“Салауат ҡалаһында М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры "Ат уйнатып алдан бара" спектаклен күрһәтте. Уның ҡуйыусы режиссеры – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Хөрмәтулла Үтәшев”, – тип хәбәр итте Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы “Бәйләнештә”ге төркөмөндә.
Спектакль алдынан тамашасылар "Шайморатов вариҫтары – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре" баҫмаһы менән танышҡан. Уны сығарыуға өлөш индергән әүҙемселәр ҡоролтайҙың Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Хөрмәтулла Үтәшев дивизия яугирҙәре вариҫтарына китап тапшырған.
Әйтәйек, Фирҙәүес Ғәзизованың атаһы Абдрахман Хафиз улы Әхтәмов данлыҡлы дивизияла элемтәсе булып хеҙмәт иткән. Ул Стәрлетамаҡ районы Аллағыуат ауылында тыуған. 1942 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алынған.
“Атайыбыҙ һуғыштан имен-һау әйләнеп ҡайта. Әсәйем менән биш балаға ғүмер бирҙеләр. Һуғыш тураһында һөйләргә яратманы, ә беҙ һорашып ҡалырға уйламағанбыҙ, шуға бик үкенәбеҙ. Берлинға етер алдынан ҡаты яраланғанын беләбеҙ. Бер ай госпиталдә дауаланғас, һуңынан Берлинды барып күрә. Һуғыштан һуң тыуған ауылында кибеттә һатыусы булып эшләне, аҙаҡ Стәрлетамаҡҡа күстек”, – тип хәтерләй Фирҙәүес Ғәзизова. Ул “Шайморатов вариҫтары” акцияһы иғлан ителгәс тә атаһы тураһындағы мәғлүмәтте ҡоролтай почтаһына ебәргән.
Ишембай районы Түбәнге Әрмет ауылынан Фәрит Ҡадиров легендар дивизияла хеҙмәт иткән бер нисә ауылдашы тураһында мәғлүмәт туплаған.
“Атайымдың ағаһы Абдулла Бәхтиғәни улы Ҡадиров 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән. 1943 йылдың февралендә Ворошиловград өлкәһе Чернухино станцияһы эргәһендәге аяуһыҙ алыштарҙа әсирлеккә эләгә. Туғаныбыҙ хаҡында мәғлүмәт ҡоролтай тарафынан сығарылған белешмәлә донъя күрҙе. Баҫманы сығарған өсөн ҙур рәхмәт, күптән ошондай белешмә кәрәк ине”, – ти тыуған яҡты өйрәнеүсе Фәрит Ҡадиров. Ул Башкавдивизияла хеҙмәт иткән яугирҙәр тураһында өҫтәмә мәғлүмәт тә әҙерләгән.
Ҡоролтай хәбәр иткәнсә, проект дауам итә. Белешмә артабан да тулыландырыла.
Фото: https://vk.com/kurultaibashkir