Башҡортса диктант яҙыуға Баймаҡ районы Әбделкәрим урта мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары әүҙем ҡушылды.
Белем усағы директоры Рәзилә Солтанғолова белдереүенсә, сарала ауыл халҡы ла бик теләп ҡатнашҡан. Күптәре өс дикторҙың әйткәндәрен дә яҙып, үҙҙәрен һынап ҡараған.
11-се класс уҡыусыһы Айлина Солтанғолова бәләкәйҙән диктант яҙырға ярата.
"Быйыл да үҙемде һынап ҡарағым килде. Башҡорт теленән диктанты гел хатаһыҙ яҙам, башҡортса әҫәрҙәр уҡырға яратыуым да быға булышлыҡ итмәй ҡалмайҙыр. Алда беҙҙе ҙур һынауҙар көтә, дәүләт имтихандарын уңышлы биреп, үҙебеҙгә оҡшаған һөнәр һайлап, юғары уҡыу йортоның бюджет бүлектәренә уҡырға инеү бурысын ҡуйғанбыҙ", - ти ул.