Башҡорт донъяһы
6 Май 2021, 10:17

Тарихын онотҡан халыҡтың киләсәге лә өмөтһөҙ

Ыҡ буйының башҡорт ырыуҙары йыйыны был хәҡиҡәтте тағы бер тапҡыр раҫланы.

Туймазы ҡалаһы беҙҙе ҡояш менән ҡаршыланы, ә Өфөнән сығып киткәндә көн йонсоу һәм ямғыр быҫҡаҡлап тора ине. Көндөң шулай сағыу булыуы бындағы байрам тантаналарын тағы ла күркәмерәк итеп ебәрҙе һымаҡ. Бындағы Ыҡ буйының башҡорт ырыуҙары йыйыны Башҡорт тарихы йылына арналды һәм “Шәжәрә” Бөтә Рәсәй мәҙәни-мәғрифәт проекты сиктәрендә үткәрелде. Йыйынды ойоштороусылар – “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы” халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары союзы, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы.


Һәйкәл күптән әҙер ине...


Ыҡ буйының башҡорт ырыуҙары йыйыны башланыр алдынан Туймазының 1-се башҡорт гимназияһы алдында ошо ҡала һәм район өсөн генә түгел, ә республиканың бөтә көнбайыш төбәге буйынса ла ҙур ваҡиға булып уҙҙы: Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа бюст асылды. Тантаналы митингта “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы” халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары союзы Президиумы Рәйесе, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Гөлназ Мирхәйҙәрова, республи­каның мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Туймазы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сергей Подоприхин һәм башҡалар ҡатнашты.


– Һәйкәлде былтыр, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы асырға ниәтләгәйнек, ләкин пандемия арҡаһында халыҡты митингка йыйыу кисектереп торолдо, – тине хакимиәт башлығы урынбаҫары. – Геройға был һәйкәлде ҡуйыу башланғысы менән беҙ әле ихатаһында йыйылған 1-се гимназия коллективы сығыш яһаны.


Бюсты тантаналы асыу хөрмәте Эльвира Айытҡоловаға һәм Туймазы районының ветерандар советы рәйесе Нурулла Биксу­ровҡа тапшырылды.

– Бөгөнгө был ваҡиға беҙҙең балалар, башҡа райондар өсөн ҙур өлгө булып тора, сөнки белем биреү учреждениеһы билә­мәһендә Геройҙың исемен мәңгеләштереү һәр мәктәптең дә көсөнән килмәй, – тине Эльвира Ринат ҡыҙы. – Һеҙ бик ҙур эш башҡарҙығыҙ. Был һәйкәлде Башҡорт тарихы йылында асыуыбыҙ ҙа тәрән символик мәғәнәгә эйә. Беҙ беләбеҙ, ғәйәт ҙур Ватаныбыҙҙың, шул иҫәптән – Башҡортостан халҡына исемдәре әле булһа асыҡланмаған, архивтарҙа эҙләнеп, иҫтәлеген мәңгеләш­терелергә тейешле данлыҡлы геройҙары күп әле. Һәр райондың һәм ауылдың ошондай геройҙары бар, үҫеп килгән быуындарҙы беҙ улар миҫалында тәрбиәләргә бурыслыбыҙ.


Ҡаланың 1-се гимназияһы директоры Румил Әйүпов йыйынға килгән делегаттарҙы һәм ҡунаҡтарҙы Миңлеғәле Шайморатовтың музейы менән таныштырҙы. “Беҙ Хәтер вах­та­һы ойошторҙоҡ һәм эҙләнеү отрядтары ме­нән шайморатовсыларҙың яу урындарына сы­ғабыҙ”, – ти ул. Музейҙағы күпселек экс­понаттарҙы уҡыусылар үҙҙәре һуғыш яландарынан эҙләп табып алып ҡайтҡан. Уларҙы ҡарағандан һуң гимназияның тамаша залында “Шайморатовсылар – данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре” китабының исем туйы уҙҙы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән нәшер ителгән был баҫма экзем­плярҙарын Эльвира Айытҡо­лова ошо акцияның ирекмәндәренә лә бүләк итте.


Милли рух тәрбиәләү үҙәге буласаҡ


Ҡаланың “Родина” мәҙәниәт һарайында Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йортоноң филиалын – Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәген – асыу ҙа Ыҡ буйының башҡорт ырыуҙары йыйыны башланыр алдынан уға рухи күтәренкелек өҫтәмәй ҡалманы. Мәҙәниәт һарайына килгән кешеләрҙе ошо үҙәктең башҡорт этник ихатаһы, ҡул эштәре күргәҙмәләре менән таныштырҙылар. Был Үҙәк Башҡортостан Хөкүмәтенең 2021 йылдың 11 февралендәге Ҡарары менән ойошторолған икән. Уның төп эш йүнәлештәренең береһе – Ыҡ буйы башҡорттарының тарихын өйрәнеү.


Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто ҡарамағында ошондай 26 тарихи-мәҙәни үҙәк бар, уларҙың етеһе Рәсәй төбәктәрендә эшмәкәрлек алып бара.


Үҙәктең баш белгесе Альберт Исмаил бындағы экспонаттар менән таныштырҙы. Ул үҙе – “Без – башҡортлар” хәрәкәтенең әүҙем ағзаһы, төньяҡ-көнбайыш диалектын­дағы йырҙарҙы рок-башҡарыусы булараҡ танылыу алған.


– Бер йыл элек беҙҙең төньяҡ-көнбайыш диалекты республика етәкселеге тарафынан рәсми танылыу алды, үҙебеҙҙең һөйләштә диктант яҙыу мөмкинлеге лә бирелде. Был диктант ошо диалекттың танылыу алыуға үтә мохтаж икәнлеген күрһәтте лә инде, – тине Альберт Әҙип улы, Үҙәк эше менән танышырға килгән ҡунаҡтар алдында сығыш яһап.


Улар үҙ халҡына хеҙмәт итә


Йыйындың төп өлөшө ҡаланың “Родина” мәҙәниәт һарайында уҙғарылды һәм, әлбиттә, Ыҡ буйы башҡорттарының тарихы, тел үҙенсәлектәре, уларҙы һаҡлау һәм үҫтереү тураһындағы һөйләшеүгә ҡоролдо.


Делегаттарҙы һәм килгән ҡунаҡтарҙы Эльвира Айытҡолова, республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев һәм Сергей Подоприхин сәләмләне.


Эльвира Ринат ҡыҙы “Башҡорт тарихы йылы” сиктәрендә Ыҡ буйы башҡорт ырыуҙары йыйынын юғары кимәлдә ойошторғаны, башҡорт халҡы тарихын һәм тамырҙарын тергеҙеү йәһәтенән әүҙем эшмәкәрлек алып барған туймазыларға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.


– Һеҙ йылдар буйы алып барған ныҡышмалы эш, эҙләнеүҙәр үҙ һөҙөмтәһен бирә һәм улар, әлбиттә, халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен һәм телен һаҡлауға, үҫтереүгә хеҙмәт итә, был барыбыҙ өсөн дә ҡыуаныслы, был уңыштарҙы эшебеҙҙә файҙаланырға, бергәләп артабан үҫтерергә бурыслыбыҙ, – тине Эльвира Ринат ҡыҙы.


Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының был иҫтәлекле наградаһына Туймазы районы хакимиәте башлығы Суфиянов Айҙар Рифғәт улы, ошо уҡ хакимиәттең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Әбсәләмов Рәмзин Рәфҡәт улы, Туймазы ҡалаһының 1-се гимназияһы директоры Әйүпов Румил Рим улы, Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары шәжәрәһен төҙөүҙә әүҙем ҡатнашҡан Ғәйнетдинов Марат Ғәбделхәй улы, башҡорт халыҡ йыры ансамбле етәксеһе Нәғимова Фәниә Зарип ҡыҙы, халыҡ-ара ижади берләшмә етәксеһе Ғәфүрова Зөлфиә Рәшит ҡыҙы һәм башҡалар лайыҡ булды.


Бының өсөн бөтә шарттар бар


– Беҙҙең районда ете башҡорт ырыуы тоҡомдары йәшәй һәм районыбыҙ республикалағы полиэтник йәһәттән иң бай төбәктәрҙең береһе булып тора, – тине Сергей Подоприхин үҙенең сығышында. – Районда һәм ҡалала бөгөн 132 мең кеше иҫәпләнә, шуның 34 процентын башҡорттар, 38 процентын татарҙар, 23 процентын рустар алып тора. Районда шулай уҡ мари, мордва, сыуаш, әрмән, удмурт, немец, грузин һәм башҡа милләт вәкилдәре лә байтаҡ. Районыбыҙҙа милләт-ара мөнәсәбәттәр тотороҡло хәлдә, быға республикабыҙ етәкселегенең яҡшы уйланылған һәм халыҡтарҙың тиң хоҡуҡлығына нигеҙләнгән милли сәйәсәт үткәреүе булышлыҡ итә.


Сергей Подоприхин әйтеүенсә, районда һәм ҡалала милли мәҙәниәттәрҙе үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Мәғариф учреждениеларында башҡорт телен дәүләт теле һәм туған тел булараҡ өйрәнеү өсөн бөтә шарттар булдырылған. Йыл һайын туған тел буйынса, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүҙә йәш башҡарыусылар конкурстары, Салауат йыйыны һәм Шәжәрә байрамдары, ҡурайсылар бәйгеһе, “Оҙон көй” фестивале һәм башҡа саралар үткәрелә. Туған телде өйрәнеүҙә ҡала һәм райондың китапханалары ла әүҙем сығанаҡ булып тора, улар башҡорт телендәге яңы китаптар һәм белешмә әҙәбиәт менән даими тулыландырыла.


– Китапханаларҙың йыл һайын билдәле башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙары менән осрашыуҙар уҙғарылыуы ла үҫеп килеүсе быуындың туған мәҙәниәтте һәм тарихты яҡшыраҡ белеүенә ярҙам итә, уға ҡарата ихтирам тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай, – ти хакимиәт башлығы урынбаҫары.

Ҡала һәм райондың төрлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары ла республика хореографияһында лайыҡлы урын алып тора. Туймазы районында ойошторолған сараларҙа ҡатнашыусылар, уларҙың сығышын күп тапҡыр ҡарап, быға күптән инанған инде. Хәйер, төбәктең талантлы вәкилдәре үҙҙәрен урындағы сараларҙа ғына түгел, халыҡ-ара кимәлдә лә танытып килә. Мәҫәлән, ШОС һәм БРИКС илдәренең Өфөлә уҙғарылған саммитында ла уңышлы сығыш яһағайнылар. Уларға Бразилия, Көньяҡ Африка Республикаһы, Һиндостан, Ҡытай һәм башҡа сит дәүләттәрҙең делегациялары гөрләтеп ҡул сапты.


Гәүһәр Йәүҙәт ҡыҙы Фазуллина етәкселегендәге Туймазы башҡорттары ҡоролтайының уңышлы эшмәкәрлегенә айырым туҡтап китергә кәрәк: уның ойоштороуы менән халыҡ өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған күп саралар үткәрелә бында. Уларҙың һуңғыларынан “Айыҡ ауыл” конкурсын билдәләп китеү урынлы булыр, быйыл ошо бәйгелә райондың илленән ашыу ауылы ҡатнашҡан. “Районыбыҙҙың социаль-иҡтисади яҡтан уңышлы үҫеүе беҙҙәге төрлө милләттәрҙең татыу йәшәүе һөҙөмтәһе ул, уға “Рәсәйҙең хеҙмәт батырлығы һәм даны районы” тигән почетлы исем бирелеүе, Туймазының Башҡортостандағы иң төҙөкләндерелгән ҡала булып танылыуы быны тағы бер тапҡыр раҫлай”, – тине Сергей Подоприхин.


Дөйөм баһа шундай


“Йыйын юғары кимәлдә үтте” – был фе­керҙе саранан һуң күп кешенән ишетергә тура килде. Тимәк, дөйөм баһа ла шундай. Был, тәбиғи, Ҡоролтай Башҡарма комите­тының ойоштороу эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе. Унан тыш, райондың үҙенсәлегенә, уның социаль-иҡтисади хәленең көслө булыуына һәм, шуның һөҙөмтәһе булараҡ, белдекле кадрҙар йәлеп итеүгә лә бәйлелер, моғайын. Туймазы районы республикабыҙҙың сәнәғәт һәм аграр яҡтан алға киткән төбәктәренең береһе иҫәпләнә. Ошо биләмәлә Туймазы һәм Октябрьский ҡалалары, ҡала тибындағы дүрт ҡасаба урынлашҡан, ауылдар һаны йөҙҙән аша. Төбәктең төрлө милеккә ҡараған 200-гә яҡын предприятиеһы яғыулыҡ, химия, нефть химияһы, машиналар эшләү, целлюлоза-ҡағыҙ, аҙыҡ эшкәртеү һәм башҡа тармаҡтар буйынса продукция етештерә. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары, уларҙа мәшғүл булғандар һаны буйынса ла Башҡортостандағы алдынғы урындарҙың береһен биләйҙәр. Туймазы – республиканың федераль трассалар үткән мөһим транспорт нөктәһе лә. Әйтергә теләгәнем – хәлле төбәктә теләһә ниндәй кимәлдәге сараларҙы ла яҡшы ойошторалар.


Туймазылағы йыйын Ыҡ буйы башҡорт ырыуҙарының йәмәғәт ойошмаһы советын һайлау менән тамамланды. Уның рәйесе итеп делегаттар бер тауыштан Тарихи-мәҙәни үҙәктең баш белгесе Альберт Әҙип улы Исмаилды һайланы. Мәҙәниәт һарайына йыйылған халыҡты район һәм ҡаланың сәнғәт оҫталары сағыу концерт сығыштары менән оҙатып ҡалды.


Ырыуҙар штандарты тантаналы рәүештә Иглин районынан килгән делегацияға – Ҡобау ырыуы вәкилдәренә тапшырылды. Башҡорт ырыуҙарының сираттағы йыйыны тиҙҙән ошо районда үтәсәк.


“Родина” мәҙәниәт һарайында йыйын барған сәғәттәрҙә Туймазы ҡалаһы һәм районында “Тамыр” телевизион каналы һәм “Аҡбуҙат” журналы ла эшләне: улар балалар менән төрлө конкурстар һәм уйындар ойошторҙо, башҡорт телендә йәнһүрәттәр күрһәтте. “Мәргән уҡсы” йәмғиәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин уҡ атыу буйынса, ә мас-рестлинг федерацияһы етәксеһе Раил Бикбаев “таяҡ тартыш” көрәшенең милли төрөнән оҫталыҡ дәрестәре бирҙе. Был саралар ҙа йыйын сиктәрендә һәм уның программаһына ярашлы үткәрелде.


Ыҡ буйы башҡорттары фәнгә билдәле


Ыҡ буйының башҡорт ырыуҙары йыйынында ғилми докладтар ҙа тыңланды. Гәзит битендә күп урын алмаҫ өсөн сығыш яһаусыларҙың исем-шәрифен һәм темаһын ғына әйтеп китергә булдыҡ. Докладтарҙың һәр береһе оҙаҡ дәүер эҙләнеүҙәр һөҙөм­тәһендә тыуған:

l Салауат Хәмиҙуллин, тарих фәндәре кандидаты – “Ыҡ буйы башҡорт ырыуҙарының тарихы һәм оҡшашлығы”;


l Искәндәр Сәйетбатталов, Башҡорт дәүләт университеты доценты, филология фәндәре кандидаты – “Диалектология буйынса Ыҡ буйы башҡорт ырыуҙарының теле”;


l Нурислам Ҡалмантаев, Башҡорт дәүләт университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты – “Туймазы районында Башҡорт тарихы йылына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса методик тәҡдимдәр”;


l Радик Бәхтиев, “Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы” халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары союзы аппаратының баш белгесе, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының “Без – башҡортлар” ижтимағи хәрәкәте етәксеһе – “Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының оҡшаш­лығының көнүҙәк мәсьәләләре”;


l Альберт Исмаил, Туймазы районын­дағы Тарихи-мәҙәни үҙәктең баш белгесе – “Ыҡ буйы волостары һәм Тамъян волосы тарихынан”;


l Рафаэль Ситдыҡов, Туймазы районы­ның тыуған яҡты өйрәнеүсеһе – “Ҡандра-Ҡотой ауылының тарихы һәм бөгөнгө хәле”;


l Марат Ғәйнетдинов, Туймазы райо­нының тыуған яҡты өйрәнеүсеһе – “Туймазы районының Әйле һәм Ҡаңны ауылдары тарихы”;


l Гөлфиә Хәмәтшина, Туймазы районы Илсембәт ауыл мәҙәниәт йортоноң мәҙәни ойоштороусыһы – “Туймазы районының Япрыҡ ауылы миҫалында Әйле ырыуы”;


l Әнәс Сафуанов, тыуған яҡты өйрәнеүсе, йәмәғәт эшмәкәре – “Туймазы районының Йылан ауылдары тарихы”;


l Таһир Насибуллин, Туймазы ҡала­һының 1-се урта мәктәбе филиалы директоры урынбаҫары – “Япрыҡ ауылының төп белем биреү мәктәбе”;


l Гөлнар Сабирова, ҡасаба-ара клуб директоры – “Ҡырғыҙ ырыуының таралып ултырыуы һәм ауылдарға байҡау”.


Ҙур башҡорт ырыуҙары ере


ЙЫЛАН иң эре башҡорт ырыуҙары иҫәбенә инә. Уларҙың биләмәләре тарихи Башҡортостандың көнбайышындағы ғәйәт ҙур майҙанды алып торған. Хәҙерге административ картала ҡарағанда, был майҙан көньяҡта Бишбүләк һәм Йәрмәкәй райондарынан башланған. Артабан Туймазы районының көнбайышында һәм Шаран районының көнсығышында йылан башҡорт­тары 30-ға яҡын ауылға нигеҙ һалған. Базы йылғаһы үҙәне башынан тамағына тиклем уларҙыҡы булған, бөгөн был ерҙәр Илеш районының көнсығыш һәм Саҡмағош районының көнбайыш өлөштәренә тура килә.


ҠАҢНЫ ырыуының тарихы ҡаңғарҙар (печенегтар) менән бәйле, ул Урта Азияның күсмә ҡаңғой халҡының бер өлөшө булып тора. IX быуатта улар оғуздар тарафынан ситкә ҡыҫырыҡлана. Волга буйы далаларында һәм Урал алды тигеҙлегендә дошмандар ҡыҫымына ҡаршы тороу өсөн артабан башҡорт-печенег берләшмәһе ойошторола. Һуңынан печенегтар башҡорттарҙың, шул иҫәптән – ҡаңныларҙың байтаҡ өлөшөн алып тора. Үҙ биләмәләрендә ҡаңнылар һигеҙ ауылға нигеҙ һала. Бынан тыш 12-се башҡорт кантонының 17-се өлөшөндә припущенниктарҙың (әйлеләр һәм башҡа ырыуҙар) алты ауылы барлыҡҡа килә.


БАЙЛАР ырыуы бүтән башҡорт ырыуҙа­рынан көнбайыштараҡ урынлашҡан һәм монголдар килгәнгә саҡлы Волга Болғарына ингән. ХIII – XIV быуаттарҙа улар Бүләр ырыуы менән берлектә башҡорт ырыу­ҙарының Байлар-Бүләр конфедерацияһын төҙөй һәм ХIII быуат башында монгол һөжүменә ҡаршы тора.


ҠЫРҒЫҘ ырыуының аҫаба ерҙәре хәҙерге Туймазы районынан Краснокама районына саҡлы һуҙылған һәм күрше Татарстандың Аҡтаныш, Баулы, Ютазы райондарын да үҙ эсенә алған. Был ырыу нигеҙ һалған ауылдарҙың дүртәүһе Туймазы районына тура килә.


ҠОБАУ ырыуының ауылдары Туймазы районының көнсығыш өлөшөндә (хәҙерге Бүздәк районы менән сиктәш) урынлаша. “Ҡобау” этнонимы был ырыуҙың Ҡара диңгеҙҙең төньяғында һәм Кавказда йәшәгән ҡомандар менән бәйләнешенә күрһәтә. ХI быуатта ҡомандар көнбайышҡа дала миграцияһында бик әүҙем була, был хәрәкәттә үҙ составына урындағы күсмә ҡәбиләләрҙе лә ала. Ҡобау ҡәбиләһе башҡорттары хәҙерге Туймазы районында өс ауылға нигеҙ һалған.


Һүҙлек нигеҙе – дөйөм башҡорт лексикаһы


Сығыштарҙан күренеүенсә, шулай уҡ ғилми сығанаҡтарҙан да билдәле булыуынса, Туймазы районы башҡорттары боронғо һәм төрлө яҡлы этник-ара, тел-ара контакттар зонаһында йәшәй. Ерле халыҡтың һөйләү теле башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектының Түбәнге Ағиҙел-Ыҡ һөйләшенә ҡарай.


Уларҙың лексикаһының ошондай ҡатлам­да­ры бар: диалект лексикаһының иң киң һәм боронғо ҡатламын тәшкил иткән дөйөм башҡорт һүҙҙәре; төньяҡ-көнбайыш һәм көнь­яҡ, төньяҡ-көнбайыш һәм көнсығыш, көн­сығыш һәм көньяҡ диалекттарының дө­йөм лексикаһы; урындағы диалект лек­сикаһы; айырым һөйләштәргә хас лексика.


Башҡорт теленең Түбәнге Ағиҙел-Ыҡ һөйләшенең грамматикаһы әҙәби башҡорт теленең грамматикаһына яҡын. Был һөйләш хәҙерге Туймазы районында йәшәгән ырыу төркөмдәренә хас. Ул шулай уҡ көнсығыш һәм өлөшләтә көньяҡ диалекттарға ла яҡын, ә был иһә ошо һөйләштең башҡорт теле дөйөм халыҡ системаһында булыуын күрһәтеп тора.Түбәнге Ағиҙел-Ыҡ һөйләше­нең һүҙлек запасының нигеҙен дөйөм башҡорт лексикаһы тәшкил итә.


Төньяҡ-көнбайыш диалект беренсе тапҡыр 1881 йылда күренекле ғалим А. Г. Бессоновтың хеҙмәтендә ҡарала. Ике тапҡыр (1897 һәм 1898 йылдарҙа) Н. Ф. Катанов тарафынан тасуирлана. 1930 йылдарҙағы диалектологик экспедицияларҙа уны дүрт тапҡыр өйрәнәләр. Башҡортостан телселә­ренең 1954 йылғы экспедицияһында ҡабат­тан өйрәнелә. 1955 йылда башҡорт лингвисы Таһир Байышевтың монографияһында ул башҡорт һөйләштәре һәм диалекттары системаһында ҡарала. Ошо уҡ йылда күренекле археолог, антрополог, этнолог, географ Сергей Руденко был диалекттың картографияһын төҙөй.


Эльвира АЙЫТҠОЛОВА, “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы” халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары союзы Президиумы Рәйесе, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары:

– Быйыл райондарҙа ошондай кимәлдәге 11 йыйын үткәрелде, тағы ла һигеҙе әҙерләнә. Бөгөн беҙҙең алда ҙур маҡсаттар тора һәм шуға ирешер өсөн мөмкинлектәребеҙ бар. Республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарындағы башҡорт ҡоролтайҙары, милләттәштәрен эҙләп табып, “Без – башҡортлар” тигән ойошма төҙөнө, һәм был эш дауам итәсәк. Бигерәк тә йәш быуынды ғаилә шәжәрәләрен өйрәнеүгә ылыҡтырыу, милләттең рухи матурлығын күрһәтеү, башҡортса китаптар уҡырға йәлеп итеү мөһим. Залда ултырған ата-әсәләргә мөрәжәғәт итәм: май айында мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнергә ғариза ҡабул итә башлайҙар, был мөмкин­лекте ҡулдан ысҡындырмаһағыҙ ине. Башҡорт теле беҙгә, милләт булараҡ, кәрәк булмаһа, ул башҡаларға һис тә кәрәкмәй – ошо хәҡиҡәтте онотмаҫҡа саҡырам. Туған телебеҙҙе һаҡлайыҡ һәм яҡлайыҡ.


Башҡорт телендәге диктантты төньяҡ-көнбайыш башҡорттары диалектында ла яҙыу телде һаҡлап ҡалыуҙың бер сараһы булып тора. Кемдәр ошо төр диктантта ҡатнашырға өлгөрмәгән, быйыл да ундай форсат бирелде. Шулай итеп, башҡорт телен үҫтереүгә һәр беребеҙ үҙ өлөшөн индерә ала.
Читайте нас