Танып ырыуы башҡорттарының Иҫке Балтас район мәҙәниәт йортонда уҙған йыйынында ошо һүҙҙәр йыш яңғыраны. Ысынлап та, халыҡ осрашыуҙарға һыуһаған, тарих менән ҡыҙыҡһынғаны, белгәндәре менән уртаҡлашырға теләгәне һиҙелеп тора. Шуға ла республикала иғлан ителгән Башҡорт тарихы йылы һәм “Ырыу ағасы” республика форумына ярашлы ойошторолған был сараның бик урынлы үтеүенә йәнә инандыҡ. Йыйындың иҫ китмәле йылы һәм туғандарса мөхиттә уҙыуы ошо хаҡта һөйләй. Балтастар намыҫланып, ошо тарафтарҙағы халыҡтың ҡунаҡсыллығын сағылдырып, матур итеп әҙерләнгән. Асҡын, Ҡариҙел, Тәтешле райондарынан делегация вәкилдәре лә йыйында ҡатнашты.
Ҡунаҡтарҙы йола буйынса йыр-моң менән ҡаршы алдылар. Район мәҙәниәт йортонда халыҡ ижадын, милли кәсепселекте күрһәтеүгә арналған күргәҙмә ойошторолғайны. Һәр эш урындағы халыҡтың уңғанлығын, оҫталығын сағылдыра. Мәҫәлән, Иҫке Балтас ауылынан күргәҙмәлә ҡатнашҡан Зәбирә Фәхрәзиева ғүмер буйы ҡул эштәре менән булышҡан, бынан дүрт йыл элек кейеҙ баҫыу серҙәренә төшөнөп, бөгөн матур кейемдәр етештерә. Сығышы менән Тусыбай ауылынан Флүр Саяпов 30 йылға яҡын Себерҙә иретеп йәбештереүсе булып эшләгән. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, тыуған яғына ҡайтып, Балтаста төпләнгән. Әле ул тал сыбығынан төрлө әйберҙәр, һауыттар үрә.
– Йән тартмаһа ла, ҡан тарта бит. Тарихты белергә кәрәк, шуға ла ойоштороусыларға рәхмәт. Себерҙә йәшәгәндә үҙебеҙҙең йырҙарҙы тыңлап, ситтә уларҙан көс-ҡеүәт алдыҡ. Шуға ла хаҡлы ялға сығыу менән тыуған еремә ҡайттым, – ти Флүр Фәнир улы.
“Танып ырыуының барлыҡҡа килеүе” тип аталған бай йөкмәткеле театрлаштырылған тамаша күрһәтелде. Съезд делегаттарын һәм ҡунаҡтарҙы Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев тәбрикләне.
Сарала шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары, ғалимдар ҡатнашты. Танып ырыуының йәмәғәт ойошмаһы советына ағзалар һайланды. Рая Хәмәеваның Гөлнара Шәймөхәмәтова һүҙҙәренә яҙған йыры гимн итеп ҡабул ителде.
Президиум ултырышында Танып ырыуы вәкилдәре, делегаттар сығыш яһаны.
– Бөгөнгө сара – башҡорт халҡының йәмәғәт тормошонда бик мөһим ваҡиға, сөнки Ырыу йыйыны бөгөн генә башланмаған, башҡорт ырыуҙары хәрәкәтенең үҙенсәлекле тарихы бар. 80-се йылдар аҙағында, 90-сы йылдар башында Юрматы, Табын башҡорттары съездар үткәрә башланы, – тип билдәләне сығышында Тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов.
Шулай уҡ ул Танып ырыуының герб өлгөһө менән таныштырҙы. Унда ырыу билдәләре – ағас, ҡош, оран, тамға һүрәтләнгән. “Геральдика системаһына инһен өсөн һәр башҡорт ырыуының гербын эшләп сығарырға кәрәк. Ырыуҙар гербын Рәсәйҙә тәүгә эшләйбеҙ. Был эште атҡарып сығыр өсөн бер-ике кеше генә етмәй. Ҙур делегация йыйыу шарт. Киләсәктә Танып ырыуы ла донъя геральдика талаптарына яуап биргән гербын ҡабул итер, тип өмөтләнәм”, — тине Юлдаш Йосопов.
Съезда Танып ырыуы вәкилдәренең сығышы ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Улар араһынан Балтас районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Гөлфиә Шәисламова “Танып ырыуы ауылдарының тарихы һәм арҙаҡлы шәхестәре” тигән теманы яҡтыртты. Гөлфиә Зыязетдин ҡыҙы сығышында районда Танып ырыуы башҡорттары, йәғни ҡыр-таныптарҙың 14 ауылда йәшәүен белдерҙе. Уның сығышынан өҙөктәр:
“Уларҙың иң ҙуры – Иҫке Балтас. 1795 йылда 21 йорт иҫәпләнгән.
XVIII быуат башында Илекәй тигән ике ауыл булған. Илекәй Исембәтов, үҙе йәшәгән Сыпсыҡ ауылынан айырылып сығып, Ар йылғаһы буйында ауылға нигеҙ һалған, унда бары Танып башҡорттары ғына йәшәгән. 1920 йылда 89 йорттан торған Илекәй ауылында 511 кеше торған. Таҙа һыулы Маты һәм Кесе Маты йылғалары буйында урынлашҡан Көнтүгеш ауылы кешеләре ҡортсолоҡ менән әүҙем шөғөлләнгән...
1834 йылда Түбәнге Һикеяҙ ауылында 74 кеше йәшәгән. Беренсе булып күсеп ултырғандар араһында Илекәйҙән Әйүп менән Яхъя, Тушҡырҙан Ғайса менән Ғәйнетдин, йәғни таныптар булған. 10-сы рәүиздән һуң да бында Балтас, Илекәй, Мишәр ауылдарынан күсеп ултырғандар күп булған. Тушҡыр ауыл биләмәһенә ҡараған Тушҡыр, Мәнәгәз, Мишәр, Яңы Балтас – Танып башҡорттарыныҡы. Штәнде ауыл биләмәһендә – Штәнде һәм Маты ауылдары”.
Докладсы күренекле шәхестәре менән тыныштырҙы. Ҡара-Табын улысы старшинаһы Ҡолой Балтас, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зөлфирә Фәрхетдинова, тел ғалимы, филология фәндәре докторы, профессор Әхнәф Харисов, тарих фәндәре кандидаты Әбүбәкер Усманов, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп уҡытыусыһы Фәрдүнә Ҡасимова, Башҡортостандың халыҡ артисы Алһыу Ғәлина һәм башҡа яҡташтары менән лайыҡлы ғорурлана балтастар.
Йыйын барышында Мишәр ауылы вәкиле – РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы, райондың Почетлы гражданы Флидә Саҡаева менән танышырға насип булды. Ул тыуған ауылында мәсет төҙөүгә, обелиск ҡуйыуға, Шәжәрә байрамын үткәреүгә тос өлөш индергән.
– Мин бынан ете саҡрым алыҫлыҡтағы Мишәр ауылы ҡыҙымын. Мишәр ауылы Танып ырыуы башҡорттарына ҡарай. Әммә был ауылда борон-борондан, аҡһаҡалдар әйтеүенсә, башҡорттар һәм мишәрҙәр дуҫ булып йәшәгән. Мишәр – бәләкәй генә ауыл, унда электән башланғыс мәктәп кенә бар ине. Мәсетте тергеҙеү, обелисктар асыу һуңғы ваҡыт Мишәр ауылына яңы һулыш килтерҙе. Ойоштороу комитеты етәксеһе булараҡ та күңелгә шул хәтле рәхәт. Мишәр ауылы тарихы әлегә ныҡлап өйрәнелмәгән. Беҙҙең ауыл балта оҫталарына һәм руханиҙарға бай булған. Ата-бабаларҙың доғалары мәсетте тергеҙеүгә көс биргәндер инде. Ҡыҙым бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте, икебеҙҙең башланғыс менән ауылыбыҙҙа әсәйем хөрмәтенә мәсет төҙөнөк. Мәсет асылғас, күп үҙгәреш булды, ауылыбыҙ алға китте, – тип фекерҙәрен уртаҡлашты Флидә Факаетдин ҡыҙы.
Балтас районында элек-электән башҡорттар күпләп йәшәгән. Мәҫәлән, 2017 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығын иҫәпкә алыу һәм 1930 йылда Балтас районы составына ингән ауылдарҙа халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәрендә лә район халҡының күпселеген башҡорттар тәшкил итеүе сағыла. Хәҙерге Балтас районы ерҙәре элек Танып, Ирәкте һәм Таҙлар улысына ҡараған булған.
Балтас районының Иҫке Илекәй ауылынан тарихты өйрәнеүсе, хеҙмәт ветераны Әнғәм Әхмәй улы Мостафин бар ғүмерен урындағы башҡорт халҡының тарихын өйрәнеүгә бағышлаған. Съезда ул “Илекәй – Танып ырыуы башҡорттарының беренсе ауылы” тигән темаға сығыш яһаны. Беҙгә уның менән айырым һөйләшергә насип булды.
– Борондан Танып ырыуы вәкилдәре йәшәгән Иҫке Илекәй ауылынанмын. Был ырыуҙы Бөрө, Ҡариҙел йылғалары буйында, Пермь крайының Барҙы районында, Кама йылғаһы бассейнының көнбайышында урынлашҡан 75 ауылда йәшәүселәр менән туғанлыҡ ептәре бәйләй. Иҫке Илекәй ауылының мең йыллыҡ тарихы бар. Был ерҙә борон-борондан башҡорт йәшәгән, – тип белдерҙе Әнғәм Әхмәй улы, йылдар дауамында тупланған тарихи мәғлүмәттәрҙән сығып.
Хәниә Фәрхи – Танып башҡорто
Билдәле булыуынса, был райондарҙа ла төньяҡ-көнбайыш башҡорттары йәшәй. Йыйында Танып ырыуына ҡарағанын раҫлаған бик күп шәжәрәләр ҡуйылғайны. Улар араһында Тәтешленән дә вәкилдәр әүҙем ҡатнашты. Шәжәрәләр менән танышҡанда Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Хәниә Фәрхислам ҡыҙы Биктаһированың нәҫел ағасы иғтибарҙы айырыуса ныҡ йәлеп итте.
Яратҡан йырсыбыҙ 1960 йылда Тәтешле районының Үрге Сәләй ауылында тыуған. Уның бер туған һеңлеһе Фирүзә Ибәтуллина шәжәрәләре менән таныштырҙы. Ул тамырҙарының башҡорт булыуы хаҡында атайҙарының да әйтеп ҡалдырғаны, шулай уҡ нәҫел ағасын төҙөгәне хаҡында һөйләне. “Шәжәрәбеҙҙе тағы ла тулыландырасаҡбыҙ әле”, – тине Фирүзә ханым.
– Беҙ Шәжәрә байрамына Тәтешлебеҙҙе данлап алып килдек. Әлбиттә, үҙебеҙҙең тыуған яҡтың моңло һандуғасы, йырсыбыҙ Хәниә Фәрхиҙең шәжәрәһен тәҡдим иттек. Үҙебеҙҙең нәҫел тамырыбыҙҙы белеп, киләсәк быуынға шәжәрәбеҙҙе иҫтәлек итеп ҡалдырғыбыҙ килә. Был башланғыс шәжәрә генә әле. Алла бирһә, уны тулыландырасаҡбыҙ. Бында әле өс бабайыбыҙ ғына яҙылған. Алла бирһә, ете быуыныбыҙҙы ла шәжәрәгә индерербеҙ. Мәрхүм атайыбыҙ Фәхрислам барыһын да һөйләне, яҙып алдым. Хәниә апайҙың тыуған көнөнә, Алла бирһә, шәжәрәне ҡулланырбыҙ, тип уйлайбыҙ. Шуныһы һөйөнөслө, Тәтешленең үҙәгендә музей асасаҡбыҙ.
Пионерҙар йортонан матур бүлмә бүленде, былтыр уҡ Хәниә Фәрхи урамы билдәләнде. Был урамда бик матур, күп балалы йәш ғаиләләр йәшәй. Шуға ла уларҙың киләсәге матур булыр, тип уйлайбыҙ. Яҙыусы Айгөл Әхмәтғәлиева “Онотолор тимә” тигән китап сығарҙы.
Хәниә апайҙың тормош юлы Татарстанда Ҡазанда үтте, әммә ул – беҙҙең Тәтешле районының, Башҡортостаныбыҙҙың башҡорт ҡыҙы. Үҙ исеменән дә ошо хаҡта әйткәне булды. Уның яҙып ҡалдырған ошондай һүҙҙәре бар: “Мин – ике республика балаһы. Татарстан миңә ҡанаттар ҡуйҙы, йыр-моңдарымды күтәрҙе, ә тәпәй эҙҙәре ҡалған, кендек ҡаны тамған бәләкәй генә ер, әлбиттә, үҙебеҙҙең Башҡортостаныбыҙҙың Тәтешле районындағы тыуған ауылыбыҙ – Үрге Сәләй”, – тине Фирүзә Ибәтуллина.
Хәниә Фәрхиҙең һеңлеһе Фирүзәнең һүҙҙәрен дәлилләгән мәғлүмәт Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми сайтында ла баҫылды. Ундағы архив документтарына ярашлы, билдәле йырсының ата-бабалары Башҡортостандағы Себер даруғаһының Танып улысы Ҡайпан түбәһе Бүлеғарт-Ҡайпан ауылынан аҫаба башҡорттар булған.
Билдәле яҡташыбыҙҙың XVIII быуат аҙағындағы шәжәрәһе түбәндәгесә: Сәхәб – Рәхимғол – Тәүәбил – Әһлетдин – Саҙрислам – Әж-Мөхәммәд – Фәрхелислам – Хәниә.
Документтарҙан мәғлүмәттәр:
№1. 1917 йылдағы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы һәм ер иҫәбен алыуҙың Йорт башы карточкаһы: Өфө губернаһы, Бөрө өйәҙе, Үрге Тәтешле улысы, Үрге Сәләй ауылы.
Йорт хужаһының фамилияһы һәм исеме: Саҙрисламов Әзмөхәмәт.
Ир-егеттәр, йәше: хужа – 28.
Ҡатын-ҡыҙҙар, йәше: ҡатыны – 20, ҡыҙы – 0, ир туғаны – 8.
№2. Ырымбур дини мосолман ойошмаһының Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Бүлеғарт-Ҡайпан ауылының 1889 йылғы метрика кенәгәһе.
№12. Баланың исеме: Әж-Мөхәммәт (Әжмөхәммәт).
Тыуыу датаһы: 1889 йылдың 8 сентябре.
Ата-әсәһе: атаһы – башҡорт Саҙр-әл-Ислам, улы Әһле-д-Динә. Әсәһе – Васфи-Камал, ҡыҙы Әбдел-Ғәни.
Тыуған урыны: Бүлеғарт-Ҡайпан.
№3. Ырымбур өлкәһендәге Бөрө өйәҙе 13-сө Башҡорт кантонының 14-се йортона ҡараған Бүлеғарт-Ҡайпан ауылының 1859 йылдың 26 июлендәге Рәүиз китабы.
Башҡорттар, мишәрҙәр һәм типтәрҙәр: Әһлетдин Тәүәбилев (26 йәш).
Уның улдары: Шәйхи-Ғәли (7 йәш), Саҙрислам (2 йәш).
№4. Бөрө өйәҙе Бүлеғарт-Ҡайпан ауылы буйынса 1834 йылғы Рәүиз китабы.
Башҡорттар: Рәхимғол Сәхәпов (74 йәш).
Уның улы – Тәүәбил (24 йәш).
Тәүәбилдең улдары – Әһлетдин (5 йәш), Минғәзитдин (2 йәш).
Һуңғы ваҡытта шәжәрәне асыҡлау мөмкинлеге биргән тарихи документтарҙың асылыуы беҙгә күп мәғлүмәттәр менән танышыу мөмкинлеге бирҙе.
Кәңәшле эштең һөҙөмтәһе булыр
Фекерҙәр алышыуға, осрашыуҙарға бай булған был йыйындың ыңғай тәрбиәүи һөҙөмтәһе киләсәктә лә сағылыр әле. Әйткәндәй, ошо уҡ көндә Иҫке Балтас ауылының 1-се мәктәбендә башҡорт телендәге “Нурбостан” анимация сериалы презентацияһы, “Танып ырыуы аҡыллыһы” конкурсы үткәрелде. Штәнде ауылында “Аҡбуҙат” журналына 30 йыл тулыу айҡанлы таныштырыу кисәһе, рәссамдарының оҫталыҡ дәрестәре, “Шәжәрә – минең анкетам” конкурсы уҙғарылды. Шулай уҡ төньяҡ-көнбайыш диалектында “Шумер” йәнһүрәте менән таныштырыу, “Заман балалары ниндәй мультфильмдар ҡарай?” һорау алыу саралары ойошторолдо, район Мәҙәниәт һарайында урынлашҡан балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә башҡорт уғынан атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре һәм бәләкәй турнир уҙғарылды.
Ә инде төп съезда Танып ырыуы вәкилдәре ҡарар ҡабул итте. Ул киләсәктә Балтас, Ҡариҙел, Тәтешле, Асҡын райондарында йәшәгән башҡорттарҙың тарихи һәм рухи-мәҙәни мираҫын, туған телен һаҡлау йүнәлешендәге комплекслы сараларҙы үҙ өҫтөнә ала.
Башҡортостанда Башҡорт тарихы йылына ярашлы уҙғарылған “Ырыу ағасы” республика форумы эстафетаһы штандартын балтастарҙан Илеш районы ҡабул итте. Уларҙа 16 апрелдә Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары йыйыны үтте.
Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты, РФ-тың атҡаҙанған юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре:
– Танып – нәҫелдәр тарихында үҙ эҙен ҡалдырған ырыуҙарҙың береһе. Ырыу вәкилдәре араһында Ватанды һаҡлаусылар ҙа, мәғрифәтселәр ҙә, дин әһелдәре лә бар. Был халыҡ вәкилдәре генә түгел, халыҡ үҙе лә Ватанды һаҡланы, ер эшкәртте һәм сәсте, яңы ерҙәр үҙләштерҙе. Быларҙың барыһы ла беҙгә мираҫ итеп ҡалдырылған һәм беҙ ата-бабаларҙың бөйөк эшен дауам итәсәкбеҙ. Ә бының өсөн тарихты белергә, изге еребеҙҙә йәшәгән кешеләрҙе иҫкә алырға кәрәк. Таныптарҙың съезы нәҡ миңә ошо изге бурысты ҡуя ла инде.
Башҡортостандың халыҡ артисы:
– Кешенең шәхес булып формалашыуында ата-әсә тәрбиәһе мөһим роль уйнай. Ауыл мөхитендә үҫкәндәр милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, туған телде, боронғо ҡанундарҙы аңына һеңдереп үҫә. Бишек йыры, мәҫәлән, кешене ғүмер буйы оҙата барған тәүге доғалай. Тамырҙарҙың ныҡ булыуына барыһы ла бәйле. Унда тыуып, тәбиғәт ҡосағында саф шишмә һыуҙарын эсеп үҫеү тәрән йоғонто яһай. Быға ҙурайғас ҡына төшөнәһең. Шуға ла ҡалала туған телен белмәй тәрбиәләнгән быуын тамыр асылын онотмаһын ине тип теләгем килә. Ата-әсә, быуын сылбыры һәр кеше өсөн мөһим.