Башҡорт тел белеме тарихында үҙҙәренең киң эрудицияһы, таланты, фиҙакәрлеге менән айырылып торған мәшһүр эшмәкәрҙәр бар. Шундай ғилем эйәләренең береһе – күренекле лингвист, яҙыусы, атаҡлы тәржемәсе Әкрәм Бейеш (Әкрәм Ғибат улы Бейешев). Тормошо, ғилми һәм әҙәби ижады менән яҡшы уҡ таныш кеше булараҡ, мин уны исеме генә түгел, ә яҙмышы менән дә тарихтағы легендар Бейеш батырға оҡшатам, үҙен дә тел ғилеменең беҙҙең дәүерҙәге Бейеш батыры ине тип атайым. Ни өсөн, тиһәгеҙ, ошо очеркты уҡығанда яуап табырһығыҙ, моғайын.
1986 йылдың апрелендә Әкрәм Ғибат улы, 60 йәше тулыу, йәғни пенсия йәше етеү менән, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында сектор мөдире булып эшләп йөрөгән еренән, ул ваҡыттағы етәкселектең дә, хеҙмәттәш дуҫтарының да өгөтләүенә ҡарамаҫтан, бүтәнсә бер көн дә эшләмәйем, тип хаҡлы ялға сығырға тигән ҡарарға килде. Әммә, хаҡлы ял тигәс тә, ҡайҙа инде, ял итә буламы һуң ижад кешеһе! Бары тик ирекле ижадҡа ашҡынған уның күңеле. Шул көндән ғүмеренең һуңғы, ләкин тағы ла емешлерәк осоро башланған икән дәбаһа. Бына 1986 – 2003 йылдар арауығында баҫылып сыҡҡан китаптары: “Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше” (Өфө: Китап, 1993); “Нация и национальная политика” (Уфа: Китап, 1995); “Тел хикмәттәре” (Өфө: Китап, 1999); “Көл аҫтындағы ҡуҙ” (теҙмәләр, тәржемәләр, сәсмәләр, шиғырҙар) (Өфө: Китап, 2002); “Эйек бөрйәндәре һәм Туйөмбәт менән Ҡотлөмбәт” (Өфө: Башҡорт энциклопедияһы, 2003).
Ғәйәт һөҙөмтәле була уның ғүмеренең һуңғы ун ете йыллыҡ осоро. Өҫтәүенә – үҙе иҫән сағында баҫылмай ҡалған ҡулъяҙмалары – “Ил аҙабы” тарихи романы, төрлө темаға арналған мәҡәләләре. Йәнә 1993 йылда Мәскәүҙең “Русский язык” нәшриәтендә донъя күргән коллектив хеҙмәт – “Башҡорт теленең һүҙлеге”. Иҫ китерлек бай мираҫ ҡалдырған икән дә – оҙаҡ йылдар буйы быуылып ятҡан йылға һыуҙары, ҡапыл ташып, үҙенә юл ярып ағып киткән тиерһең.
1957 йылда Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына эшкә килә, һәм тиҙҙән уға башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеген төҙөү бурысын йөкмәтәләр. Ең һыҙғанып эшкә тотона Әкрәм Ғибат улы: һүҙлек төҙөүҙең фәнни принциптарын эшләй, ғилми хеҙмәткәрҙәрҙән коллектив туплай, һүҙ берәмектәренән картотека төҙөүҙе башлап ебәрә. Башта аңлатмалы һүҙлек төҙөү төркөмөнөң етәксеһе, 1970 йылдан иһә сектор мөдире була. Тотош бер быуын лексикологтарыбыҙҙың ныҡышмалығы менән башҡорт теленең лексик фондын сағылдырған 5500 һүҙ һәм фразеологик берәмекте, шулай уҡ фән, техника һәм сәнәғәткә һ.б. ҡараған махсус терминдарҙы, диалекталь һәм иҫкергән һүҙҙәрҙе туплаған капиталь хеҙмәт ижад ителә.
Рөхсәт һорап, Сталинға яҙа
Байтаҡ йылдар Әкрәм ағай менән бер үк институтта эшләп йөрөһәм дә, уның ни тиклем киң ҡоласлы, тәрән теоретик әҙерлекле лингвист һәм, данлы Бейешевтар нәҫеленә хас булғанса, әҙәби ижад өлкәһендә лә талантлы кеше булғанлығын һуңынан ғына аңланым. Ә инде уның Ҡөрьән һынлы Ҡөрьәнде тәржемә итеүе, йәғни ғәрәп телен дә төплө үҙләштергән булыуы – был инде, минеңсә, бөтөнләй феноменаль күренеш. Хәҙерге үҫмерҙәр кеүек, 17-18 йәшендә урта мәктәп тамамлап, вуз тупһаһына аяҡ баҫыу һәм үҙ ваҡытында юғары белем алыу бәхете теймәй уға. Һуңлап, урау юлдар аша өлгәшә был бәхеткә Әкрәм Бейеш. Шуның өсөн дә уҡыу, белем алыу уғата ҡәҙерле булғандыр уға. Тормошоноң ана шул дәүере тураһында Әкрәм ағайҙың бер туған һеңлеһе Ләлә апай Бейешева бына нисегерәк иҫкә ала: “1943 йылда 1926 йылғылар рәтендә яңы 17-һе тулған Әкрәм Бейешев та армияға алына һәм Алыҫ Көнсығышҡа оҙатыла. Ә Еңеү көнөн ул Чехословакияның баш ҡалаһы Прагала ҡаршылай.
Хәрби хеҙмәтен йәнә биш йыл буйы дауам итергә тура килә. Әрмегә алынғанға тиклем ауырыу арҡаһында Х класта уҡый алмаған була. Бәхетенә күрә, 1949 йылда ул хеҙмәт иткән часта офицерҙар өсөн киске мәктәп асыла. Әкрәм ағайым да уҡырға теләк белдерә, – тип дауам итә Ләлә Ғибат ҡыҙы, – ләкин уға рөхсәт итмәйҙәр, сөнки ул офицер түгел. Үҙен уҡырға алырға рөхсәт һорап, хатта Сталинға хат яҙа, ул да рөхсәт бирмәй. Ләкин Әкрәм ағай, дәрескә рөхсәтһеҙ инеп ултырып, уҡый башлай. Уның артабан белем эстәү теләге шул тиклем ҙур була. Аптырағас, бер айҙан уны журналдағы исемлеккә яҙырға мәжбүр булалар”.
Х класты “бишле” билдәләренә генә тамамлап, ете йыл хеҙмәт итеп, 1950 йылда ул Өфөгә ҡайтып төшә. Бер йыл самаһы “Совет Башҡортостаны” (хәҙерге “Башҡортостан”) гәзите редакцияһында эшләп ала һәм, имтихандарҙы иң яҡшы билдәләргә тапшырып, М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының филология факультетындағы Көнсығыш телдәре бүлегенә инеп китә. Ул йылдарҙа МДУ-ның Көнсығыш телдәре бүлегендә Н.К. Дмитриев, Ә.Н. Нәжип, В.М. Насилов, Ш.С. Айляров, Э.А. Грунина һымаҡ атаҡлы төркиәтселәр эшләй.
Әкрәм Бейешев, бар тырышлығын һалып, төркиәтселек буйынса төплө белем ала. 1956 йылда, 30 йәшендә университет тамамлап, Өфөгә ҡайта. Бер йыл Башҡортостан китап нәшриәтендә мөхәррир булып эшләгәндән һуң, алда әйтелгәнсә, 1957 йылдан башлап өс тиҫтә йыл ғүмерен Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми эшкә арнай.
1958–1961 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Тел белеме институтында аспирантурала уҡый. Күренекле төркиәтсе Э.В. Севортян етәкселегендә “Төрки телдәрендә беренсел оҙон һуҙынҡылар” тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҙа. Был фундаменталь хеҙмәт 1963 йылда Өфөлә айырым китап булып баҫылып сыға, һәм ул, профессор Ф.Ғ. Хисамитдинова билдәләүенсә, төркиәтселек, алтаистика тарихына алтын хәрефтәр менән яҙыласаҡ эштәрҙең береһе булып китә.
Башҡорт теле уға рәхмәтле
Шулай ҙа был йылдарҙа ул, һирәкләп булһа ла, төп эше араһында форсат табып, төркиәтселектең һәм башҡорт тел белеменең актуаль мәсьәләләренә арналған мәҡәләләр яҙа, ғилми конференцияларҙа докладтар менән сығыш яһай. Мәҫәлән, 1962 йылда “Ағиҙел” журналында башҡорт һүҙенең килеп сығышына арналған мәҡәлә баҫтыра. 1971 йылда “Алтай телдәренең ҡәрҙәшлеге проблемаһы” (“Проблемы общности алтайских языков” (Л.: Наука) тигән йыйынтыҡта бер юлы “Тағы бер тапҡыр “башҡорт” этнонимы тураһында” һәм “Төрки телдәрендә -ды ялғаулы үткән заман формаларының килеп сығышы тураһында” тигән ике мәҡәләһе баҫылып сыға.
“Башҡорт” этнонимының килеп сығышы проблемаһы тураһында фәндә ҡырҡҡа яҡын аңлатма бар. Киң таралған фараздар: 1) “баш” (“башлыҡ”) + “ҡорт”(“бүре”) – “баш бүре”, “юл күрһәтеүсе бүре”, “юлбашсы бүре”, “ырыу башлығы” (фараз башҡорттарҙың мәжүси ышаныуҙарына бәйле); 2) “баш” (“башлыҡ”)+ҡорт” (“бал ҡорто”) – “баш ҡорт” (фараз башҡорттарҙың традицион шөғөлө – ҡортсолоҡ менән бәйле); 3) “баш” (“башлыҡ”, “башлап барыусы”) + “ҡор” (“кешеләр төркөмө”, “ҡәбилә”)+”т” (иран йәки монгол телдәренән алынған күплекте, йыйылмалыҡты аңлатыусы ялғау) – “баш ҡәбилә”, “баш халыҡ” (“Башҡорт энциклопедияһы”. 1-се том. Өфө, 2014. 363-сө бит). Әкрәм Бейешев нәҡ бына ошо өсөнсө аңлатманың авторы булараҡ билдәле.
1982 йылда ғалим, башҡорт теленең орфографияһы ҡағиҙәләрен камиллаштырып, уның яңыртылған вариантын ғәмәлгә индереүгә өлгәште. Шул ваҡыттан башлап беҙ хәҙер дүрт тиҫтә йыл инде дөрөҫ яҙылышҡа Әкрәм Бейешев индергән ҡағиҙәләрҙе ҡулланып эш итәбеҙ. Әммә шуны ла әйтергә тура килә: яңы орфографиялағы ҡайһы бер үҙгәрештәрҙе мин әле булһа ҡабул итә алмайым. Мәҫәлән, секретарь, токарь йәки, әйтәйек, Русь, Даль, Стендаль, чудь һымаҡ һүҙҙәр, атама йә иһә исемдәрҙә тартынҡы өндән башланған ялғауҙар ҡушҡанда аҙаҡтағы йомшаҡлыҡ билдәһен төшөрөп ҡалдырыу дөрөҫ түгел, тип иҫәпләйем.
Дөйөм алғанда, тел ҡағиҙәләренә Әкрәм Бейешев индергән яңылыҡтың әһәмиәте ғәйәт ҙур булды. Был йәһәттән Ә.М. Аҙнабаевтың “беҙҙең орфография ҡәрҙәш төрки телдәрҙең орфографиялары араһында иң һәйбәте, еңеле, камиллашҡаны, ул ысын мәғәнәһендә фәнни нигеҙҙә эшләнгән” тигән фекере менән тулыһынса килешәм. Шуның өсөн дә мәктәптә балаларға башҡорт теленең ҡағиҙәләрен үҙләштереү бермә-бер еңелләшә. Башҡорт теле уҡытыусылары ла бының өсөн Әкрәм Бейешкә рәхмәтле.
1986 йылда хаҡлы ялға сығыу менән, алда әйтелгәнсә, Әкрәм Ғибат улының тормошонда өр-яңы һәм ғәжәп емешле, ләкин инде һуңғы осор башлана. Иң элек ул уҙған быуаттың 80-се йылдар аҙағында ҡуҙғалып киткән милли хәрәкәт, сәйәси һәм ижтимағи процестарҙы йөрәге аша үткәреп, халыҡ тарихы, милләт һәм милли сәйәсәт проблемаларын өйрәнеү, анализлау эшенә тотона. Был темаларҙы яңыса, бойондороҡһоҙ позициянан тороп яҡтыртыу – ул дәүер өсөн үтә актуаль, халҡыбыҙ үҙенең тарихи үткәндәре тураһында объектив, үҙаллы һүҙгә күптән һыуһағайны.
Шундай шарттарҙа Әкрәм Бейештең “Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше” һәм “Милләт һәм милли сәйәсәт” (“Нация и национальная политика”) тигән монографик хеҙмәттәре бик ваҡытлы булды. Үҙ милләтенең яҙмышы өсөн ғүмер буйы борсолоп йәшәгән тел белгесе, дөрөҫөрәге, киң ҡарашлы аҡыл эйәһе Әкрәм Бейеш был китаптарында фәндең тарихсылар һәм сәйәсмәндәр эшләп еткермәгән өлкәһендә тос та, ҡыйыу ҙа, нигеҙле лә фекерҙәр әйтте, шул көсөргәнешле йылдарҙа милләтебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлап сыҡты. Уның был хеҙмәттәре Башҡортостанға һәм яңы дәүерҙәге башҡорт милли хәрәкәтенә яла яҡҡан шовинистик ҡара көстәргә төплө һәм дәлилле яуап булараҡ та әһәмиәтле булды.
Һуңлап булһа ла, беҙ Әкрәм ағайҙың нескә күңелле, шағир йәнле кеше икәнен, яҙыусылыҡ талантын да күреп өлгөрҙөк. Шулай булыуы тәбиғи, әлбиттә, сөнки бөйөк әҙибә Зәйнәб Биишева менән бер заттан бит ул. Шиғырҙарының күбеһе дүрт юллыҡтар, тәрән уйланыуҙарға ҡоролған күләмле шиғырҙары ла, “Уҙған ғүмер” тигән лирик поэмаһы ла бар. Салауат Юлаевтың урыҫ телендә тәржемәлә һаҡланып ҡалған “Уралым” шиғырын башҡортсаға ҡайтарған, А.С. Пушкиндың “Евгений Онегин” әҫәренән айырым өҙөктәр тәржемә иткән. Ҡыҫҡа хикәйәләр яҙған. Был әҫәрҙәр 2002 йылда “Китап” нәшриәтендә “Көл аҫтындағы ҡуҙ” тигән айырым йыйынтыҡ итеп донъяға сығарылды.
Ағайыбыҙ роман жанрында ла көсөн һынап ҡараны. “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәтендә изге китап – Ҡөрьәндең башҡорт теленә тәржемәһе баҫылып сыҡты. Әкрәм Бейеш, дөйөм алғанда, күп яҡлы һәм бай ғилми-әҙәби мираҫ ҡалдырҙы. Был мираҫтың ҡиммәте, баһаһы йылдар уҙған һайын арта ғына барасаҡ, сөнки ул – оло рухиәт күренеше, ғәзиз туған телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ ҡаҙанышы.
Ә.Ғ. Бейешев 2003 йылда 77 йәшендә Өфөлә вафат булды. Үҙенең теләген үтәп, уны тыуған ерендә – Күгәрсен районының Туйөмбәт ауылында ерләнеләр.