Күптән түгел Һамар өлкәһе халҡы “Таң” (“Заря”) мәҙәниәт йортонда “Наурыҙ” байрамын үткәргәйне. Ошо уҡ мәҙәниәт йортонда Һамар өлкәһе һәм ҡалаһы башҡорттарының “Ҡарғатуй” байрамы ла ойошторолдо.
Башҡа төбәктәрҙә был байрамды “Ҡарға бутҡаһы” тип йөрөтәләр, ә беҙҙә “Ҡарғатуй” атамаһы нығынған. Һамар өлкәһендә ул тәүге тапҡыр 16 йыл элек булды. Әле байрам Һамар ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Камила Сизякова етәкселегендә һигеҙенсе тапҡыр үткәрелде.
Камила Шиһабетдин ҡыҙы – был байрамдың төп ойоштороусыһы ла, етәксеһе лә. Мәҙәниәт йортона барып ингәндә, ул башҡорт милли кейемендә фойела ҡунаҡтарҙы ҡаршылай ине. Эшлекле етәксе сарала ҡатнашыусылар менән генераль репетиция ла үткәреп өлгөргән.
Байрам Һамар губернаһы ойошторолоуға 170 йыл тулыуға арналды. Сараның беренсе бүлеге мәҙәниәт йортоноң бәләкәй залында уҙҙы. Башҡортса йыр-моңдо, дәртле бейеүҙәрҙе Башҡортостандан килгән профессиональ артистар ойошторҙо. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының концерт директоры Фәнисә Аҡсурина байрамды алып барһа, филармония солисы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Искәндәр Ғәзизов һамарҙарға ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Ҡурайҙа бейеү көйөн уйнай башлауға, Ташбулат ауылының һәүәҫкәр артистары бейергә төшөп китте. Төрлө ижади конкурстар лауреаты Тимур Рамаҙанов сараны музыкаль яҡтан биҙәне.
Гөлнур Мусина, Зифа Хәмиҙуллина, Әсиә Саҙиева балалар һәм йәштәр араһында “Ҡарғатуй” байрамына арналған һүрәттәр конкурсын ойошторғайны. Киләһе конкурста балалар Һамар өлкәһенең географик картаһын пазлдарҙан йыйыуҙа ярышты. Өсөнсө бәйге саф һауала үтте: уҡ атыу буйынса ярыштылар. Дүртенсе бәйгелә Һамар ерен яҡшы белеүселәр көс һынашты.
Һамар ҡалаһы ҡоролтайының әүҙем ағзалары Мәүлиҙә Сабирова, Вәсилә Ғарипова, Гөлниса Ғәбитова байрамға килгән ҡунаҡтарҙы, яҡташтарын үҙҙәре әҙерләгән төрлө башҡорт милли аш-һыуы һәм самауыр сәйе менән һыйланы.
Әлбиттә, байрамдың төп ашы – ярма бутҡаһы (ҡарға бутҡаһы) әҙер булғас, һәр кеше унан ауыҙ итеп ҡалырға ашыҡты. Башҡа өҫтәлдәрҙә райондарҙан, ҡалаларҙан килгән ҡатнашыусылар “Милли аштар” конкурсына әҙерләгән тәмле башҡорт ризыҡтары ҡуйғайны.
Һамар башҡорттары, коронавирус пандемияһы осоронда беренсе тапҡыр осрашып, юғары дәрт менән күңел асты. Фойела ойошторолған йыр-бейеүҙәргә ҡыҙҙар, малайҙар үҙҙәренең етәксеһе Рәүҙә Даниял ҡыҙы менән ҡушылды. “Ләйсән” ансамбленең бәләкәстәр төркөмө лә ситтә ҡалманы. Бик дәртле бейене улар!
“Ҡарғатуй”ҙың икенсе өлөшө ҙур залда уҙҙы. “Һамар ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы (Конгресс)” рәйесе Камила Сизякова был өлөштө ҡотлау һүҙҙәре менән асып ебәрҙе, Һамар ҡалаһы һәм губернатор хакимиәттәренә байрамды үткәреүҙә финанс ярҙамы күрһәткәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе. Һамар өлкәһе ҡоролтайы рәйесе Сафиулла Наил улы Вилданов иң әүҙем милләттәштәргә грамоталар һәм бүләктәр тапшырҙы.
Һамар өлкәһе мосолмандары Диниә назаратының төбәк рәйесе Талип Яруллин сығышында һәр халыҡтың туған теле, милли кейеме, ғөрөф-ғәҙәттәренең әһәмиәтен билдәләне.
Байрамда ҡатнашыусыларҙы шулай уҡ Һамар ҡалаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто исеменән Алексей Курышев тәбрикләне. Дмитрий Долганов Һамар ҡалаһы башлығы Елена Лапушкина исеменән Камила Шиһабетдин ҡыҙын Почет грамотаһы һәм II дәрәжә “Ҡала алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы менән бүләкләне. Оксана Нәғимоваға III дәрәжә миҙал тапшырылды. Бөтә сараларҙы даими яҡтыртып барған фотохәбәрсе Светлана Акирова, “Башҡорт һылыуҡайы” өлкә конкурсында еңгән һәм төбәк-ара конкурста әүҙем ҡатнашҡан Эльвира Шаһиәхмәтова, “Ырғыҙ” өлкә гәзитенең баш мөхәррире Гөлсиә Мадъярова һәм дизайнеры Гөлнур Мусина Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Башҡорттарҙы байрам менән ҡотларға сыуаш, ҡаҙаҡ, немец һәм үзбәк милли ойошмаларының рәйестәре лә килгәйне.
Һамар ҡалаһының билдәле “Ләйсән” башҡорт халыҡ бейеү ансамбле сығышы (етәксеһе – Рәүҙә Шәймәрҙәнова) байрамдың төп биҙәге булды. Бәләкәстәр, йәштәр төркөмдәре күҙ яуын алырлыҡ матур күлдәктәрҙә сығыш яһаны. “Йәшлек-шоу” финалсыһы Дания Садиҡованың йырлауы тамашасы күңеленә хуш килде. Ырғыҙ ауылынан “Йондоҙ” ансамбле (етәксеһе – ауыл мәҙәниәте йорто мөдире Римә Шепилова) ағзалары Зифа Хәмиҙуллина, Роза Айытованың сығышын да алҡыштарға күмделәр. Бөрйән ауылының һәүәҫкәр артистары ла байрамда ихлас ҡатнашты.
Икенсе бүлектә Камила Шиһабетдин ҡыҙы үҙе лә моңло тауышы менән йырлап ҡыуандырҙы. Артабан бөтә һәүәҫкәр артистарға дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Байрамдың өсөнсө өлөшөндә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары сығыш яһаны. Тамашасы ҡарап ҡына ултырманы, бейергә лә төштө, йырҙарға ла ихлас ҡушылды. Ҡыҫҡаһы, йәнле, йәмле байрам килеп сыҡты.
Был милли тантана бөтәһенә лә ифрат оҡшаны: коридорҙа, фойела йөҙҙәре яҡтырып киткән, ҡәнәғәт халыҡ күп ине. Һамар ҡалаһы ҡоролтайы (Конгресс)” рәйесе Камила Шиһабетдин ҡыҙына күптәр рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, сөнки милли рухты һаҡлау, йолаларҙы тергеҙеү, үҫтереү, фекерҙәштәрҙе туплау еңел эш түгел.
“Ҡарғатуй” йәмле яҙ байрамы Һамар башҡорттарының күңеленә, һис шикһеҙ, йылылыҡ, өмөт өҫтәне. Ырғыҙ буйында йәшәгән башҡорттар, һан яғынан аҙ булһа ла, рухы менән көслө халыҡ. Уларҙың киләсәге яҡты булырына ышанам.