Башҡорт донъяһы
23 Апрель 2021, 16:45

Ыҡ буйы башҡорттары ҡор йыйҙы

Бөгөн Туймазы ҡалаһында Ыҡ буйы башҡорт ырыуҙарының йыйыны булды. Унда ниндәй мәсьәләләр ҡаралды?

Бөгөн Туймазы ҡалаһында Ыҡ буйы башҡорт ырыуҙарының йыйыны булды. Сара Башҡорт тарихы йылына арналды, “Шәжәрә” Бөтә Рәсәй мәҙәни-мәғрифәт проектына ярашлы үткәрелде.
Йыйын башланыр алдынан Туймазы ҡалаһының 1-се гимназияһы алдында легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа бюст һәм “Родина” мәҙәниәт һарайында башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәген асыу тантаналары булды.
"Ағымдағы йыл беҙҙең өсөн бик мөһим, хәҙер райондарҙа ошондай кимәлдәге 11 йыйын үткәрелде, тағы ла һигеҙе әҙерләнә, – тине йыйында тәбрикләү һүҙе менән сығыш яһаған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова. – Бөгөн беҙҙең алда ҙур маҡсаттар тора, уларға өлгәшеү өсөн мөмкинлектәребеҙ бар. Республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарындағы башҡорт ҡоролтайҙары, милләттәштәрен эҙләп табып, “Без – башҡортлар” тигән ойошма төҙөнө, был эш дауам итәсәк. Бигерәк тә йәш быуынды шәжәрәләрҙе өйрәнеүгә ылыҡтырыу, уларға милләттең рухи ҡиммәттәрен, көсөн күрһәтеү, башҡортса китаптар уҡыуға йәлеп итеү мөһим. Залда ултырған ата-әсәләргә мөрәжәғәт итәм: май айында мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүгә ғариза ҡабул итә башлайҙар, был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаһағыҙ ине".
Йыйында республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Туймазы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сергей Подоприхин, ғалимдар Салауат Хәмиҙуллин, Нурислам Ҡалмантаев, урындағы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Альберт Исмаил һәм башҡалар сығыш яһаны.
Был сара тураһында тулы мәҡәләне гәзиттең алдағы һандарының береһендә уҡырһығыҙ.
Әмир Харрасов фотоһы.
Читайте нас