Башҡорт донъяһы
29 Апрель 2021, 15:30

Башҡорт теленән диктант киң майҙан йыйҙы

Сараның иң бәләкәй ҡатнашыусыһына – биш, ә иң олоһона 82 йәш булған. Диктантты барлығы 321782 кеше яҙған.

Быйылғы Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты яҙыуҙа республикабыҙҙың барлыҡ район-ҡалаларынан, Рәсәйҙең 18 төбәгенән һәм донъяның 13 иленән меңдәрсә кеше ҡатнашты. Ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙән 7504 эш ҡабул ителде.
Быйыл диктантты барлығы 321782 кеше яҙҙы. Уларҙың 159510-ы – башланғыс кимәлдә, 106794-е иркен аралашыу кимәлендә һәм 55478 кеше башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған.
Рәсәй төбәктәренән Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Сочи ҡалаларынан, Силәбе, Ырымбур, Мәскәү, Һарытау, Һамар, Ҡурған, Свердловск, Мурманск өлкәләренән, Ханты-Манси автономиялы округынан, Ямал-Ненец автономиялы округынан, Пермь, Алтай, Приморье крайҙарынан, Яҡут (Саха), Татарстан республикаларынан ҡатнашыусылар күп булды.
Шулай уҡ Үзбәкстан, Тажикстан, Испания, Швейцария, Германия, Бөйөк Британия, Италия, Франция, Канада, Ҡаҙағстан, Төркиә, Польша, АҠШ кеүек сит илдәрҙә йәшәүселәр ҙә башҡорт теленән диктант яҙып, белемен һынап ҡараған.
Сараның иң бәләкәй ҡатнашыусыһы Айнагөл Арыҫланбәковаға – биш йәш, ул Күгәрсен районынан. Ә иң оло ҡатнашыусыға – Ҡыйғы районының Ибрай ауылынан Венера Мирҙа ҡыҙына Ишмәноваға - 82 йәш.
"Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2021"ҙә ҡатнашыусыларының һәр береһенә электрон сертификаттар йүнәлтеләсәк. Улар ай дауамында сайттағы шәхси кабинетҡа йә электрон почтаға ебәрелә.
Фото: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды.
Читайте нас