Ханты-Манси автономиялы округында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәрен ойоштороуы хаҡындағы яңылыҡ ошо төбәктә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең күңеленә генә түгел, Башҡортостандағыларҙыҡына ла йылылыҡ өҫтәне. Ҙурҙан ҡубып бындай осрашыу үткәрелгәне булдымы икән әле?! Бында мәғариф, мәҙәниәт өлкәләрендәге яңылыҡтар, һуңғы йылдарҙағы үҙгәрештәр тураһында уртаға һалып һөйләшеү, заман атының ялынан тотоп, яңы үрҙәргә бергә үрләү тураһында һүҙ бара. Башҡорт халҡы ҡайҙа ғына йәшәһә лә, уның мәнфәғәтен хәстәрләү, закондарға таянып, урындағы етәкселәр менән эшлекле һөйләшеү ҡороу – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте алып барған сәйәсәттең төп нигеҙе. Балалар баҡсаларында, йәкшәмбе мәктәптәрендә, айырым башҡорт кластары, мәктәптәре асыу мәсьәләһен йүнләү – йәш быуын, милләттең киләсәген хәстәрләү тигән һүҙ.
Беҙҙе Нижневартовск аэропортында көтөп торғандарын әллә ҡайҙан белдереп, урындағы “Дуҫлыҡ” мәҙәни-ағартыу йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Салауат ағай Ильясов башҡорт милли кейемендә ҡаршы алды. Шунда уҡ күңелгә йылылыҡ йүгерҙе. Рәхмәт, Салауат ағай.
Саралар Нижневартовскиҙа урындағы әүҙем йәмәғәт ағзалары менән осрашыуҙан башланып китте. Ҡаланың милли мәҙәниәттәр үҙәгендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре башҡорт йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм әүҙемселәре, ата-әсәләр ойошмалары вәкилдәре менән осрашыу барышында йәнле аралашыу форматында барҙы. Башҡортостан делегацияһы етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов Ҡоролтай башҡарған һәм планлаштырған эштәр менән таныштырҙы.
Ғәлим Миңлеғәли улы Ҡоролтай иғлан иткән Башҡорт тарихы йылында республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарында халыҡ ҡатнашлығында йәнле күтәрелеш менән барған ырыуҙар йыйыны, легендар Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең исемдәрен мәңгеләштереүҙе маҡсат итеп ҡуйған “Шайморатовсылар” проекты тураһында ентекләп һөйләне. Ул шулай уҡ “Айыҡ ауыл” конкурсына ла баһа бирҙе.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә ойошторолған Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәренә туҡталды. Рөстәм Сәлим улы Ханты-Манси автономиялы округына барған мәлгә планлаштырылған саралар тураһында тәфсирләп һөйләне, милләттәштәребеҙҙе берҙәм, бергә булырға өндәне.
“Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының һәр социаль селтәрҙә үҙ аккаунты бар. Уларҙа республика буйынса ғына түгел, ғөмүмән, бар донъяла йәшәгән башҡорттар хаҡында мәғлүмәт бирелеп килә. Унан тыш, мәғариф өлкәһендәге яңылыҡтар, ата-әсәләр менән алып барылған барлыҡ эштәр, кәрәкле документаль ярҙам да социаль селтәрҙәге төркөмдәребеҙгә һалына. Зинһар, иғтибарығыҙҙан ситтә ҡалдырмағыҙ!” – тине ул.
Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының бүлек начальнигы Илдус Ҡаһарманов Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен өйрәнеү өлкәһендәге хәл менән таныштырҙы. Мәҫәлән, әгәр берәй төбәктә башҡорт теле уҡытыусыһы кәрәк булһа, һәр педагог республика иҫәбенә өс ай эсендә Өфөлә квалификацияһын камиллаштыра ала. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар билдәләүенсә, улар был проект тураһында белә һәм уны файҙаланған да инде.
Илдус Фәнил улы Грант проекты сиктәрендә Рәсәйҙең алты төбәгендә, шул иҫәптән Сорғот ҡалаһында асыласаҡ йәкшәмбе мәктәптәре тураһында ла һөйләне.
Мәктәптәр дөйөм белем биреү учреждениелары базаһында асыла. Уларға матди-техник ҡорамалдар менән ярҙам ителә һәм йыл дауамында башҡорт теле уҡытыусыһының хеҙмәте түләнә. Милләттәштәргә тағы ла бер ярҙам программаһы – сит төбәктәрҙәге башҡорт балаларына йәйге ял мәлендә Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге гимназияла ике аҙна дауамында йәшәү, башҡорт мәҙәниәте һәм тарихы менән танышыу мөмкинлеге бирелә.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы булараҡ, милләттәштәр алдында һүҙ әйтергә насип булды. Асыҡлыҡ индереп, шуны билдәләп үтәйем: тотош Себерҙә вахта менән эшләгәндәр, шулай уҡ унда оҙаҡ йылдар төпләнеп йәшәгәндәр күп.
Бөгөн беҙҙең менән осрашыуға бында төпләнеп йәшәгәндәр килгәйне. Улар тураһында айырым һөйләшеү кәрәк, сөнки ҙур ҡалаларға нигеҙ һалған бында беҙҙең милләттәштәр. Улар тураһында Лянтор, Түбәнге Сортым тураһында яҙғанда йәнә ентекләп туҡталырбыҙ.
Артабан балалар журналы, уның милли рух тәрбиәләүҙәге әһәмиәте хаҡында һөйләштек. Баҫмаға яҙылырға, балаларҙы туған телдә уҡырға өйрәтергә саҡырҙыҡ. Әйткәндәй, бөгөн Сорғот ҡалаһы баҫманы яҙҙырып уҡый. Ана шул федераль каталогка инмәү генә уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра.
Аҙаҡ Башҡортостан делегацияһы Шуваев исемендәге тыуған яҡты өйрәнеү музейына юлланды. Унда беҙҙе ҡаланың тарихы хаҡында ғына түгел, ошо төбәк халҡы тураһында бай экспозициялар ҡаршы алды. Йәнә шуныһы иғтибарҙы йәлеп итте – бында ла билдәле башҡорт нефтселәре, “Башнефть” берекмәһе тураһында мәғлүмәт тупланған. Тәүге палатка-ҡаласыҡтарҙа ла беҙҙең милләттәштәр йәшәгән икән. Улар туң ерҙә ҡара алтын ятҡылыҡтарын табып, тәүге эш урындары булдырып, ҡаланы күтәрешкән.
Нижневартовскиҙың Халыҡтар йортонда “Аҡбуҙат” журналы редакцияһы вәкилдәре төбәктәге кескәй башҡорттар менән осраштыҡ. Унда балаларҙы Башҡортостан, “Аҡбуҙат”тың ойошторолоу тарихы менән таныштырҙыҡ. Улар араһында телде яҡшы белгәндәре лә, белергә теләгәндәре лә бар. Был сарала Ислам Һатыбалов, Карина Дәүләтшина, Азалиә Әсфәндиәрова, Радмила Рәжәпова, Асель Йосопова, Алмас Әхмәтов һәм башҡалар ихлас ҡатнашты.
Балалар араһынан Азалия Юлдашева Мостай Кәримдең шиғырын уҡып ишеттерҙе. Сара барышында шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Грантына эшләнгән “Урал батыр” йәнһүрәтен күрһәттек. Уның буйынса һорауҙарға Ислам Һатыбалов иң уңышлы яуап бирҙе. Уға махсус бүләк тапшырылды. Азалиә Юлдашева ла, Башҡортостан тарихы буйынса һорауҙарға матур итеп яуап биреп, бүләк алды.
Һәр балаға “Аҡбуҙат” журналы тапшырылды. Шиғыр яҙған балалар ҙа бар, бөтәһе лә матур итеп һүрәт төшөрә. Улар киләсәктә “Аҡбуҙат”тың яҡын дуҫтары булыр. Ә ҡайтҡас, Башҡортостан тураһында ишеткәндәрен ата-әсәләре менән уртаҡлашыр, тигән өмөт менән һаубуллаштыҡ. “Тамыр” балалар каналы ла ошонда уҡ “Нурбостан” йәнһүрәте сериалын тәҡдим итте, балалар араһында төрлө уйындар ойошторҙо.
Ижади төркөм комментатор Гөлфиә Раянова, режиссер Әлиә Минәжева, оператор Нурислам Хәйриев, “Тамыр” телеканалының алып барыусыһы, мәктәп уҡыусыһы Рөстәм Рәфғетдинов, ал-ял белмәй тигәндәй, тапшырыуҙар өсөн урындағы балаларҙы видеоға төшөрҙө, махсус фотосессия эшләне.
Күренекле ҡурайсы, данлыҡлы бейеүсе, бейеү һалыусы Рәйес Низаметдиновты был яҡта белмәгән башҡорт юҡ. Ул бында күп тапҡыр оҫталыҡ дәрестәре ойошторған. Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә алып барылған был эш әле лә дауам итә. Рәйес был юлы уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәресе бирҙе.
“Башҡорттар” тапшырыуының авторы Рәшиҙә Ишембәтова һәр милләттәшебеҙҙе, һәр сараны видеояҙмаларҙа оператор Дан Хәмитов менән бергә мәңгеләштерә барҙы. “Башҡорттар” тапшырыуының ысын геройҙары һәр төбәктә йәшәүен күреп ҡыуанам, бай мәғлүмәт туплана!” – тине Рәшиҙә Әхмәт ҡыҙы.
Нижневартовск ҡалаһының мәғариф департаменты директоры Инна Святченко менән осрашыу бик файҙалы булды. Кәңәшмәлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов, аппарат етәксеһе Рөстәм Баянов, Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының бүлек начальнигы Илдус Ҡаһарманов, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, Ҡоролтай Башҡарма комитеты ағзаһы Лариса Абдуллина, урындағы әүҙем йәмәғәт ағзаһы Айнур Сәғитов ҡатнашты.
Һөйләшеүҙең темаһы – ҡала мәктәптәренең береһендә башҡорт класын асыу мөмкинлеген ҡарау. Осрашыуға шулай уҡ бында йәшәгән Гөлшат Хөсәйенова менән Роза Һатыбалова ла саҡырылғайны. Улар Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы программаһы буйынса башҡорт теле уҡытыусыһы һөнәренә уҡып йөрөй.
Инна Владимировна башҡорт балаларын туған телгә өйрәтеү һәм туған мәҙәниәткә ылыҡтырыу тәҡдимен хуплап ҡабул итте. Һөйләшеү йомғаҡтары буйынса мәғариф департаменты мәктәптәрҙәге башҡорт балалары һанын асыҡларға, башҡорт телен, мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеүҙе ойоштороу өсөн телде белгән уҡытыусылар һанын билдәләү маҡсатында ҡала мәктәптәрен милли составы буйынса тикшереп сығырға, башҡорт класы ойоштороу өсөн түләүһеҙ бүлмә биреү мөмкинлеген ҡарарға вәғәҙә бирҙе.
“Ошо мәсьәләләр ыңғай хәл ителгәндә, дәрестән тыш эшмәкәрлек сиктәрендә башҡорт телен, башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеүҙе ойоштороу мөмкинлеге бар”, – тине Инна Святченко.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар билдәләүенсә, туған телде өйрәнеү тәү сиратта ата-әсәләрҙең теләгенә бәйле. Гөлшат Хөсәйенова һәм Роза Һатыбалова һүҙҙәренсә, Нижневартовск башҡорттарында бындай теләк бар. Тыуған төйәгенән алыҫта йәшәһәләр ҙә, улар үҙ тамырҙары менән бәйләнеште юғалтырға теләмәй, йыл һайын туған телгә һәм мәҙәниәткә һөйөү, был ҡиммәттәрҙе үҫеп килгән быуынға еткереү ихтыяжы арта бара, тинеләр. Урындағы ата-әсәләргә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Республика ата-әсәләр комиссияһы менән эште лә йәнләндерергә кәрәк.
Һәр беребеҙ белә, ата-әсәләр менән эш аҡһай. Мәҫәлән, әгәр ата-әсә ғариза яҙған икән, федераль законға ярашлы, Рәсәйҙең ҡайһы төбәгендә булһа ла мәктәп етәкселеге уларға шарттар тыуҙырыу юлын эҙләргә бурыслы. Әле был закондың үтәлеше, ҡулланылышы менән сит төбәктәр бигүк таныш та түгел. Ә бына аҫаба башҡорттар йәшәгән Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Һамар, Һарытау өлкәләрендә был хаҡта яҡшы беләләр.
Нижневартовскиҙа башҡорт класы асылыу мәсьәләһе, тәү сиратта, урындағы ата-әсәләрҙең әүҙемлегенә бәйле. Улар был эште атҡарып сығыр, тигән өмөт менән беҙ Лянтор ҡалаһына юлландыҡ. Иң мөһиме, ҡайһы бер урындарҙа белгестәр юҡ, ә бында әҙер!
Мөхтәр ағай нигеҙ һалған ҡалала
Иртәгәһенә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре Лянтор ҡалаһына күсте. Был ҡалаға Ишембай районының Түбәнге Әрмет ауылында хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған Мөхтәр Бәхтиғәни улы Назарғәлиев нигеҙ һалған. Ул 1930 йылдың 10 апрелендә Башҡорт АССР-ының Маҡар (хәҙер – Ишембай) районында донъяға килгән. Әсәһе Фатима Әхмәҙей ҡыҙы һәм атаһы Бәхтиғәни Мырҙағәле улы эшлекле, йүнсел кешеләр була. Ғаиләлә ете бала үҫә.
Алты йәш тулғас, Мөхтәр мәктәпкә бара, 1945 йылда уны тамамлап, Ишембай нефть техникумына уҡырға инә. 1949 йылда техникумды “нефть һәм газ скважиналарын быраулау” һөнәре буйынса тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген “Ишембайнефть” тресының быраулау контораһында быраулау эшсеһе булып башлай. 1957 йылдан алып Назарғәлиевтең хеҙмәт биографияһы етәксе булараҡ дауам итә. Кем генә булып эшләргә тура килмәй уға – быраулау буйынса өлкән инженерҙан алып, нефть һәм газ сығарыу идаралығы начальнигына тиклем үрләй.
Көнбайыш Себерҙә ете йыл эшләгән дәүерҙә Мөхтәр Назарғәлиев төньяҡ нефть ятҡылыҡтарын файҙаланыу һәм эшкәртеү тәжрибәһен туплай һәм ғүмеренең төп эшенә күсә – Лянтор нефтен өйрәнә. Ул был ерҙәрҙә лә “ҡара алтын” табып буласағын иҫбатлай. Бына ошондай абруйлы милләттәшебеҙ хөрмәтенә бөгөн Лянтор ҡалаһында урам бар, стела ҡуйылған, музейҙа ҙур экспозиция булдырылған. Музей хеҙмәткәрҙәре үрҙә әйтелгән һәр фекерҙе тәрән һөйөү һәм мәғлүмәтлелек менән беҙгә еткерҙе. Башҡортостандан килгән һәр кем был ваҡытта тәрән ғорурлыҡ менән милләттәше хаҡында уйлап торғандыр. Ул ун йыл дауамында, һис көтмәгәндә вафат булғанына тиклем, “Лянторнефть” идаралығына етәкселек итә.
Башҡортостан делегацияһы Лянтор ҡалаһы башлығы Сергей Махиня менән осрашты. Унда Сорғот ҡалаһынан башҡорт ойошмалары вәкилдәре – ХМАО-Югралағы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәк етәксеһе Динә Бүләкова һәм Сорғот ҡалаһының Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы урындағы йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Зөлфирә Италмасова ҡатнашты. Һөйләшеүҙән һуң Лянтор нефть ятҡылығын асҡан һәм Лянтор ҡалаһына нигеҙ һалған Мөхтәр Назарғәлиевтең барельефына сәскә һалынды.
Лянтор ҡалаһының 3-сө мәктәбендә “Аҡбуҙат” журналы һәм “Тамыр” каналы башҡорт балалары менән осрашты. Был мәктәптә бөтәһе 987 бала уҡый, уларҙың 43-ө башҡорт милләтенән. Осрашыу барышында уҡыусыларға йәнә Башҡортостан тураһында һөйләнек. Һәр ерҙә бер үк программа менән эшләһәк тә, балалар төрлө. Иң әүҙем викторина һорауҙарына яуап биргәндәргә бүләктәр тапшырҙыҡ, һәр балаға “Аҡбуҙат” журналы бүләк иттек.
Балалар Башҡортостан Башлығы грантына төшөрөлгән “Урал батыр” йәнһүрәтен дә ҡараны. Улар үҙҙәре лә сараға буш килмәгән: шиғыр ятлағандар, йыр өйрәнгәндәр, һүрәттәр төшөргәндәр. Малайҙар араһында викторина һорауҙарына иң әүҙем яуап биргән Айнур Ҡыямов, ҡыҙҙар араһынан Лиана Абдулхәкимова махсус бүләккә лайыҡ булды. Айнурға — домино, Лианаға Дәүләкән районынан ҡул оҫтаһы Роза Низаметдинова эшләгән түшелдерек бүләк ителде. Әйткәндәй, Айнур һүрәт төшөрөргә лә оҫта икән. Уның “Аҫаба халыҡ” тигән һүрәте “Аҡбуҙат” журналының 4-се һанында баҫылып та сыҡты.
Төштән һуң Башҡортостан делегацияһы Лянтор йәмәғәт ойошмалары етәкселәре менән осрашты. Ултырышта Башҡортостан әүҙемселәренең урындарҙа эшләүе, башҡорт телен, мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеү буйынса кластар асыу мөмкинлеге, Башҡортостан Республикаһының грант проекттарында ҡатнашыу һәм башҡа һорауҙар ҡаралды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре Ғәлим Яҡупов, Рөстәм Баянов, Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының бүлек начальнигы Илдус Ҡаһарманов ошо мәсьәләләр буйынса консультация бирҙе һәм методик ярҙам күрһәтте.
Кисен “Юбилей” ҡала мәҙәниәт һарайында урындағы коллективтар ҡатнашлығында байрам концерты булды.
Түбәнге Сортымды Баймаҡтың ялан яғы икән тип торам!..
Ханты-Манси автономиялы округында ойошторолған Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре Түбәнге Сортым ҡасабаһында дауам итте. Әйткәндәй, уға нигеҙ һалған кеше лә башҡорт булып сыҡты – Зиннур Хөсәйенов сығышы менән Туймазы районының Аҙнағол ауылынан, Ҡаңны ырыуынан. Күңелде ҡырғаны – хөрмәткә лайыҡ милләттәшебеҙ хаҡында бик аҙ беләбеҙ. Һәйкәленә сәскә һалғанда, ҡулыма телефон алып, “Яндекс”тан эҙләй башланым. Оятымдан нимә эшләргә белмәнем – фән докторы, беләк көсө менән генә түгел, аҡылы, зиһене менән Себерҙең туң ерҙәрендә ҡасабаларға йән өргән ир-егет тураһында тәүге тапҡыр ишетеп торам.
Зиннур Мирсәлихйән улы Хөсәйенов – нефтсе, хужалыҡ эшмәкәре, ғалим-тау инженеры. 1988 – 2003 йылдарҙа Төмән өлкәһенең “Нижнесортымскнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығы начальнигы. Техник фәндәр докторы (1999), профессор (2000). Бына шулай, ҡайҙа ҡарама, башҡорттоң данлы улдарының яҡты эҙе һалынған.
Алда әйтеүемсә, осрашыу Зиннур Хөсәйенов бюсына сәскә һалыуҙан башланды, һуңынан Түбәнге Сортым башлығы урынбаҫары Любовь Милютина менән осрашыу булды. Һөйләшеү үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү, ҡасабала йәшәгән башҡорт халҡының тормошо тураһында барҙы. Әйткәндәй, бында башҡорттар күпселекте тәшкил итә.
Артабан Башҡортостан делегацияһы ҡасабаның Балалар сәнғәт мәктәбенә юлланды. Бында “Тамыр” телеканалы командаһы һәм “Аҡбуҙат” журналы етәкселеге балалар менән шөғөлләнде. Рәйес Низаметдинов иһә ата-әсәләр менән уҡ атыу буйынса ярыш ойошторҙо. Түбәнге Сортым башҡорттары ул яҡтан оҫта булып сыҡты. Бында күптән түгел “Яугир” ойошмаһы эшләй башлаған, былтыр улар төбәк Башлығы Грантын отоп, милли кейемдәр тектергән, уҡ-һаҙаҡ һатып алып, атыу буйынса түңәрәк ойошторған. Уның әүҙем ағзалары Азамат менән Самат Торомтаевтар, Вилдан Кәлимуллин, Артур Дилмөхәмәтов, Гүзәл Аллаярова, Гөлнара Әйүпова яҡташтарын берләштереү буйынса ҙур эш алып бара.
Гүзәл Аллаярова әйтеүенсә, башҡорттар, бигерәк тә йәштәр бында бик татыу. “Балалар өсөн йәкшәмбе мәктәбе астыҡ, улар менән башҡорт телен өйрәнәбеҙ, башҡорт тарихы һәм мәҙәниәте менән таныштырабыҙ, шәжәрә төҙөйбөҙ. Балалар сәнғәт мәктәбендә думбыра, ҡурай, вокал, хореография, милли биҙәүестәр түңәрәктәре эшләй. Өлкәндәр менән дә эш алып барабыҙ, төрлө саралар үткәреп торабыҙ. Халыҡ теләп ҡатнаша, дәррәү йыйылып атҡарып та сыға. Яңыраҡ тәбиғәткә сығырға тигән тәҡдим әйтеү менән алтмышҡа яҡын кеше “һә” тигәнсә йыйылды”, – ти Гүзәл Риза ҡыҙы.
Бындағы башҡорттарҙың милли асылы ҡасаба йөҙөнә лә һеңгән кеүек. Ҡурай менән ҡаршы алып, тирә-йүндә һәр кем башҡортса һөйләшеүен ишеткәс, Баймаҡ районының ялан яғына барып сыҡҡандай тойҙом үҙемде. Бында баймаҡтар, учалылар, хәйбуллалар, миәкәләр бик күп. Ҡорға йыйылып һөйләшкәндә йыр ҙа башҡарҙылар. Үҙенән-үҙе яуап һүҙе булып шиғыр тыуҙы, Түбәнге Сортым ҡасабаһында егеттәр башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарҙы.
Сорғот районы хакимиәтенең милли ойошмалар менән эш итеү бүлеге етәксеһе Олег Степанюк әйтеүенсә, төбәк күп милләтле, шуға күрә милли йәмәғәт ойошмаларына, бигерәк тә яңы төҙөлгәндәренә бында иғтибар ҙур. Мәҫәлән, улар эшләй башлағас, тәүге йыл дауамында һәр төрлө юридик ярҙам күрһәтелә, финанс отчетын төҙөп тапшырыу эшен хакимиәт тулыһынса үҙ өҫтөнә ала. Олег Игоревич “Яугир” милли-мәҙәни үҙәген маҡтап телгә алды. Әйткәндәй, был әүҙем ойошмаға Рәфил Дилмөхәмәтов етәкселек итә.
“Былтыр улар бар сараларҙа ла ҡатнашты. Йәш ойошма булыуҙарына ҡарамаҫтан, губернатор грантын оттолар, тимәк, эшләй беләләр. Быйыл тағы ғариза бирҙеләр. Бик әүҙемдәр, башҡорттар менән һөҙөмтәле эшләп була!” – тине Олег Степанюк.
Ҡасабала әүҙем эшмәкәрлек алып барған башҡорт йәмәғәтселәре Өфө вәкилдәре менән осрашты. Һөйләшеү урындағы башҡорт ойошмаларының эшмәкәрлеге, уларға ярҙам итеү мөмкинлектәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алып барған проекттарҙа ҡатнашыу, төбәктә башҡорт телен уҡытыуға шарттар булдырыу, әҙәбиәт һәм әсбаптар менән тәьмин итеү тураһында барҙы.
Сорғот ҡалаһында башҡорт теле уҡытыласаҡ!
Сорғот ҡалаһында ла беҙҙе милләттәштәр көтөп тора ине. “Аҡбуҙат” журналы редакцияһы балалар менән осрашты. Улар хаҡында мәҡәлә баҫмабыҙҙың март һанында сыҡҡайны инде. Осрашыу барышында журналдың баш мөхәррире Лариса Абдуллина уҡыусыларҙы баҫма менән яңынан таныштырҙы, Башҡортостан, башҡорт халҡы тарихы хаҡында һөйләне. Урындағы балалар телде яҡшы белә. Тыуған республиканан ситтә йәшәп тә, башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләгән ата-әсәләргә, йәкшәмбе мәктәбендә дәрестәр алып барған Гөлсирә Әбдрәшитоваға ҙур рәхмәт! Иң әүҙем, викторина һорауҙарына яуап биргәндәргә бүләктәр тапшырылды. Һәр балаға “Аҡбуҙат” журналы бүләк ителде. Балаларға шулай уҡ Башҡортостан Башлығы грантына төшөрөлгән “Урал батыр” йәнһүрәте тәҡдим ителде.
Улар үҙҙәре лә сараға буш килмәгән: шиғыр ятлаған. Малайҙар араһында викторина һорауҙарына иң әүҙем яуап биргән, саф башҡортса матур итеп һөйләшкән Ихсан Арыҫланов башҡортса шрифтлы планшетҡа лайыҡ булды. Ҡыҙҙар араһында ла зирәктәр күп. Киләсәктә лә Сорғот балалары менән бәйләнеш нығыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ. Ата-әсәләр, әүҙем йәмәғәт ағзалары баҫманы алдырып уҡырға теләк белдерҙе. Әйткәндәй, улар әле лә журналды уҡый. Кәримә Арыҫланова, Сәлимә Аҙнағолова, Илнара Яманғолова, Илһам Яманғолов, Айсилә Миңзибаева, Зәлинә Насибуллина, Ализа Сурина, Азат Сурин, Тимур Күзбәков, Булат Күзбәков, Дамир Талипов, Азалиә Талипова, Аделина Шәмсетдинова, Сафия Сырлыбаева уҡытыусы Гөлсирә Әбдрәшитова алып барған дәрестәргә бик теләп йөрөй.
Милләттәштәребеҙҙең телде өйрәнеүгә илтифат итеп тороуы – бик сауаплы һәм яуаплы күренеш. Улар ҙа “Аҡбуҙат” журналына яҙылып, артабан бәйләнештә булыр, сөнки һәр кем белә, кескәй башҡортта милли рух тәрбиәләмәй тороп, милләтебеҙҙең киләсәген аныҡ күҙ алдына килтерә алмаясаҡбыҙ.
Сорғотта “Шатлыҡ” халыҡ бейеүҙәре ансамбле беҙҙе таң ҡалдырҙы. Унда шөғөлләнгән балаларҙың итегенән, ситегенән ут сәсрәп тора. Һоҡланып ҡайттыҡ был төрлө йәштәрҙәге бейеүселәрҙе туплаған төркөмгә. Етәкселәре – Рияз Байегетов, хореографы – Лилиә Ғарифуллина. Әйткәндәй, уларҙың сығышын видеоға төшөрөп алып ҡайтып, “Бәйләнештә” социаль селтәренә ҡуйғас та, китте маҡтауҙар, ҡотлауҙар, һоҡланыу тойғоһон белдереү күренештәре! Сәғәт эсендә өс меңгә яҡын кеше ҡараны был бейеүҙе. Афариндар, һәр саҡ шулай милләтебеҙгә шатлыҡ сәсеп йәшәгеҙ!
Мәҡәләне баҫмаға тапшырыр мәлдә ҡыуаныслы яңылыҡ та килеп төштө: 2021 йылдың 27–28 апрелендә Сорғот ҡалаһының 25-се мәктәбендә һәм Свердловск өлкәһенең Үрге Пышма ҡалаһының Б.С. Суворов исемендәге 1-се мәктәбендә рәсми рәүештә башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре асылды.
Бына шулай, йәмәғәт, эш алға бара. Шарттар тыуҙырыла, хоҡуҡтар барлана, ата-әсәләр менән эш йәнләнә, махсус белгестәр әҙерләнә, тимәк, яҡын киләсәктә Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә Башҡортостандың бер өлөшө булып йәшәүҙәрен тойор көндәр тыуҙы. Төбәк ҡоролтайы рәйесе, Башҡортостандың ХМАО-лағы вәкиллеге етәксеһе Рәүҙәт Ҡолмәмбәтов был төбәктә башҡорттарҙы туплау, милли үҙаңды һаҡлау өсөн күп көс һалған. Оҙаҡ йылдар атайсал менән бәйләнеш өҙөлөп торғандан һуң ҙур саралар ойошторолоуға, башҡорт мәктәптәре асылыуға ул, ихлас ҡыуанысын белдереп: “Тос ярҙам булғас, бындағы милләттәштәр ең һыҙғанып эшкә тотонасаҡ. Күрерһегеҙ әле!” – тине.
Ханты-Манси автономиялы округы.