Башҡорт донъяһы
24 Апрель 2021, 16:00

Юлдаш Йосопов: “Диалектты үҫтереү әҙәби телгә зыян килтермәйәсәк”

– Бәхәсле мәлдәр ҙә килеп сыҡты. Шулай тейеш тә: реакция, диалог бар икән, тимәк, эш бара. Иң мөһиме – битарафлыҡ булмаһын.

Бөгөн Өфө күп профилле һөнәри колледжында ғалим-тарихсылар, республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш төбәген төйәк иткән башҡорт ырыуҙары вәкилдәре ҡатнашлығында “түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеү ойошторолоуы тураһында хәбәр иткәйнек.
“Башҡорт ырыуҙары хәрәкәтенең үҫеш мөмкинлектәре” тип аталған сара бик йәнле барҙы, унда бәхәс тыуҙырған һорауҙар ҙа күтәрелде. Мәҫәлән, “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашҡан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары “Диалектты үҫтереү, уға үтә ҙур иғтибар биреү әҙәби башҡорт теленә зыян килтермәҫме?” тигән шикләнеүен белдерҙе. Был шөбһәгә ҡарата тарихсы-ғалимдар бик төплө, нигеҙле яуаптар бирҙе.
Сара тамамланғас, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссияһы рәйесе урынбаҫары Юлдаш Йосоповтан әлеге һорауға ҡарата фекере менән уртаҡлашыуын һораныҡ.
"Сара бик йәнле барҙы. Ҡатнашыусыларҙың конструктив диалогҡа асыҡ булыуы оҡшаны. Бәхәсле мәлдәр ҙә килеп сыҡты. Ул шулай булырға тейеш: реакция, диалог бар икән, тимәк, эш бара. Иң мөһиме – битарафлыҡ булмаһын. Төньяҡ-көнбайыш төбәктәге башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының борсолоуы аңлашыла: әлеге һорау ике йыл элек тә бирелә ине. Әммә, күреүебеҙсә, был төбәктә әҙәби тел уҡытылыуҙан туҡтаманы һәм киләсәктә лә мотлаҡ өйрәтеләсәк. Шул уҡ ваҡытта ошо яҡ һөйләшендә һаҡланып ҡалған иҫке башҡорт телен дә, йәғни телебеҙҙең төньяҡ-көнбайыш диалектын да юғалтмаҫҡа тейешбеҙ. Бына икенсе тапҡыр әлеге һөйләштә диктант үткәрҙек. Әлбиттә, һәр яңы башланғыстың башында бәхәстәр була, әммә мин бер ниндәй ҙә тарҡаулыҡ күрмәйем, беҙ, киреһенсә, тупланабыҙ, халыҡтың үҙаңы уяна. Беҙҙең маҡсат – әҙәби телде лә үҫтереү, диалекттарҙы ла юғалтмау. Һәм был, һис шикһеҙ, мөмкин тип һанайым, алып барған эштәребеҙ ҙә - ошоға дәлил.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Читайте нас