Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
23 Апрель 2021, 18:15

Бөрйән – әҙәбиәтебеҙ бишеге

“Тарих яҙыр инем ташына” республика әҙәби марафоны райондар буйлап сәйәхәтен дауам итә.

Бөрйән – әҙәбиәт бишеге. Ошондай матур фекер әйтте күренекле шағирә, журналист Айһылыу Ғарифуллина. Хаҡы ла бар – Башҡортостан Яҙыусылар союзы ойошторған “Тарих яҙыр инем ташына” әҙәби марафоны Бөрйән районында үтте.


Бында шиғри күңелле халыҡ йәшәй


Яҙыусылар cоюзы идараһы рәйесе урынбаҫары Нурлан Ғә­ниевте, шағирәләр Лилиә Ҡәйепо­ваны, Айгөл Йәмилеваны Байназар ауылында ағинәйҙәр ҡаршы алды. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ғәҙәттә, алыҫтан килгән ҡунаҡтарҙы ҡымыҙ, бауырһаҡ менән ҡаршылайҙар, ә бында бөрйәндәр үҙенсәлекле ғәмәлдәре менән әсир итте: ағинәйҙәр таҡмаҡ әйтте, хатта бәләкәй генә тамаша ла күрһәтеп өлгөрҙө, күҙ яуын алып торған ҡул эштәре менән таныштырҙы.
“Һыйырым быҙауланы, ыуыҙ ҡоймағынан ауыҙ итегеҙ”, – тип ағинәй Фәнүзә Ишбаева ҡунаҡтар­ҙы урындыҡҡа ҡоҙаланы. Табын милли ризыҡтарҙан һығылып тора: ҡорото, сейәле майы, данлыҡлы Бөрйән балы, талҡаны...
Сараның төп өлөшөнә – түңәрәк өҫтәлгә урындағы ижадсылар ҙа килгәйне – Айһылыу Ғарифуллина, Мөнир Фәйзуллин, Гүзәл Һырлы­баева, Миңнур Ҡасимова. Уларҙың әҫәрҙәре бөрйәндәргә генә түгел, бар башҡорт донъяһына яҡшы таныш. Быуындар бәйләнеше лә күҙәтелә: түңәрәк өҫтәлдә балалар, үҫмерҙәр ҙә етерлек, улай ғына ла түгел, Байназарҙың әүҙем яҙышҡан йәштәре төплө фекер йөрөтөүҙәре менән һоҡландырҙы.

Йыйылғандарҙы Бөрйән районы хакимиәте башлығының мәҙәниәт эштәре буйынса урынбаҫары Клара Теләүбаева тәбрикләне, ошо мара­фонға ғына хас булған йылылыҡты билдәләне.
Нурлан Ғәниев барыһына ла Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаевтан сәләм еткерҙе, “Тарих яҙыр инем ташына” мара­фонының эш үҙенсәлектәре менән таныштырҙы, бөгөнгө әҙәбиәттең хәле хаҡында фекерҙәрен бел­дерҙе.
– “Тарих яҙыр инем ташына” республика әҙәби марафоны 9 февралдә Дүртөйлө районынан башланды. Ул Мәҙәниәт министр­лығы менән берлектә уҙғарыла һәм Башҡортостан райондары буйлап сәйәхәт итә. Был марафондың форматы ла ирекле: һәр район датаһын үҙе уйлай.

Халҡыбыҙҙың рухиәтен тәү сиратта әҙәбиәт тәшкил итә. Тәүратта ла “Иң башта һүҙ булған” тип яҙылған бит. Әйткән, яҙған һүҙгә иғтибарлы булырға тейешбеҙ, – тине ул.
Нурлан Ғәниевтең фекеренсә, хәҙерге көндә әҙәбиәткә йәштәр һирәк килә. Элек был йәһәттән әҙәби мөхиткә йәш ижадсылар тулҡын-тулҡын булып ағылған… Минең, йәш быуын шиғриәте вә­киле булараҡ, был мәсьәләгә ҡа­рашым башҡасараҡ. Шуға күрә, миңә, марафонда ҡатнашыусы, Өфөнән килгән ҡунаҡ булараҡ, һүҙ бирелгәс, был хаҡта әйтмәйенсә түҙмәнем:

– Ҡайһы берҙәр йыш ҡына бөгөн заманға зарлана, теге йәки был өлкәлә, бигерәк тә әҙәбиәттә йәш­тәр әҙ, тигән фекерҙе ҡабатларға ярата. Мин, йәш шағирә булараҡ, бының менән килешә алмайым, сөнки бынан бер нисә йыл элек ижадташ дуҫтар менән булдырған “Ҡыл” йәш быуын шағирҙар хәрәкәте бөгөн дә әүҙем эшләп килә. Беҙ төрлө шиғри сараларҙа ҡатнашып ҡына ҡалмайбыҙ, үҙебеҙ ҙә башҡорт йәштәре араһында киң саралар ойошторабыҙ: “Көҙгө нағыш… Әллә һағыш?”, “Төнгө ултырыш”, “Ҡош юлы” республика шиғриәт бәйгеһе, төрлө фатирниктар… Был хәрәкәт ағзаларының китаптары даими рәүештә Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең “Йәштәр тауышы” серияһында ла нәшерләнә, республика матбуға­тында ла даими баҫылып тора.
Матбуғат тигәндән, гәзит-журналдар хаҡында ла һүҙ барҙы урта­ға һалып һөйләшеүҙә. Баҫма­лар электән әҙәбиәт менән тығыҙ бәй­ләнгән, улар бер-береһен тулыландырып, йәштәрҙе үҫтерә килә: ваҡытлы матбуғатта ҡәләмдәрен яңы һынаған йәш авторҙарҙан алып исемдәре әҙәби донъяға яҡшы таныш шағир-яҙыусыларҙың да ижад емештәре даими донъя күрә. Әҙәби әҫәрҙәр шул уҡ гәзит-журналдарға ла уҡыусыларҙы ылыҡтыра, тимәк, тираждың артыуына ярҙам итә.
Урындағы “Баҙал” әҙәби берек­мәһе етәксеһе, шағирә, Самат Ғәбиҙуллин исемендәге премия лауреаты Айһылыу Ғарифуллина туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалыуҙың мөһимлеге хаҡында һөйләне. “Күңелегеҙгә ойотҡо итеп һалып ултырығыҙ: телде һаҡлау – беҙҙең бөрйәндәр ҡулында”, – тине ул. Ул шулай уҡ ижади остаздары Самат Ғәбиҙуллин, Инсур Йәһүҙин­дәрҙе лә иҫкә алды.
“Бөрйән – әҙәбиәтебеҙ бишеге. Самат, Инсур ағай ҡалдырған аманатты атҡарырға тырышабыҙ”, – тип тамамланы ул һүҙен. Ысынлап та, тәбиғәте менән генә һушты алмай Бөрйән, шиғри күңелле, сәсән һүҙле шәхестәренең байтаҡ булыуы менән дә әсир итә.
Ошо уҡ осрашыуҙа шағир, яҙыу­сы Мөнир Фәйзуллин әйтмешләй: “Бөрйәндә һәр кем – шағир, тик яҙмайҙар ғына”. Осрашыуға килгән олоһоноң да, кесеһенең дә шиғырҙарын ихлас уртаҡлашыуы – быға дәлил. Шиғыр уҡып ҡына ҡалманылар, башҡорт әҙәбиәтенең бөгөнгө көнүҙәк мәсьәләләрен дә уртаға һалып һөйләштеләр.
– Байназар урта мәктәбендә алты йәш хәбәрсе бар, өс уҡы­тыусы – Ғабдулла Зарипов пре­мияһы лауреаты. Махсус сәғәттәр ҡаралмаһа ла, “Ҡаурый ҡәләм” әҙәби түңәрәген үҙ теләгебеҙ менән ойошторабыҙ, – тине уҡытыусы Рәсимә Баязитова.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашҡан мәктәп уҡыусылары Зилиә Буранбаева, Сәлимә Дәүләтшина, Вәсилә Әйүпова, Азамат Ҡарағоловтарға ла һүҙ бирелде. Азамат үҙе ижад иткән “Башҡорт теле” шиғырын уҡып хайран ҡалдырҙы. Хәйер, был уҡыусыларҙың һәр береһе төплө, урынлы фекерләүе менән хәтергә уйылды, ҡыуандырҙы.
Гүзәл Һырлыбаева – билдәле сәсәниә, йор һүҙ оҫтаһы. Уны Бөр­йәндә генә түгел, Баш­ҡортостанда ла яҡшы беләләр. Ул бәләкәй са­ғындағы бер хәтирәһен уртаҡ­лашты: мәктәптә өйгә бирелгән эште әҙерләгәндә шиғыр яҙып алып килгәс, уҡытыусыһы “Ҡайҙан күсер­ҙең?” тип рухын һындыра уның.
– Балаларҙың әҙәбиәткә килеүе уҡытыусыларҙан да тора. Балаға дөрөҫ һүҙ әйтеү мөһим, – тине ул һәм фекерен матур ғына образ менән йөпләп ҡуйҙы, – гөлгә һыу һипмәһәң, ул ҡорой бит.
Бөрйән районында йәшәп ижад иткән шағир-яҙыусылар үтә тыйнаҡ, уларҙың китаптарын сығарыу – бөгөнгө көндә төп бурыстарҙың береһе. Шулай уҡ сараға йыйылған китапханасылар уҡымлы китаптар­ҙың аҙ булыуын да әйтеп үтте. Халыҡ күп уҡый бында, китаптар өйҙән-өйгә йөрөй икән. Ҡайһы бер китапханасылар теге йәки был китапты үҙ аҡсаһына һатып алып тарата хатта.
Яҙыусы, мөғәллимә Миңнур Ҡасимова иһә үҙ сығышында әҙәбиәттең төп ҡоралы булған һүҙ хаҡында фекер йөрөттө:

– Һүҙ тәрән мәғәнәгә эйә. Хатта беҙ өс хәрефләп ҡулланған яман сир­ҙе лә “рәнйеү” тип ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа шыбырлап ҡына өндәш­теләр.

Әҙәбиәт ҡалҡаны – һалҡын ҡо­ралдан, тимәк, насар һүҙҙән, яман уйҙан һаҡлар ҡорал. Милләт ҡал­ҡаны – башҡорттоң үҙаңын уятыр­лыҡ, дөрөҫ юлға төшөрөр ма­т­ур әҫәрҙәрҙең ижад ителеүелер.
Беҙ – классик әҫәрҙәр уҡып үҫкән быуын. Фәһемле әҫәрҙәр, матур әҫәрҙәр уҡып үҫкән быуын. Бөгөн кем яҙмаларын интернетҡа күберәк һала – шуны халыҡ белә. Проза әҫәрҙәрен туплаған ниндәй генә төркөмдәр юҡ?! Уларҙа ниндәй генә әҫәрҙәр ҡуйылмай. (Интернетта соҡоноп ултырмаһаң да, яңылыҡтар таҫмаһында үҙенән-үҙе килеп сыға). Клавиатурала баҫылған һәр яҙманы халыҡ ысын әҫәр, тип ҡабул итә. Ышана. Әҙәпһеҙ һүҙ яҙҙыңмы – ҡабатлай, мәжүсилеккә таяндыңмы – йола итеп ала. Милләт ҡалҡаны булған әҙәбиәттә һүҙҙең дөрөҫлөгө мөһим.
Иң бөйөк китап яҙылған. Ул – Ҡөрьән. Яҙыусы бөйөк әҫәр түгел, уҡымлы һәм фәһемле әҫәр яҙа ала. Һәр һүҙе, һәр һөйләме дөрөҫ булһа ине.

“Тарих яҙыр инем ташына” республика әҙәби марафонына ярашлы ойошторолған сарала Айһылыу Ғарифуллинаға маҡтаулы исем биреү мәсьәләһен дә күтәрҙе бөр­йән­дәр. Ғөмүмән, хәл итеүҙе талап иткән проблемалар Яҙыусылар союзы идараһы вәкилдәренә еткерелде.


Тауҙарҙа тауыш аҙашмай


Бөрйәндән сыҡҡан бихисап шағир араһында исеме әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш Инсур Йәһүҙин Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, тос һүҙ оҫтаһы булараҡ билдәле. Ул балалар өсөн дә әҫәрҙәр ижад иткән.
“Тарих яҙыр инем ташына” республика әҙәби марафонының икенсе өлөшө район үҙәге Иҫке Собханғолдағы район мәҙәниәт һарайында асылған “Тауҙарҙа тауыш аҙашмай” исемле хәтер кисәһенә ялғанды. Сараға Инсур Йәһүҙиндең яҡындары, ҡәләмдәш­тәре, уның ижадына битараф булмағандар йыйылғайны.
– Бына тигән ир ине,

Ып-ысын шағир ине, –

тип иҫкә алды уны яҙыусы, шағир Мөнир Фәйзуллин. Ул яҡын дуҫының янып-ярһып йәшәүе, алсаҡ булыуы, шиғриәт тип өҙөлөп тороуы хаҡында һөйләне.
Инсур Йәһүҙин “Совет Башҡорт­останы” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып эшләгәндән һуң, “Таң” район гәзитенең баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фатима Ғәй­нул­лина ла Инсур Йәһүҙинде бик йылы һүҙҙәр менән телгә алды, уның “Таң” район гәзитенә килеп эшләй башлаған саҡтары хаҡында һөйләне:

– Әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡас та эшкә төштө ул, редакцияға һалдат кейемендә тәүге тапҡыр килеп күренде. Самат Ғәбиҙуллин, Хәсән Назар, Инсур Йәһүҙин – ошо өс егет гөрләтеп эшләп алып китте “Таң”да. Гәзит биттәрендә береһе­нән-береһе матурыраҡ мәҡәләләр сығаралар ине. Ауылдар буйлап йөрөнөләр, уңыштарҙы ла, етеш­һеҙлектәрҙе лә яҡтыртып барырҙар ине.
Ғаилә дуҫы Әхәт Бикбулатов: “Янып йәшәгән кешегә баһа биреп еткермәйбеҙ”, – тип үкенес бел­дерҙе, Инсур Ғәззәли улының ижадсы ғына түгел, бар яҡтан да килгән оҫта булыуын да билдәләне.
Уның оҫта ҡуллы, күп һөнәрҙең серен сискән кеше булғанын ҡатыны, ғүмерлек йәре Фәриҙә Йәһүҙина ла телгә алды.

– Һаумыһығыҙ, бөрйәндәрем! – тип тәбрикләне ул ҡунаҡтарҙы һәм хәтирәләрен барлауға күсте, – беҙ өйләнешкәндә миңә – 18, уға 19 йәш тә тулмағайны әле. Уны әрменән йәш ярымлыҡ Айгөл ҡыҙыбыҙ менән ҡаршы алдыҡ.
Яҙыусы менән бергә йәшәү бик ауыр. Яңы шиғыр яҙһа, мине ете төн уртаһында уята торғайны. Беҙ егерме биш йыл бергә ғүмер кисерҙек.

Бөтә ирҙәр ҙә уның һымаҡ оҫта ҡуллы икән, тип уйлай торғайным, аҙаҡ ҡына ҡайһы бер ир-егеттәрҙең сөй ҙә ҡата алмағанына инандым. Белмәгән эше юҡ ине Инсурҙың: электр эше, таҡтаға яндырып һүрәт төшөрөү, балта, тимер оҫтаһы...
Уның яҡын туғандары менән әле булһа аралашып торабыҙ, күптән бер туғандарға әйләнеп бөткәнбеҙ.

Туғандар тигәндән, Инсур Йәһү­ҙиндең апай-ҡусты-һеңлеләре лә биҙәне сараны: Миңлегөл, Ришат, Ләйсән Йәһүҙиндәр ҙә сығыш яһаны, шағирға бәйле хәтирәләрен уртаҡлашты.
“Тик, Уралым, ҡуш ус тупраҡ

алам –

Йөрәгемдә булыр Бөрйәнем”, – тип яҙа Инсур Йәһүҙин. Йәнтө­йәгем, тип йән атҡан ижадсы була ул – уны башҡа ҡитғаларға, баш ҡалаға эшкә саҡырһалар ҙа, Бөрйәнен ташлап китмәй, “Мин Бөрйәндә йәшәйем, Бөрйәндә үләм”, – ти. 60 йәшен туйларға йыйынып йөрөгәндә генә йөрәге тибеүҙән туҡтай. Уға, иҫән булһа, март аҙағында 70 йәш тулған булыр ине... Шағир үлмәй, ул бары мәңгелеккә атлай, ә ғүмере ул яҙған әҫәрҙәрендә дауам итә.
“Тарих яҙыр инем ташына” республика марафоны райондар буйлап артабан дауам итер, ә шиғри күңелле бөрйәндәргә ижади уңыштар, бейек осоштар теләйек.


Яҡташ шағирҙарға


Һәр бер ташы тарих

һөйләгәндәй,

Һәр береһе бында – шағирҙар.

Хатта ағас йыҡҡан аҙ хәбәрле,

Һаҡал-мыйыҡ баҫҡан ағайҙар...

Хатта Ағиҙелдә кер сайҡаған

Апайҙың да шиғри күңеле.

Күк томанға уралған

Баҙал һырты

Үҙе тотош шиғыр түгелме?

Тыуған яҡҡа ҡайттым әле бына.

Ул ҡоласын йәйеп йылмайҙы.

Бөрйән һынлы Бөрйән

ҡосағында

Шиғыр яҙмай түҙеп булмайҙыр.

Читайте нас: