Башҡорт донъяһы
14 Май 2021, 06:12

Ҡоншаҡтарҙың ҡотло булмышы

Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районындағы Маяҡ ҡасабаһында рухлы милләттәштәребеҙ йәшәй. Урындағы мәктәптә “Маяҡ батырҙары” ҡурайсылар ансамбленең ойошторолоуына – ун йыл. Унда I–IX кластарҙа уҡыған 35 бала шөғөлләнә. Уға рухлы, уңған милләттәшебеҙ Хабрахман Мансуров етәкселек итә.

Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районындағы Маяҡ ҡасабаһында рухлы милләттәштәребеҙ йәшәй. Урындағы мәктәптә “Маяҡ батырҙары” ҡурайсылар ансамбленең ойошторолоуына – ун йыл. Унда I–IX кластарҙа уҡыған 35 бала шөғөлләнә. Уға рухлы, уңған милләттәшебеҙ Хабрахман Мансуров етәкселек итә.


Әйткәндәй, Хабрахман Хизбер улы ҡатыны Ғәҙелниса Варис ҡыҙы менән милләтем, телем, халҡым тип йән атҡан шәхестәрҙән, улар бергәләп “Йәйғор” башҡорт фольклор берекмәһен (үрҙә телгә алынған ансамбль уға инә) ойошторған. Ижади төркөм күп тапҡыр район, өлкә, Рәсәй кимә­лендәге фольклор фестивалдә­рендә еңеү яулаған, күптән тирә-йүндә танылған.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡасабала музыкаль, художестволы йүнәлеш­ле мәктәптәр юҡ, ә балалар һәләт­ле, ҡыҙыҡһыныусан, уларҙың бейе­геһе лә, йырлағыһы ла, музыка ҡо­ралдарында уйнағыһы ла килә, шуға күрә беҙҙең фольклор берек­мәһендә бик теләп, ихлас шөғөл­ләнәләр. Үҙебеҙҙең ижади автор программаларыбыҙ бар; сцена­рийҙар яҙабыҙ, милли йолалары­быҙҙы тергеҙәбеҙ һәм һаҡлайбыҙ, йәш быуында тарихыбыҙға, мәҙә­ниәтебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиә­ләйбеҙ. Махсус заказ буйынса милли кейем дә тектереп алдыҡ. Йәшәү ҡото – тарихи тамырҙарҙа, – ти Хабрахман Мансуров.
Ғөмүмән, кем “Йәйғор” фольклор ансамбленең сығыштарын күргән, улар, һис шикһеҙ, хайран ҡала: ниндәй дәрт, таһыллыҡ, ижади ынтылыш ярылып ята! Ә кейемдәре күҙҙең яуын алырлыҡ сағыу, һәр сығыш – ялҡынлы тамаша. Әлбиттә, был – Ғәҙелниса менән Хабрахман Мансуровтарҙың тынғыһыҙ, баһалап бөткөһөҙ ҙур хеҙмәтенең көҙгөһө.
Башҡорт рухын, туған телде тергеҙеүҙе улар иң тәүҙә үҙҙәренән башлаған. Икеһе лә башҡорт теле мәктәптәрҙә уҡытылмаған саҡта белем алған, әммә тамырҙарҙы белеү теләге уларҙы телде, башҡорт яҙмаһын үҙаллы өйрәнеүгә килтергән. Башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте менән дә төплө ҡыҙыҡһына башлағандар. Унан инде Мансуровтар Ҡоншаҡ ерендә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең рухын тергеҙеү эшенә тотонған.

Хабрахман Мансуров һыҙҙырып ҡурайҙа уйнай, мәктәп балалары өсөн ҡурайсылар ансамбле ойош­торған, тип үрҙә әйткәйнек. Ә бит ул үҙе ҡурайҙы өлкәнәйгәс кенә ҡу­лына алған, фәҡәт шәхсән ты­рыш­лығы менән уйнарға өйрәнгән һәм хәҙер белгәнен башҡаларға ла өйрәтә. Ниндәй оло күңелле, самими булмышлы кешеләр була!
Ғәҙелниса ханым иһә ҡумыҙҙа уйнай, башҡорт бейеүҙәрен өйрәнә, сәхнәгә ҡуя, сценарийҙар яҙа. Сәхнәләштерелгән һәр тамашаның режиссеры ла, балаларҙы актер­лыҡ оҫталығына өйрәтеүсе лә ул.
Бына ошондай кешеләр бул­ғанда тел дә, милләт тә, тарих та йәшәр, рухи тамырҙар ҙа ҡоромаҫ.

Читайте нас