Мин балалар һәм йәш ҡәләмдәштәр ижадын йыйыуға бик теләп тотондом. Түңәрәктә генә башланған эш арыу ғына бер йыйынтыҡҡа әүерелде. Нәзәкәтле телдә яҙылған был әҫәрҙәрҙең тәрбиәүи әһәмиәте бик ҙур. Улар тәбиғәтебеҙ, Тыуған илебеҙ өсөн яуаплылыҡ хисе, ата-әсәләргә, халҡыбыҙға, хеҙмәткә ихтирам тәрбиәләй, матур аһәңдәре менән һәр кемде тыуған еребеҙгә, туған телебеҙгә яҡынайта, уларға ҡарата мөхәббәт уята.
Балалар ижады менән осрашыуымдың киләсәге булыр, тип уйлайым. Мин әле уларҙың яңынан-яңы шиғырҙар, хикәйәләр, әкиәттәр яҙыуын көтәм. Был бәләкәй йондоҙҙар араһынан ҙур шағирҙар, яҙыусылар сығыр, тигән өмөт менән ҡалам. Башҡортостан халҡына Пермь өлкәһенән йәш ҡәләмдәштәр яҙмаларын бик теләп тәҡдим итәм.
Өсмөйөшлө һалдат хаттарын
Ҡат-ҡат уҡый әсә һыҡранып,
Нисә йылдар буйы ҡарт әсәнең
Яуыз һуғыш тартып алды уның
Һөйгән йәрен, ике балаһын,
Береһенең дә кире ҡайтмаҫын?
Киттеләр ҙә һуғыш ҡырҙарынан
Йәшел һандығында һаҡлана тик
Һәр саҡ беҙҙең күңелдәрҙә
Бер тауыш юҡ. Тынған төнгө урам.
Уттар һүнгән барлыҡ йорттарҙа.
Яңғыҙ ғына әкрен атлап барам –
Күк йөҙөндә балҡый мең йондоҙҙар,
Әйтерһең дә, ынйы һибелгән.
Йөрәктәге һағыш тамсылары
Һибелгән шул, ергә һибелгән.
Йылға аға селтер-селтер килеп,
Урман шаулай ауыл янында,
Шунда инде тынысланды күңел, Тыуған ауылымда булғанға.
Тыуған яғым – ғүмер бишегем дә,
Сихри асҡыс тормош юлымда.
Һиндә минең күңел йәшлегем дә,
Яҙмышым да һинең ҡуйыныңда.
Оҙон Ялан мәктәбе уҡыусыһы.
Ниндәй гүзәл беҙҙең Барҙы яғы,
Кешеләре яҡын һәм тырыштар,
Эштәрендә һәр саҡ тынғыһыҙ.
Тыуған яғым бигерәк йәмле, яҡын
Һәм һоҡландырғыс тәбиғәте.
Шаулап үҫә шыршы, нараты.
Бабаларыбыҙҙың рухын һаҡлап,
Һағынып ҡайталыр яҡташтарым.
Тыуған илде, милли рухты һаҡлап,
Күкрәп үҫә моң бишегем – Барҙы.
Йәшәүҙәрем менән ошо ерҙә
Сикһеҙ бәхетле был донъяла.
Оҙон Ялан мәктәбе уҡыусыһы.
Йөрөй торғас һыу буйында,
Бындай матурлыҡҡа бер кем