Башҡорт донъяһы
2 Май 2021, 05:30

Бар уй-теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын!

Бөгөн Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллиндың тыуған көнө. Ихлас ҡотлайбыҙ!

Бөгөн Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллиндың тыуған көнө. Ошо уңайҙан “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре уны ихлас ҡотлай һәм ныҡлы һаулыҡ, тынғыһыҙ эшендә ҙур уңыштар, бар уй-пландарының тормошҡа ашыуын теләй.
Әнис Әсәҙуллин - социаль селтәрҙәгә әүҙем яҙышҡан етәкселәрҙең береһе. Күптән түгел яҙған посы ла иғтибарҙы йәлеп итте.
"Мәсетле районында “Йәшел Башҡортостан!” акцияһына старт бирелде, – тип шатлығы менән уртаҡлашҡан Әнис Әсәҙуллин. – Беҙ Оло Ыҡтамаҡ биләмәһендә 150-нән ашыу үҫенте ултыртырға уйлайбыҙ, аныҡлабыраҡ әйткәндә, “Миләш” балалар баҡсаһы эргәһендә, Төҙөүселәр, Тракт, Ленин урамдары янында (бында – “Башҡорт ихаталары”). Райондың бүтән ауылдарында ла 400-ҙән ашыу үҫенте ултыртыласаҡ. 23 апрелдән 23 майға хәтлем “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһы барыуын да онотмайыҡ".
Фото Әнис Әсәҙуллиндың “Бәйләнештә” сәхифәһенән.
Читайте нас