Бөгөн Өфөлә “Рәсәй халыҡтары телдәре Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү системаһында” тип аталған семинар-кәңәшмә үтеүе хаҡында хәбәр иткәйнек. Унда яңғыраған ҡайһы бер мөһим фекерҙәргә айырым туҡталып үтәйек.
Семинарҙы асыу тантанаһында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова сығыш яһап, туған телдәрҙе өйрәнеү һәм уҡытыу мәсьәләһенең үтә мөһимлеген, нескәлеген айырып билдәләне.
"Бөгөн беҙҙә һәм күрше төбәктәрҙә полилингваль белем биреү концепцияһы булдырылды, ул ата-әсә тарафынан ыңғай ҡабул ителә. Был бик яҡшы күренеш. Шул уҡ ваҡытта, ҡануниәткә ярашлы, туған телде уҡытыуҙы ата-әсә һайлай. Үкенескә ҡаршы, әлеге ваҡытта юҡҡа сығыу хәүефе янаған йәки бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан телдәр бик күп. Был хәүеф һәр халыҡтың теленә янауы ихтимал. Туған телдәрҙе ата-әсәнең теләгенә ярашлы уҡытыу айырым бер телдә аралашҡан кешеләрҙең кәмеүенә килтереүе ихтимал. Тел үлмәһен өсөн уның уҡытылыуы, өйрәнелеүе бик мөһим. Был йәһәттән милли мәктәптәр селтәрен үҫтереү зарур. Уларға федераль кимәлдә ярҙам саралары кәрәк. Бөгөн беҙҙе мөһим һәм изге бурыс – туған телдәрҙе һаҡлау миссияһы берләштерә", – тине Эльвира Ринат ҡыҙы.
Сарала модератор булараҡ сығыш яһаған тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй Мәғариф министрлығы коллегияһы ағзаһы, Ата-әсәләр милли ассоциацияһы Координация советының яуаплы секретары Алексей Гусевтың фекерҙәре лә тос, фәһемле булды.
"Был сараны үткәреүебеҙҙең төп маҡсаты – урындарҙа хәл-тороштоң ысынбарлыҡта нисек булыуын күреү, баһалау, шуға ярашлы һығымталар яһау. Беҙ әлеге мәсьәләлә йәмәғәтселек менән дәүләт араһында диалог булдырырға тейешбеҙ. Мәктәптәрҙә алтын ише ниндәй генә әсбаптар йәки уҡытыусылар булмаһын, ғаилә тарафынан реакция булмаһа, туған тел ғаилә мөхитенән юғалһа, бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ. Шуға күрә ата-әсәләр менән эш алып барыу бик мөһим. Тарихи-мәҙәни традициялар тел традицияларынан айырым була алмай. Туған тел – ул рухи-әхлаҡи ҡиммәт, ул донъяға ҡарашты сағылдырған изге төшөнсә. Юҡҡа сыҡҡан тел менән бергә шул халыҡтың милли йөҙө, асылы ла юғала", - тип билдәләне Алексей Владимирович. Ул шулай уҡ Башҡортостанда туған телдәрҙе өйрәнеү, уҡытыу һәм киңерәк таратыу буйынса алып барылған эштәргә ҙур баһа бирҙе. “Башҡортостанды Рәсәй картаһының үҙәгендә урынлашҡан йөрәк кеүек күрәм. Туған телдәрҙе һаҡлау һәм яҡлау буйынса алып барған эшмәкәрлегегеҙ йәһәтенән дә һеҙ башҡа төбәктәр өсөн үҙәк, йәғни төп тәжрибә майҙансығы булып тораһығыҙ, тиһәк тә, һис арттырыу булмаҫ”, - тип билдәләне Ата-әсәләр милли ассоциацияһы Координация советының яуаплы секретары.