Башҡорт донъяһы
24 Апрель 2021, 17:00

Мәсеттәрҙә лә диктант яҙҙылар

Диндарҙар өсөн тексты Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур хәҙрәт Бирғәлин уҡыны. Ул ниндәй фекерҙә?

Изге Рамаҙан айында үткәрелгән Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу сараһына республика мәсеттәре лә әүҙем ҡушылды. Тексты Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур хәҙрәт Бирғәлин уҡыны.

"Туған телеңде белеү – ул тамырҙарыңды һаҡлау. Халҡыбыҙҙың бай тарихы һәм мәҙәни ҡомартҡыһы телебеҙҙә сағыла. Диктантта миҫал итеп килтерелгән Мифтахетдин Аҡмулла, Ғабдулла Ғәли улы (Батырша), Юлай улы Салауат – халҡыбыҙҙың һәм динебеҙҙең арҙаҡлы шәхестәре - йәш быуынға мәңге өлгө булып тора. Бөгөн уҡылған текст темаһы ла бик мөһим: балаға күркәм исем һайлау мөһимлеген беҙ бер ҡасан да онотмаҫҡа тейешбеҙ", - тине Айнур хәҙрәт.

Йәмғеһе мәсеттәрҙә йөҙҙән ашыу кеше диктант яҙҙы. Көйөргәҙе, Баймаҡ райондары һәм Өфөнөң “Ихлас” мәсете иң әүҙемдәре тип билдәләнде.

“Бындай саралар ойошторолоп торһон, халҡыбыҙға, милләтебеҙгә, өммәтебеҙгә файҙаға булһын”, - тине диндарҙар.

Фото: Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты.
Читайте нас