы йылы айҡанлы ойошторолған "Тарих яҙыр инем ташына" әҙәби марафонын бөгөн Илеш районы ҡабул итте.
Ҡунаҡсыл халыҡ илештәр - уларҙың яҡты йөҙө, йыр-моңдары ишек тупһаһынан уҡ башланды. Өфөнән килгән Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, шағир, тарихсы Фәнил Күзбәков, йәш быуын шағирәһе Айгөл Йәмилеванан тыш, урындағы яҙыусы Илдус Тимерханов, яҙыусы, публицист Рафаэль Хафизов, Илеш районы хакимиәтенең мәғлүмәт һәм аналитика бүлеге етәксеһе Рөстәм Хисаметдинов, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рөстәм Әхмәҙиев, Илеш районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Илшат Сибәғәтуллин, шағирә Светлана Васикова, район ижадсыларын туплаған "Илһам", "Балҡыш" ижади берекмәләре ағзалары, китапханасылар ҡатнашты сарала.
Был төбәктә байтаҡ йылдар "Маяк" район гәзите янында "Балҡыш" ижади берекмәһе эшләп килә. "Устав, положениебыҙ булһа ла, айырым бина юҡ", - ти берекмә ағзалары. Был ойошмала шөғөлләнгәндәр даими рәүештә китап йыйынтыҡтары сығара, кемдекелер дәүләт нәшриәтендә лә, үҙнәшер булып та донъя күрә.
"Тарих яҙыр инем ташына" республика әҙәби марафонында "Балҡыш" берекмәһендә яҙышҡан 17 ижадсының 14-е ҡатнашты. Улар үҙҙәрен борсоған хәлдәр хаҡында ла әйтеп үтте: Илештә әҙәбиәткә ылыҡҡан йәштәр әҙ, юҡ кимәлендә.
Сара барышында һәр ижадсы шиғырҙары менән бүлеште, был осрашыуға айырым йәм өҫтәне. Уларҙың төрлөһө әҙәбиәткә төрлөсә килгән - кемдер тәүҙә таҡмаҡтар, шаян шиғырҙар яҙып, етди темаға күскән, кемдеңдер эше, һөнәре ҡәләм тоторға этәргән. Араларында балалар өсөн ижад итеүселәр ҙә күп.
"Илеш ере миңә айырыуса яҡын, - тип башланы һүҙен баш ҡала ҡунағы, шағир Фәнил Күзбәков. - Бында дуҫтар йәшәне, йәшәй. Ерҙәрҙе кешеләре аша яҡын күрәһең шул. Әҙәм балаһы хәтерле булыуы менән көслө. Үҙенең генә түгел, халҡының да үткәнен иҫләй башҡорт халҡы. Беҙҙе мөһим сара көтә, ул - Халыҡ иҫәбен алыу. Ошоға яуаплы ҡарап, тамырҙарыбыҙҙы барлаһаҡ ине. Ә әҙәбиәткә иғтибар - ул кеше күңеленә иғтибар, әҙәм балаһы матди байлыҡ менән генә йәшәмәй бит. Шағирлыҡ - ул күңел торошо. Шиғыр яҙмай ҙа шағир булыуы мөмкин кешенең".
Илеш районы хакимиәтенең мәғлүмәт һәм аналитика бүлеге етәксеһе Рөстәм Хисаметдинов килгән ҡунаҡтарға, ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. "Китап яҙа икән кеше - уның күңелендә насар уйға урын ҡалмай. Бындай осрашыуҙар кәрәк. Элек шағирҙар колхоз эшселәре, механизаторҙар алдында йыш сығыш яһаған", - тине ул.
Рөстәм Хисаметдинов шулай уҡ был яҡ һөйләшенең үҙенсәлегенә лә туҡталды: "Һөйләшебеҙҙе башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты итеп танынылар. Бар Илеш халҡы һеҙгә, яҙыусы-шағирҙарға, ҡарап тора. Халыҡ иҫәбен алыу йылында әүҙем ҡатнашайыҡ".
Марафондың икенсе өлөшө Илеш шағирәһе Рита Солтановаға арналды - уның ижад кисәһе үтте. Шағирәнең ҡәләмдәштәре һүҙ тотто, уның шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғыраны. Рита Солтановаға урындағы ҡоролтай рәйесе Илшат Сибәғәтуллин Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Сара бөткәс тә Илеш ере беҙҙе ебәрергә ашыҡманы: район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рөстәм Әхмәҙиев, баш китапханасы Айгөл Яҡупова оҙатыуында баш ҡала ҡунаҡтары тирә-яҡты өйрәнеү, Муса Гәрәев музейҙарында булды, хатта танылған осоусының самолетына инеп, штурвал артында ла ултырып ҡараны. Йәнә Андреевка ауылындағы өр-яңы китапхана үҙәге менән таныштыҡ.
Сара хаҡында тулы мәҡәләне тиҙҙән гәзит биттәрендә уҡырһығыҙ.