Башҡорт донъяһы
26 Апрель 2021, 11:00

Композиторға лайыҡлы бүләк!

400-ҙән ашыу йыр, баллада һәм романстар авторы композитор Рим Хәсәновты кем генә белмәй!

400-ҙән ашыу йыр, баллада һәм романстар авторы композитор Рим Хәсәновты кем генә белмәй! “Өфө йүкәләре”, “Ҡышҡы романс”, “Әҡлимә” һәм башҡа йырҙар башҡорт эстрадаһында, мәҙәниәт тарихында лайыҡлы урын алды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова танылған композиторҙың ижадына арналған “Башҡорт йыры” проекты концертында Рим Хәсәновҡа башҡорт йәмәғәт ойошмаларының юғары наградаһын –“Ал да нур сәс халҡына!” миҙалын тапшырҙы.
“Был награда “Кешеләргә яҡтылыҡ илтегеҙ” тигәнде аңлата. Бик ҙур рәхмәт!” - тине маэстро. Композиторҙың йырҙары шулай уҡ татар, инглиз, немец һәм башҡа телдәрҙә яңғырай.
Рим Хәсәнов - Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы, Рәсәй Композиторҙар союзы һәм Яҙыусылар союзы ағзаһы. Халыҡ һөйөүен яулаған композиторыбыҙға яңы ижади уңыштар теләйбеҙ!
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас