Башҡорт донъяһы
30 Апрель 2021, 09:21

Ҡырғыҙҙар тарихҡа битараф түгел

Илештәр шәжәрәләре менән лайыҡлы ғорурлана.

Илеш районында Башҡорт тарихы йылы, “Ырыу ағасы” республика форумы һәм фольклор буйынса “Ата-бабалар мираҫы” республика семинары сиктәрендә Ҡырғыҙ ырыуы йыйыны (съезы) булды. Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары, ғалимдар, Ҡырғыҙ ырыуы вәкилдәре ҡатнашты.


Шәжәрәләрҙә – тарих


Илештәр йыйынында ҡатна­шыусыларҙы район Мәҙәниәт һа­райы алдында театрлаш­ты­рылған матур тамаша менән ҡаршы алды. Фойела Илеш, Баҡалы, Краснокама һәм Шаран районы вәкилдәре бай йөкмәткеле күргәҙмә ойошторғай­ны. “Ҡырғыҙ ырыуы тарихы бит­тә­рен асып” тигән экскурсия үткәрел­де. Мәғлүм булыуынса, Ҡырғыҙ ырыуы башҡорт халҡының төньяҡ-көнбайыш төркөмөнә ҡарай, йәғни улар Илеш, Шаран, Баҡалы, Краснокама, Туймазы райондары һәм Татарстандың Аҡтаныш, Ютазы, Бөгөлмә биләмәләрендә йәшәй. Күргәҙмәгә ҡуйылған шәжәрәләр теҙмәһе әле ерҙәрҙә борон-борондан ошо ырыу башҡорттары төп­ләнгәнен иҫбатлай ине. Сарала ҡатнашыусылар ырыу ағастары менән танышҡанда, үҙҙәренең Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарына ҡарауы менән ғорурланып һөйләүе, тарихҡа ҡарата иғтибарлы булыуы һоҡланыу хисе тыуҙырҙы.
Сарала ҡунаҡтар алдында Үр­мәт ауылы биләмәһе башлығы Илдар Муллағолов, Иҫке Күктауҙан мәктәп уҡыусыһы Айһылыу Ғәлиул­лина, Шәммәттән Раушания менән Рәфис Әхмәтйәновтар, Иҫке Ҡыр­ғыҙҙан Илмира Имамова, Ҡара­баш­тан Әлиә Бәшәрова, Ябалаҡтан Ямаловтар, Хатмуллиндар, Шакировтар һәм башҡа ғаиләләр ҡат­нашып, үҙҙәренең нәҫел тамыр­ҙары менән таныштырҙы.
Ошо төбәктә төпләнгән баш­ҡорттар бер бөгөн килеп үҙҙәренең Ҡырғыҙ ырыуына ҡарағанын иғлан итмәй, әлбиттә. Электән үк ошо йәһәттән эш алып баралар.
Улар араһында сығышы менән Иҫке Күктау ауылынан булған, хәҙер Үрге Йәркәйҙә йәшәгән тыуған яҡты өйрәнеүсе, йәмғиәтсе Фидан Мәрвәровты билдәләргә мөмкин. Уның шәжәрәһе республика конкурсында еңеүгә өлгәшкән. Ул бала саҡтан ата-әсәһенән ауыл кешеләре тураһында һөйләгәндә­рен ишетеп үҫә. Шул саҡта уҡ унда шәжәрәгә ҡыҙыҡһыныу тыуған. 1993 йылда райондың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Р. Камаловтың тарихи материалдары, тарихсы Ә. Әсфәндиәровтың ауылдар тарихы тураһындағы китабы менән таныша. Ул хеҙмәттәр­ҙә XVIII-XIX быуаттарҙа Иҫке Күктау ауылында йәшәгән кешеләр тура­һында ҡыҙыҡлы факттар ҡыҙыҡ­һыныу тыуҙыра. Шулай итеп, һөнәре буйынса инженер-механик Фидан Мәрвәров ныҡлап тарихты өйрәнә башлаған.
– Беҙҙең Ҡырғыҙ ырыуы шәжә­рәһе ошо Иҫке Ҡуштау ауылында һаҡланған булған. Унда ғәрәп хәрефтәре менән 1400 йылдарҙан башлап Ҡырғыҙ ырыуы вәкилдә­ренең исемдәре яҙылған һәм шул ваҡыттарҙа теркәлгән ҡайһы бер тарихи документтар, ваҡиғалар ҙа индерелгән. Иң беренсе Ҡырғыҙ ырыуының башлығы булып яҙыу­ҙарҙа Ҡандр бей күренә, уның улы Әхмәт бей – Мөхәммәт – Жана бей – Ҡушыҡ бей – Күккүҙ бей – Аҡҡош бей – Бутамыш бей – Бурамыш бей һәм башҡалар. Улар Рус батшаһына йәки Аҡ бейгә башын эйгән, тип яҙылған.
Күккүҙ бейҙең ике улы – Тәнеш менән Ҡулсан 1632 йылда Рус батшаһынан Грамота алған. Документта Рус хөкүмәте менән Ҡырғыҙ ырыуы халҡының килешеү төҙөүе тураһында әйтелә. Килешеү нигеҙендә беҙҙең бабайҙар яһаҡ түләргә тейеш була – 82 һыуһар тиреһе, 17 батман бал. Грамотала межалар күрһәтелгән, йәғни Ҡыр­ғыҙ ырыуы ерҙәренең сиктәре билдәләнгән. Ошо документ беҙҙең Ҡырғыҙ башҡорттарының аҫаба халыҡ икәнен күрһәтеп тора, улар үҙ ерҙәренең хужаһы булған.
Шәжәрәлә ауылдарҙы барлыҡҡа килтергән бик күп исемдәр яҙылған. Мәҫәлән, Тыпый Биҙәргән улы XVII быуат урталарында – Тыпый ауылына, уларҙың туғандары Илеш ауылына нигеҙ һалған. Илештең улы Шәммәттән ошо исемдәге ауыл барлыҡҡа килгән, һәм башҡа бик күпләп ошондай ауылдар хасил булған. Уларҙың барыһы ла ошо исемдәр менән ер биреү документтарында, акттарҙа яҙылған. Ҡайһы бер ырыуҙың старосталары, хөр­мәтле кешеләре унда күренә һәм улар нигеҙендә ҡайһы бер ауыл­дарҙы ялғап ҡуйҙыҡ. Мәҫәлән, Яба­лаҡ ауылы. Унда Бикбатыр Исаев улыстың старшинаһы бул­ған, – тип һөйләне Фидан Садиҡ улы.
Ысынлап та, ауылдар шәжә­рәһенә күҙ һалһаң, Фидан ағайҙың һүҙҙәре хаҡ булыуына инанаһың. Мәҫәлән, Тыпый ауылына Би­ҙергәндең улы Тыпый нигеҙ һалған. Шәжәрәгә ҡараһаң, бәйләнеш ебе түбәндәгесә: Ҡандр бей – Әхмәт бей – Мөхәммәт бей – Жана бей – Ҡушыҡ бей (Ҡырғыҙ ауылында йәшәгән) – Күккүҙ бей – Тәнеч (ике түбә) – Биҙәргән – Тыпый.


Төбәк оҫталарға бай


Сарала Илеш, Баҡалы, Краснокама һәм Шаран районы вәкил­дәре шәжәрәләр менән бер рәттән урындағы халыҡтың элекке көнкү­реш әйберҙәрен, милли ризыҡта­рын, оҫталарҙың ҡул эштәрен дә ҡуйғайны. Мәҫәлән, Иҫәнбай ауылынан 33 йәшлек Ратмир Нәбиев шырпыларҙан төрлө әйбер эшләй. Ошо шөғөл менән бер йыл ғына булышһа ла, ҡатмарлы һындарҙы, биналарҙы йыйыуға өлгәшкән. “Иң ҙур йортто ярты йыл эшләнем, ҡайһы берҙәрен бер аҙна, өс көн эсендә башҡарам. Был эштәрҙең осона сығыу өсөн, әлбиттә, ҙур түҙемлек кәрәк. Шул уҡ ваҡытта күңелде лә тынысландыра”, – тип һөйләне оҫта. Ә уның атаһы Ләбип Нәбиев ағастан һауыт-һаба, декоратив сувенирҙар эшләй. “1985 йылдан алып биш йыл шөғөлләнгәндән һуң ташлағайным, әле яңынан ағас эшенә тотондом. Һатҡаным юҡ, үҙем өсөн ижад итәм, шулай уҡ ейән-ейәнсәрҙә­ремә, туғандарыма, дуҫтарыма бүләк итәм”, – ти Ләбип Хәләф улы.
Ҡырғыҙ ырыуы съезы барышында президиум ултырышы үтте. Сарала ҡатнашыусыларҙы Илеш райо­ны хакимиәте башлығы Илдар Мостафин тәбрикләп: “Беҙҙең сағыу тарихыбыҙ бар, ошоноң менән бәхетлебеҙ”, – тине.
Ҡырғыҙ ырыуы тарихын һәм мәҙәниәтен барлап, Өфөнән килгән ғалимдар, шулай уҡ урында йәшәгән ошо ырыу вәкилдәре сығыш яһаны. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты етәксеһе Ғәлим Яҡупов: “Глобалләшеү шарттарында юғалып ҡалмаҫ өсөн үҙ исемеңде һаҡлау һәм ырыуҙар тарихын киләһе быуынға тапшырыу мөһим. Башҡорт үҙенең ете быуын шәжәрәһен, тарихи тамырҙарын белергә тейеш”, – тип билдәләне сығышында. Билдәле ғалим, тарихсы Салауат Хәмиҙуллин ҡырғыҙҙарҙың тамырҙары бик тәрәндә ятыуы һәм бер башҡортта ғына һаҡланып ҡалыуы тураһында һөйләне.
Йыйында Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының гербы, йыр-гимны ҡабул ителде. Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Илшат улы съезд эшендә ҡатнашҡандарға муниципаль райондың рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Башҡортостанда Башҡорт тарихы йылына ярашлы уҙғарылған “Ырыу ағасы” республика форумы эстафетаһын илештәр Туймазы районына тапшырҙы.
Өлкәндәр съезда мөһим мәсьә­лә­ләрҙе тикшерһә, Ҡарабаш мәктәбендә иһә был мәлдә “Аҡбуҙат” журналы үҙенең 30 йыллыҡ юбилейына арналған сара ойошторҙо. Баҫманың яуаплы секретары Миңлегөл Тайсина баҫма менән таныштырҙы, шиғырҙар уҡыны. Рәссам Майя Ҡәйүмова оҫталыҡ дәресендә балаларға һүрәт төшөрөү серҙәрен өйрәтте. Иң шәп һүрәтте IV класс уҡыусыһы Эмиль Фазылов төшөргән. Балалар, Милли кейем көнөнә лә әҙерләнеп, башҡорт халыҡ кейемендә килгән. Шиғырҙар, йырҙар, бейеүҙәр менән үрелеп барған осрашыу барыһына ла оҡшаған.
Башҡортостандың мас-рестлинг буйынса Федерация президенты Рәил Бикмаев милли башҡорт көрәше – таяҡ тартыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте һәм бәйге ойошторҙо. Еңеүселәр миҙалдар менән бүләкләнде.
Президиум ултырышы менән бер рәттән Муса Гәрәев исемендәге Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә Республика халыҡ ижады үҙәге “Ата-бабалар мираҫы” тигән темаға фольклор семинары ойошторҙо. Был сара сиктә­рен­дә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәрен эшләү йәһәтенән оҫталыҡ дәресе үткәрелде. Шәжәрә төҙөү буйынса ла оҫталыҡ дәресе булды, семинарҙы ойоштороусылар шулай уҡ башҡорт аш-һыуы менән дә таныштырҙы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайының Башҡарма комитеты ағзаһы, Республика халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәре Юлай Ғәлиуллин Ҡырғыҙ ырыуы йыйыны барышында үҙенең мәргән уҡсы ғына түгел, милли кейем белгесе булыуын да күрһәтте. Ул илеш­тәрҙе башҡорт ир-егеттәре кейе­менең үҙенсәлектәре менән таныш­тырҙы. Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары иһә уҡтан мәргән атыу серҙәрен уртаҡлашты.
Әйткәндәй, сараның Милли кейем көнөндә үтеүе Ҡырғыҙ башҡорттары йыйынына тағы ла йәм өҫтәне. Ошо йәһәттән Илеш районының Үрге Йәркәй ауылы үҙәк майҙанында “Беҙҙең яҡтар – ҡояш, нурҙар яғы, ҡунаҡсыллыҡ яғы, йыр яғы” район фестиваль-конкурсына йомғаҡ яһалды, бүләкләү тантанаһы уҙҙы, үҙешмәкәр артистарҙың сағыу концерты булды. Шулай итеп, бөгөн уҙған Ҡырғыҙ ырыуы йыйыны (съезы) дуҫлыҡ байрамына әйләнде.


Топонимик факттар бәхәскә урын ҡалдырмай


Балтас районында Танып ырыуы башҡорттары йыйынында Маты ауылы тураһында мәғлүмәтте тыңлағанда, Белорет ҡалаһында Мата йылғаһы бар, тип сағыштырып уйланып ултырҙым. Илеш районында Ҡарабаш ауылын да телгә алдылар, шул мәлдә Силәбе өлкәһендәге Ҡарабаш ҡаласығы ҡылт итеп иҫкә килеп төштө. Был исемдәр беҙҙе, башҡорттарҙы, бәйләп тора, тарихи ерҙәребеҙ булғанын күрһәтә.
Әйткәндәй, Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының килеп сығышы тураһындағы докладтарҙа, шулай уҡ тарихсылар менән һөйләшкәндә, уларҙың Йәнәсәй ҡырғыҙҙарынан барлыҡҡа килеүе тураһында әйтелде һәм уны бик ҡыҙыҡлы топонимик факттарға бәйләйҙәр.
Мәғлүм булыуынса, хәҙерге Хакас Республикаһы биләмәһендә База йылғаһы Йәнәсәйгә ҡушыла. Унда хатта Усть-Базис ҡалаһы ла бар. Илеш районында ла ошондай исемле йылға аға икән. Шуға ла тарихсылар, респуб­ликаның Илеш районы этнография күҙлегенән бик ҡыҙыҡлы, тип билдәләй.
Унда Ҡырғыҙ менән Йылан ырыу­ҙары йәшәй. Ҡырғыҙ башҡорттарының шәжәрәһенең башында Ҡоғут Ата күрһәтелгән. Башҡортостанда Ҡырғыҙ ырыуына 49 ауыл ингән. Иҫке Ҡырғыҙ ауылы – Илеш районында ғына түгел, тотош Башҡортостанда ла ырыуҙың боронғо һәм төп ерлектәренең береһе. Уның тарихы XVII быуат башына тура килә. Ауылдың Ҡырғыҙ башҡорттары йәшәй торған яғы “аҫаба башҡорттар” тип атала.
– Урта быуаттар башында ҡырғыҙҙар Йәнәсәй йылғаһы буйында йәшәгән. Үҙҙәренең Ҡырғыҙ ҡағанаты дәүләтен төҙөй. Әммә Сыңғыҙхан был дәүләтте баҫып ала, тар-мар итә, халҡы төрлө яҡтарға тарала. Урта Азияға, көньяҡ Кавказ яҡтарына барып урынлашалар. XIV-XV быуаттарҙа Башҡортостандың көнбайыш яҡтарына килеп төпләнәләр.
Ҡырғыҙҙарҙың башлығы Ҡушыҡ бей үҙ теләге менән Рус дәүләтенә инеү өсөн Иван Грозныйға мөрәжәғәт итә. Әлеге Илеш, Шаран, Баҡалы, Краснокама, Туймазы райондарының территорияһында Ҡырғыҙ улысын барлыҡҡа килтерәләр, һәм шулай итеп Ҡырғыҙ ырыуының тарихы башланып китә, — тип фекерҙәрен уртаҡлашты Илеш районынан тыуған яҡты өйрәнеүсе Рөстәм Камалов.
Бына шундай рухлы, тарихты белгән һәм хөрмәт иткән уландары булғанда, Ҡырғыҙ ырыуының шәжәрә ағастары үҫер һәм нығыныр.

Читайте нас