Бөгөн донъяның төрлө мөйөштәрендә, төрлө майҙансыҡтарҙа Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант үтә. Ул онлайн-форматта Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, Интернет селтәре, мобиль ҡушымталар аша ла ойошторола. Халыҡ-ара акцияны Башҡортостандың Мәғариф һәм фән, Мәҙәниәт министрлыҡтары, Башҡорт дәүләт университеты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы берлектә үткәрә.
Быйыл сарала 100 меңдән ашыу кеше ҡатнашырға теләк белдергән. Башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгәндәр өсөн тексты – “Бүреләр” төркөмө солисы Илшат Абдуллин, башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова уҡыны.
Өфө күп профилле һөнәри колледжында башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙыусылар йыйылды. Был диалектта диктант яҙыу республиканың туғыҙ районында һәм Пермь крайында ойошторола.
Сара “Шайморатовсылар – легендар Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре” биографик белешмәһенең һәм Башҡорт тарихы йылына ярашлы З.Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә ошо көндәрҙә донъя күргән олуғ тарихсы Әнүәр Әсфәндиәровтың “Башҡортостан ауылдары һәм сиктәш биләмәләре тарихы” һәм “Минзәлә башҡорттарының ауылдары” китаптарының исем туйы менән башланды.
Артабан ҡатнашыусылар диктант яҙҙы. Улар өсөн диалектта әҙерләнгән тексты рок-башҡарыусы, “Исмаил” төркөмөнә нигеҙ һалған Альберт Исмәғил уҡыны. Текст “Хикмәтле шишмә” тип аталды.
Әйтергә кәрәк, башҡорт теленең ҡабатланмаҫ үҙенсәлеге булған төньяҡ-көнбайыш диалектта диктант яҙыусылар күп кенә ине. Был – үҙе үк диалекттың әһәмиәтен, телебеҙ мөхитендә тотҡан ролен билдәләүсе күренеш.
Диктанттан һуң ғалим-тарихсылар, төрлө башҡорт ырыуы вәкилдәре ҡатнашлығында “Башҡорт ырыуҙары хәрәкәтенең үҫеш перспективалары” тип аталған темаға “түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеү ойоштороласаҡ.
"Интернет" мәғлүмәт-телекоммуникация селтәре аша яҙған ҡатнашыусыларҙың эштәре https://bashdiktant.ru/ сайтындағы шәхси кабинет аша ҡабул ителә. Шулай уҡ яҙма эштәрҙең фотоһын, скан вариантын bashdiktant2021@mail.ru электрон почтаһына 2021 йылдың 26 апреленең 23.59 сәғәтенә тиклем ебәрергә мөмкин. Диктант яҙыуҙа ҡатнашыусыларға сертификаттар сайттағы шәхси кабинеттары аша йә электрон почтаға ебәрелә.
Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында https://bashdiktant.ru/ сайтында баҫылып сығасаҡ.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
#башдиктант/#башдиктант2021
#диктантпобашкирскомуязыку