Бөгөн үткән Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантта Бүздәк райоының Ҡаңны Төркәй ауылы вәкилдәре ҙур теләк менән ҡатнашты.
Улар Өфө ҡалаһындағы Күп профилле һөнәри колледжда үткән сарала булып, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙҙы.
Бүздәк районының Ҡаңны Төркәй ауылы хакимиәте башлығы, Ҡаңны ырыуы башлығы Ғәли Барый улы Шәғәлиев диктант яҙып сыҡҡандан һуң тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
"Был сараға дүрт кеше килдек. Беҙҙең ауыл халҡы башлыса әҙәби телгә яҡын телдә һөйләшә, шулай ҙа һөйләшебеҙҙә беҙҙең төбәккә генә хас үҙенсәлектәр етерлек. Бөгөн башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙҙым. Әллә ни ауыр булманы, текст бик матур йөкмәткеле ине. Альберт Исмәғил уны тасуири итеп, еренә еткереп уҡыны. Күптәр диалектта һөйләшергә генә мөмкин тип һанай. Ә беҙ бына икенсе йыл рәттән диалектта диктант яҙыуҙы ойоштороп, унда әүҙем ҡатнашып, урындағы һөйләштәрҙә диктант яҙырға ла мөмкин икәнде асыҡ күрһәттек", - тине Ғәли Барый улы.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.