Башҡорт донъяһы
18 Май 2021, 07:34

Алаҡай алға атлай

Киләсәккә өмөт бағлап йәшәйҙәр.

Республикабыҙҙа үҙенсәлекле тарихы, өлгөлө көнкүреше менән һоҡландырған биләмәләр ифрат күп. Шуларҙың береһе – Алаҡай халҡы быйыл “Айыҡ ауыл” республика конкурсының район кимәлендә уҙғарылған этабында еңеп, 100 мең һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булды.


Алаҡайҙар әүәл-әүәлдән “күмәкләгән – яу ҡайтарған” тигән әйтемгә таянып ғүмер кисерә, дуҫ-туғандай аралашып йәшәй, һәр саҡ мохтаждарға тел йә ҡул ярҙамы һуҙырға әҙер, күмәк эште ҙур яуаплылыҡ менән берҙәм башҡара. Нәҡ ошо һыҙаттар уларҙы бүтәндәрҙән өҫтөнөрәк ҡуя ла инде.


Ниңә төпкөл тигәндәр?


Алаҡайҙы төпкөл ауылдар иҫәбенә индереүем менән килешмәүселәр ҙә табылыр. Улар хаҡлы, әлбиттә. Ғәмәлдә, Иҙелдең (Ағиҙел йылғаһы) һул ярында урынлашҡан Салауат ҡалаһынан – дүрт, ә Ишембайҙан ун ике генә саҡрымда ятыуын иҫәпкә алғанда, ул ҡала яны ауылы өҫтөнлөгөнә эйә булырға тейеш кеүек. Тик йылдам үҫешкән ҡалалар яҡын булһа ла, был ауыл үҫешенә бер ниндәй ҙә өҫтөнлөк бирмәй, ауыл һаман “төпкөл” ҡушаматына күнеп, газһыҙ, утһыҙ, юлһыҙ көн күреүен дауам иткән. Ә шулай ҙа Салауаттың һөрөмлө төтөнө эшкә яраҡлы ауыл йәштәрен ҡосағына ала тора. Етмәһә, 80-се йылдар шауҡымы һөҙөмтәһендә ауылға “киләсәге юҡ” мөһөрө баҫып, күҙ терәп торған башланғыс мәктәпте лә ябып ҡуялар.
Шөкөр, бөгөн алаҡайҙар яңы йорттар һалып сыға, зәңгәр яғыулыҡ тотона, күпләп ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрай, ауылға ҡәҙәр һалынған асфальт юлдан ғына елдерә. Тырышлыҡ үҙенекен итә, эшкә таһыл, һүҙгә маһир ауылдаштарҙың уңайлы шарттар булдырылған мәҙәниәт усағы гөрләп тора. Ҡул эштәре менән кис ултырыуҙар, йыр һәм бейеү түңәрәктәре, маҡсатлы байрамдар уҙғарыу, төбәк-ара, республика йә Бөтә Рәсәй бәйгеһендә ҡатнашып, биләмә үҫеше өсөн матди гранттар яулау – заман талабы, күңел торошо.
Ошо рәүешле “берҙәмлектә – беҙҙең көс” тип тырышҡан ауыл халҡы, киләсәккә яҡты өмөт бағлап, балалар үҫтерә, ауылдың ҡотон һаҡлап, дәртләнеп донъя көтөүҙәре менән үткән быуатта тағылған “киләсәкһеҙ” мөһөрөн аңдан бөтөнләй юйып ташларға булышлыҡ иткәндер ҙә.

Бәләкәй ауылдар рәтендәге Алаҡай, өр-яңы һулыш алып, үҙен тотош Башҡорт­останға: “Күрегеҙ, ишетегеҙ, беҙ ҡағыҙҙа ғына түгел, ғәмәлдә айыҡ ауылда йәшәйбеҙ”, – тип танытты.


Тарих онотолмай...


Быуаттар төпкөлөнән ауылды ауыл итеп йәшәткән, мейесенән утын өҙмәй, өй тултырып бала тәрбиәләп, ашлыҡ сәсеп, мал тотоп, беҙҙең дәүергә килтереп еткергән, хәҙер инде мәрхүм булған ауылдаштарына рәхмәтле була белгән, үҙенең мөҡәддәс бурысы итеп һанаған вариҫтары, үҙ көсө менән зыяраттың иҫке ағас кәртәһен тимер рәшәткәгә алмаштырып, буяп та ҡуйҙы. Зыярат кәрәк-ярағын һаҡлау йортоноң да эше тамамланыу өҫтөндә. Иртә яҙ менән зыярат ҡылыу йолаһы бар: ҡороған ағас, ҡыуаҡты ҡырҡып яндырыу, үләнде сабыу кеүек эштәрҙе һәр кем әйтеп-төртөп күрһәтеүҙе көтмәй башҡара.
Бөйөк Еңеүгә 67 йыл тулған яҙ миҙгелендә ауылдаштар көсө менән йыйылған иғәнә иҫәбенә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр иҫтәлегенә гранит таштан мөһабәт обелиск ҡуйылды. Ул ваҡыттағы тулҡынландырғыс минуттар әле булһа күҙ алдында: ауылымдың абруйлы ир-уҙамандарының береһе Ленин ордены кавалеры, Ишембай районы һәм ҡалаһының почетлы гражданы Вәсим Ҡасим улы Мөлөков һәм оҙаҡ йылдар колхоздың алмаштырғыһыҙ мехенизаторы булып эшләгән Хажиәхмәт Йәмилев бабай ошо мәғрур һынды асҡайны.
Мәҙәниәт йорто эргәһендә балаларҙың уйын майҙансығы урынлашҡан. Унда бала-саға рәхәтләнеп уйнай, йәйен иһә күлдә балыҡ ҡармаҡлай, йорт эштәрендә ярҙамлаша, ҡышын боҙҙа шыуа, саңғыла йөрөй.
Халыҡты матур эштәргә көйләп, дәртләндереп, бынан тиҫтә йыл самаһы элек тыуған ауылында яңы йорт һалдырып төпләнгән Сәлимә Алтынтимер ҡыҙы башта Алаҡайҙың территориаль йәмәғәт үҙидараһы рәйесе, ә хәҙер Скворчиха ауыл биләмәһе башлығы булып эшләй. Баҫҡан ерендә ут сәсрәтер, үҙенә лә, башҡаларға ла ғәҙел, талапсан, һәр кем менән уртаҡ тел таба белгән, һүҙен – һүҙ, эшен эш итер етәксебеҙ бар сағында, башҡараһы ғәмәлдәр, яуланаһы үрҙәр алда әле, тип ышаныслы әйтә алам.
Килен булып төшкән ауылымдың бөгөнгөһөнә шөкөр ҡылып, яҡты киләсәген күҙаллағанда, уның тарихи үткәненә байҡау яһау теләге, ер-һыу атамаһына, ауылдың йөҙөн билдәләгән шәхестәре тормошона күҙ һалыу һәм быйыл Башҡорт тарихы йылы иғлан ителеү менән бер рәттән, һәр яңы башланғыстың йәш быуын, ауылдың киләсәге хаҡына башҡарылыуы ҡулыма ҡәләм алырға этәргес көс биргәндер.
Тарихи мәғлүмәттәргә мөрәжәғәт иткәндә, 1770 – 1822 йылдарҙа тәү башлап Алаҡайға нигеҙ һалыусы булараҡ Юлдашбай Алаҡаев атлы уҙаман телгә алына. Юлдашбайҙың Рамаҙан һәм Ишембай исемле уландары рәсми ҡағыҙға теркәлгән. Алаҡайҙар хәҙерге Ишембай районы һәм ҡалаһының атамаһы боронғо ауылдашыбыҙ Ишембай Алаҡаев исеменә бәйле булыуы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.
Ауылдың ярты быуаттан ашыу хәҙерге урынында төпләнеп китә алмауы хаҡында олатайҙар ошоно һөйләп ҡалдырған.

...Алаҡайҙар борон Гөрләүек йылғаһы буйлап Кәкретирәктән Ташкисеүгә ҡәҙәр ултырған. Батша хөкүмәте тарафынан килешелгән шарттар боҙолоу сәбәпле, улар баш күтәргән. Тик урыҫтарҙың үс алыусы төркөмдәре ауылды әйләнгән һайын яндырып китер булған. Әле лә боронғо өй урынына юлыҡһаң, ярты көрәктәй күмер ҡалдығы осрай.
Ошо рәүешле тыныс холоҡло, тәбиғәт ҡанундары менән бер бөтөн булып йәшәргә күнеккән башҡорттоң аҫаба ерҙәренә “көслөнөкө – замана” алымын йыш ҡулланған батша ғәскәре, ҡул һоноп, ерҙәрен тартып алырға оялмай. Шулай уҡ ата-бабаның Иҙел аръяғында йәйрәп ятҡан көтөүлек ерҙәренә йәйләүгә сығыу ҙа тыйыла.
Һалымдарҙың арттырылыуы менән бер рәттән аҫабалыҡ ер хоҡуғына оятһыҙ рәүештә хыянат ҡылған батша хөкүмәтенә ҡаршы халыҡ ҡораллы ихтилалға күтә­релергә мәжбүр булған. Һөҙөмтәлә ауылдар көл-күмергә әйләндереп яндырыла, ҡорал тоторҙай ир-егеттәр үлтерелә, ә бала-сағаны, ҡатын-ҡыҙҙы урыҫ байҙарына ҡоллоҡҡа таратып бирәләр. Әммә ҡаһарман ата-бабаларыбыҙ, иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡорбан биреп булһа ла, аҫаба ер биләмәләрен күҙ ҡараһылай һаҡларға тырышҡан, бар көсөн һалып яҡлаған.


Һуңғы йөҙ йыллыҡта


Октябрь революцияһынан һуң башҡорт халҡының аҫабалыҡ ер хоҡуғы юҡҡа сығарыла, динебеҙ бөтөрөлә, милли ғөрөф-ғәҙәттәр онотторола. Әгәр ата-бабаларыбыҙ алдап-йолдап талауҙан тороп ҡалған барлы-юҡлы аҫаба ерен, кәмһетелгән динен, ғөрөф-ғәҙәтен, туған телен, милли асылын һаҡлап ҡала алған икән, был уның аяуһыҙ көрәше һәм аҫабалыҡ һөҙөмтәһе булғанына иманым камил.
Ауылдың әлеге урынында һуңғараҡ төпләнеүенең тағы бер етди сәбәбе бар – был ерҙән борон мул һыулы Ағиҙел йылғаһы аҡҡан. Ысынлап та, элекке йылға эргәһендә боронғо йылға ярҙарын да төҫмөрләргә мөмкин. Ярҙар Ҡыятау, Ҡыҙылморон, Ҡабаҡташ атамаһы менән йөрөтөлә. Шулай уҡ ярҙың ҡырҡынды йә һыу йыуған урынында ҡасандыр аҡҡан һыу эҙен балсыҡ менән ҡом ятышында, таштарҙа ҡатып ҡалған ҡабырсаҡ эҙҙәрендә абайларға мөмкин. Кире ҡаҡҡыһыҙ тағы бер дәлил – элекке Иҙелдең иң тәрән сөңгөлөндә ҡалған һыуҙың ҡылы күлдәр хәлендә һаҡланып ҡалыуында ла күренә. Был тоҡон һыулы күлдәр Ереклекүл, Һалабашкүл, Ҡолоҡай, Дөйәсумған, Киндеркүл, Сәскәкүл тип йөрөтөлә. Был йәһәттән исеменә есеме тап килә. Әйтәйек, Сәскәкүлдең тирә-яғы шау сәскә, һыуында томбойоҡтар тирбәлеп үҫә. Һалабаш күлендә ауыл халҡы әле булһа һалабаш һала.
Ҡылы күлдәрҙең тағы береһе Дөйәсумғанға айырым туҡталып үтәм.

1930 йылдар башында Иҫке Ишембай ауылы тирәһендә ҡара алтын ятҡылығы табыла. Ҙур төҙөлөшкә илебеҙҙең төрлө төбәгенән йәш эшсе көстәр килеп тула. Улар араһында дөйәләре менән ҡаҙаҡтар ҙа эшкә ялланған булған.
Кәрим атлы ҡаҙаҡ егете йәмәғәте Ефәк менән Башҡортостанды үҙ итеп төйәкләнеп ҡала. Оҙаҡ йылдар был сибек кәүҙәле ҡаҙаҡ, сыбыртҡыһын һөйрәп, уландары менән ауыл көтөүен көтөп көн күргән.
Башҡорт атһыҙ булмағандай, ҡаҙаҡ дөйәһеҙ булмаҫ. Кәрим дә ап-аҡ ҡына дөйә балалары аҫрай. Күҙ тейеүҙән ҡурҡҡан ҡарт, ҡышын уларҙы мейес артында йәшереп тотҡан. Бер аҙ үҫкәстәр, күл тирәһендә көткән, тик бер дөйәһе күлгә сумып үлә. Шул замандан бирле был урынды Дөйәсумған атамаһы менән йөрөтәләр.
Артабанғы тарихи сығанаҡтарға күҙ һалһаҡ, XVIII быуат аҙағында Алаҡайҙа 44 йортта 270 кешенең йәшәгәне теркәлгән, әле иһә 51 хужалыҡта – 93 кеше.
Ауылдың атамаһына ҡағылышлы ололарҙан ҡалған тағы бер риүәйәт бәйән ителә. Борон аҫаба башҡорт ерҙәре икһеҙ-сикһеҙ булып, Иҙелдең ике яғында ла хәҙерге Федоровка районы сиктәренә ҡәҙәр йәйрәп ятҡан. Күпереп үлән үҫкән һыубаҫар туғайҙарҙа өйөр-өйөр йылҡы малы уртлаған, ҡышын тибендә йөрөгән. Йылҡы өйөрө ҡырағай тарпандар менән ҡушылып, ала аттар ҙа күбәйеп киткән. Ала аттар үҙенең ыҡсым кәүҙәһе, киң күкрәге, йөккә таһыл булыуы, сабышта етеҙлеге менән айырылып торған. Алаҡайҙың атамаһын дөрөҫләгәндәй, әле булһа ала ҡолондар тыуа. Бәлки, ауылдың исеме нәҡ ошо ала аттарға бәйлелер.
Тарихи сығанаҡтарға ҡарағанда, 1812 йылғы француз илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышта ҡатнашҡан һәм 1836 – 1839 йылдарҙағы иҫәп алыуҙа иҫән булған өс Алаҡай ауылы яугире лә тарих битенә инеп ҡалған: Әсләмша (Асламыш) Аҡбулатов, Арыҫланғол Рәжәпов, Кинйәбулат Ҡасҡыновтар. (А.З. Асфандияров, “Любезные вы мои...”, 1992, Уфа, “Китап”).


Коллективлаштырыу осоро


XIX быуаттың 30-сы йылдары аҙағында 193 кешеле 25 йортҡа 220 ат, 172 һыйыр, 56 һарыҡ,117 кәзә, 92 умарта һәм туғыҙ солоҡ тура килгән. Йән башына бишәр бот яҙғы һәм ужым бойҙайы сәселгән. 1921 йылғы Сажиҙә Әбделғәни ҡыҙы Тимерова былай тип һөйләп ҡалдырған: “Беҙ бала саҡта әлеге Мәрйәм Ишкининаның ихата тирәһендә эреле-ваҡлы ҡарағайҙар үҫте. Һәр ҡарағайҙа тиерлек солоҡ булды. Мөхәмәт Ғүмәровтың йөҙҙән артыҡ умартаһы, бер өйөр йылҡы малы булғанын әсәйемдән ишеттем. Атайым Әбделғәни Ғәлләметдин улы ауылда берҙән-бер дарыуҙар кибете тотто. Үҙен “кулак” итеп һөргөнгә оҙатҡас, кибет ябылды.
Ауылдан йыраҡ түгел “Ғәйнетдин йырыны” тигән тәрән соҡорло урын бар.

Граждандар һуғышы осоронда әлеге йырында Ғәйнетдин исемле ат ҡарағы, ҡыуыш ҡороп, йәшеренеп көн күргән. Совет власы еңгәс, Скворчиха урыҫтары, ҡараҡты тотоп, ат ҡойроғона таҡтырып алып киткән.
XIX быуат уртаһында Алаҡайҙа 209 кеше – 28 йортта, 1920 йылда 285 кешенең 62 йортта йәшәгәне теркәлгән.

Тик 1921 йылғы йотлоҡта ауылдың байтаҡ кешеһенең ғүмере ҡыйыла. Ауылдаштар, ҡышҡы туң ерҙе ҡаҙып күмерлек хәле булмағанлыҡтан, үлектәрҙе бер һарай йоратына утын әрҙәнәһе ише өйөп торорға мәжбүр булған.
Был мәхшәр йылда “ҡайҙалыр үлекте баҙҙа тотоп, бешереп ашайҙар икән” йә “бала-саға зым-зыя юғала ла ҡуя” тигән шомло хәбәрҙәр тирә-яҡҡа тарала.
Хәллерәк ауылдаштар, аслыҡтан интеккәндәргә бәрәңге ҡабығы, ҡурмас, кипкән ҡорот менән булһа ла ярҙам итеп, үлемдән алып ҡалырға тырышҡан. 1909 йылғы Факиһа Бәхтиғәни ҡыҙының ҡайһылыр бер апаһының сабыйына һарыҡтың кипкән эс майын имеҙеп иҫән ҡалғанлығын бәйән иткәйне.
Борон Иҙелдең һыуы саф, таҙа һәм балыҡҡа ла бай булған. Алаҡайҙар, яҙғы ташҡын мәлендә күпләп балыҡ ҡармаҡлап, мурҙа һәм ау һалып ҡалырға тырышҡан. Бер олораҡ кешенең өс кәмәһе була. Ул, сөңгөл урындарҙа мурҙа һалып, ҡыуыш ҡороп, ҡарауыллап ятҡан. Сыр-сыу килеп балыҡ тотҡан бала-сағаны: “Сеү әле, шаулап балыҡты ҡурҡытмағыҙ, был минең биләмәм”, – тип ҡыуып ебәргән. Был урынды хәҙер Сеүәле буйы тип йөрөтәләр.


Арғы Алаҡай ҙа хәҙер юҡ


Иҙел буйының уңдырышлы ерҙәрен башҡа яҡтар баҫып алмаһын өсөн, әлеге Салауат ҡалаһы яғына бер нисә ғаилә Иҙел аша сығып ултыра. Рәсми ҡағыҙҙарҙа уны Ҡоҙаҡай ауылы тип белгәндәр. Алаҡайҙар уларҙы ғүмер буйы “арғы Алаҡай”, ә үҙҙәрен “бирге Алаҡай” тип йөрөткән. Арғы Алаҡай хәҙер ер йөҙөндә юҡ инде, урынында ҡатлы-ҡатлы йорттар һәм “Был урында Алаҡай ауылы булды” тигән обелиск ҡына тороп ҡалды.
Йылдың-йылы Ағиҙел йылғаһының үҙәне Салауат ҡалаһы яғына күсә бара. Һыуҙы тотҡарлау өсөн дамбалар менән нығытып ҡуйғандар.

Әйткәндәй, 1990 йылдың 4 майында төндә Иҙел ташып, элекке үҙәненән Алаҡайға ажғырып килеп инде. Кешеләрҙе, малдарҙы тау башына күсерергә мәжбүр булдылар. Әлеге Ишембайҙа етештерелгән “Витязь” техникаһы ярҙам итте. Боҙ өҫтөндә ҡуяндар, ҡоралайҙар һәм башҡа йәнлектәр аҡты. Ауылдың йорт-ҡураһы һәм башҡа ҡаралтыһы ныҡ ҡына зыян күрҙе.
1932–1933 йылдарҙа Алаҡайҙа колхозлаштырыу осоро башлана. Ауылдаштар “Ҡыҙылъяр” колхозына берләшә. Бер нисә йылдан “Ҡыҙылъяр” колхозын Кинйәкәйҙең “Алға” колхозына ҡушалар. Фермала һыйыр, һарыҡ, бер аҙ ат ҡалдырыла, бер өйөр йылҡы малын кинйәкәйҙәр ҡыуып алып ҡайта.
Һуғыш башланғас, ҡалған барлы-юҡлы атты ла яуға оҙаталар. Шулай ҙа “РККА” ҡушаматлы айғыр тыуған колхозына әйләнеп ҡайта. Ололар хәтерләүенсә, һуғыш осоронда колхоз рәйесе булып эшләгән Рафиҡов атлы кеше, 200-300-әр грамм он таратып, күп ғаиләләрҙе аслыҡтан ҡотҡарып ҡалған. Ауылдаштар уны һаман хөрмәтләп иҫкә ала, рәхмәт уҡыйҙар.
Һуғыштан һуң тормош рәтләнә төшә, халыҡ икмәккә туя. Колхоз келәтендәге батмандарҙа он, бал, май, хатта бешкән икмәк тә һаҡланған. Шулай уҡ егәрле ауыл халҡы Көлкә аръяғында гектарлап ҡауын, ҡарбуз үҫтергән. Алынған уңыштың артығын, бесән, һалабаш, талдан үрелгән мурҙа, кәрзин, ситәүкә ише донъя кәрәк-ярағын “Татьян” баҙарына алып барып һатҡандар.
Татьяновка ауылы әле лә бар. Күп осраҡта баҙарҙан көнөнә әйләнеп ҡайтыу мөмкин булмағас, алаҡайҙар “ызнакумда” ҡунып ҡайтыр булған. Иҫән булған ололар теге йәки был “ызнакумының” хәлен һорашып ала.
Алаҡайҙар баҙар юлындағы тауҙы “Урыҫ тауы” тип йөрөтә. Быуаттар дауамында урыҫ менән башҡорт дуҫ, “ызнакум” булып йәшәгән һәм артабан да шулай йәшәр.


Халҡы менән данлы ауылым


Тамырҙары буйлап ҡаһарман олатайҙары ҡаны аҡҡан алаҡайҙар ғүмер буйы илгә, ергә тоғро хеҙмәт итеп, артынан яҡты эҙ ҡалдырып, лайыҡлы йәшәүгә бар көсөн йәлләмәй, тырышып донъя көтә. Йәне-тәне менән эшкә бирелгән хеҙмәт алдынғылары араһында социалистик ярыш алдынғыһы, Банат Батырова премияһы лауреаты, хәҙер инде хаҡлы ялдағы агроном Зилә Әхнәф ҡыҙы менән тормош иптәше Вәфил Мөлөковтарҙы, тракторсылар Рәмил Мырҙағоловты, III дәрәжә Хеҙмәт Даны орденлы Әнүәр Тимеровты, байтаҡ йылдар “Алтай” тракторында эшләгән социалистик ярыш алдынғыһы Ишбулды Ишкининды билдәләп үтеү урынлы булыр.
42 йыл ғүмерен икмәк үҫтереүгә арнаған тракторсы, агроном “Почет Билдәһе” һәм III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары кавалеры, социалистик ярыштар алдынғыһы Рәсүл Нәсим улы Йәһүҙин “Ишембай районы” һәм “Башҡортостандың 100 лайыҡлы шәхесе” энциклопедияларына индерелде.
Заманында “Башҡортостан ҡыҙы” журналының тышлығында баҫылған алдынғы һауынсы, “Өс меңенселәр” бәйгеһе еңеүсеһе, биш бала әсәһе, һигеҙ ейән-ейәнсәрҙең яратҡан өләсәһе Рабиға Мансур ҡыҙы Иҫәнғолова балаларына һәм ауылдаштарына аҡыллы кәңәштәре менән терәк булып йәшәй. Нәҡ ошондай абруйлы кешеләр күрһәтә лә инде ауылдың йөҙөн һәм төҫөн.
Ата-бабалар аманатына тоғролоҡ тотоп йәшәгән халыҡ туған телен, ерен, урман-ҡырҙарын, тыуған төйәген күҙ ҡараһылай һаҡлап ҡалыуҙы һәм киләсәк быуынға теүәл тапшырыуҙы үҙенең мөҡәддәс бурысы итеп һанай.
Тормошта бер нәмә лә осраҡлы түгелдер. Мин дә үҙемдең ырыҫлы ауылға килен булып төшөүемде осраҡлы хәл тип һанамайым. Был донъяла лайыҡлы йәшәүҙе ата-бабанан ҡан аша ҡабул иткән, бар булмышы менән башҡорт рухлы, тарихи хәтерен онотмай, әле лә ошо тура юлдан һис тайпылмай, киләсәккә ҙур өмөт бағлап йәшәгән ауылдаштарым менән ғорурланам һәм уларҙың йәшәйешен һутлы әсә телемдә бәйән итеүем менән бәхетлемен.
Ишембай районы.
Читайте нас