Хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Өфө күп профилле һөнәри колледжында башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙыу ойошторолдо. Унан һуң ғалим-тарихсылар, төрлө башҡорт ырыуҙары вәкилдәре ҡатнашлығында “Башҡорт ырыуҙары хәрәкәтенең үҫеш мөмкинлектәре” тип аталған темаға “түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеү үтте.
Һөйләшеүҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссияһы рәйесе урынбаҫары Юлдаш Йосопов алып барҙы. Ул башҡорт ырыуҙары хәрәкәтенең тарихына туҡталып, был эшмәкәрлектең бөгөнгө шарттарҙа нисек ойошторолоуы хаҡында әйтеп үтте. “Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында әүҙемләшкән хәрәкәтте Юрматы, Табын, Мең ырыуы вәкилдәре башлап ебәргәйне. Артабан яңы быуатта был эш бер аҙ тынып торҙо. 2011 - 2014 йылдарҙа ырыуҙар хәрәкәтенә төньяҡ-көнбайыш башҡорттары әүҙем ҡушылды. Был йүнәлеш Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының яуаплылығына алынғас, ул аныҡ системаға һалынған эшмәкәрлеккә әйләнде”, - тип билдәләне Юлдаш Мөхәмәт улы.
Башҡорт дәүләт университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев та үҙ сығышында иң тәүҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ошо йәһәттән алып барған эшмәкәрлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул ырыуҙар хәрәкәтенә йәштәрҙе, студенттарҙы йәлеп итеү зарурлығын айырып билдәләне, әүҙемселәр тарафынан быйыл үткәрелгән съездарға ҙур баһа бирҙе.
“Түңәрәк өҫтәл”дә республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш төбәген төйәк иткән Елдәк, Гәрәй, Ҡаңны, Ҡыбау, Йылан, Балыҡсы, Танып, Ҡыр-Танып һәм башҡа ырыуҙарҙың ҡор баштары, уларҙың урынбаҫарҙары ҡатнашып, үҙҙәрендә алып барылған эштәр менән таныштырҙы, ниндәй мәсьәләләрҙә ярҙам кәрәклеген айырып әйтте.
Тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллиндың, философия фәндәре кандидаты Рәфил Аҫылғужиндың, филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталовтың һәм башҡа ғалимдарҙың, йәмәғәт әүҙемселәренең сығыштары бай мәғлүмәтле, ҡатнашыусылар өсөн фәһемле булды.
Сарала быйыл йәйгеһен бөтә башҡорт ырыуҙарының ҙур йыйынын үткәреү тураһында ла килешелде.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.