Республика Хөкүмәтендә Премьер-министр урынбаҫары Азат Бадранов етәкселегендә төбәктең мәғариф системаһында дәүләттең тел сәйәсәтен тормошҡа ашырыу мәсьәләләренә арналған түңәрәк өҫтәл үтте. Сарала прокуратура, БР Башлығы Хакимиәте, Мәғариф һәм фән министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, шулай уҡ башҡорт ҡоролтайы янында эшләп килгән Республика ата-әсәләр комиссияһы вәкилдәре ҡатнашты.
Вице-премьер Азат Бадранов билдәләүенсә, әлеге ваҡытта республикала Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен, шулай уҡ туған телдәрҙе өйрәнеү өсөн тейешле шарттар булдырылған. Шуға ҡарамаҫтан, уҡыусыларҙың ата-әсәләренән уларҙың туған телдәрҙе өйрәнеү өлкәһендәге хоҡуҡтарын ғәмәлгә ашырыуға ҡағылышлы мөрәжәғәттәр килеүен дауам итә. Азат Бадранов тел сәйәсәтенең бик нескә өлкә булыуын, уға полиэтник йәмғиәттәге милләт-ара гармонияның бәйлелеген әйтеп үтте. Шуға күрә мәғариф мөхитендә был мәсьәләне сәйәсиләштереүгә юл ҡуйырға ярамай. Вице-премьер билдәләүенсә, республиканың мәғариф системаһы халыҡтың туған телдәрҙе өйрәнеүгә булған ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерергә тейеш, бының өсөн тейешле ресурстар һәм закондар бар.
Әлеге мәлдә мәғариф ойошмаларында туған телдәрҙе уҡытыу торошо тураһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) ҡарамағындағы Республика ата-әсәләр комиссияһы рәйесе Эльвира Байназарова сығыш яһаны. Улар, ата-әсәләр тарафынан тейешле ғариза бирелеүгә ҡарамаҫтан, туған телдәрҙе өйрәнеүгә булған конституцион хоҡуҡтың һанға һуҡмау осраҡтары булыуын билдәләне.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар, әгәр белем биреү учреждениеһы тарафынан ата-әсәләрҙең һорауы иҫәпкә алынмаһа, был проблеманы хәл итеү өсөн прокуратура органдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк, тигән фекергә килде. Федераль законда туған телде өйрәнеү ата-әсәләрҙең (законлы вәкилдәрҙең) ғаризаһы буйынса ғәмәлгә ашырылыуы асыҡ итеп әйтелгән. Ғаризалар аҙ булыуға һылтанып, туған телде өйрәнеүгә мөмкинлек тыуҙырыуҙан баш тартыуға юл ҡуйылырға тейеш түгел.
Түңәрәк өҫтәл барышында туған телдәрҙе өйрәнеүҙең төрлө юлдары, селтәр хеҙмәттәшлеге алымдары ҡаралды. Мәҫәлән, Мәскәү ҡалаһы уҡыусыһына туған башҡорт йәки татар телен өйрәнеү өсөн Башҡортостандағы йәки Татарстандағы мәктәп менән хеҙмәттәшлек итеү нигеҙендә онлайн дәрестәр ойошторорға мөмкин. Был бигерәк тә ошо республикаларҙа тыуып үҫеп, бөгөн сит өлкәләрҙә йәшәгәндәр өсөн көнүҙәк.
Туған телдәрҙе өйрәнеү мәсьәләләренә ҡағылышлы закондарҙың аныҡ үтәлешен тәьмин итеү, был һорауға ҡағылышы булған яҡтарҙың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн башҡарма власть органдарының, прокуратура, йәмәғәт ойошмаларының көстәрен берләштереү зарур, тип билдәләне түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар.