Башҡорт донъяһы
19 Май 2021, 18:20

Ырыуҙарға - юридик статус

"Был грант программаларында ҡатнашыу мөмкинлеге бирәсәк. Әле ошо йүнәлештә эш башланыҡ".

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Иглин районында Ҡобау ырыуы вәкилдәре йыйыны үтте. Уның эшендә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова ҡатнашты һәм сығыш яһаны. Уныңса, башҡорт ырыуҙары хәрәкәте Башҡорт тарихы йылының иң мөһим ваҡиғаһына әйләнде.
"Тарихҡа, шәжәрәләргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу бик ҙур. Әле ундан ашыу ырыу менән осрашыуҙар үтте, уларҙың гимндары, гербтары раҫланды, башлыҡтары һайланды. Яңыраҡ ошо етәкселәр менән осраштыҡ, артабан үҫешеү юлдарын тикшерҙек. Беҙҙеңсә, Мең ырыуы башҡорттары хәрәкәте үрнәге буйынса, йәмәғәт ойошмаһының юридик статусы булырға тейеш. Был грант программаларында ҡатнашыу мөмкинлеге бирәсәк. Әле ошо йүнәлештә эш башланыҡ", – тине Эльвира Айытҡолова.
Шул уҡ ваҡытта, рәйес билдәләүенсә, кеше туған телен, тарихын һаҡлауҙа шәхси яуаплылыҡ тураһында ла онотмаҫҡа тейеш.
"Халыҡтарҙың мәҙәниәтен һәм телен һаҡлау мәсьәләһе ил Президенты контролендә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарихи мираҫты һаҡлауға, Башҡортостан халыҡтарының энтомәҙәни үҫешенә ҙур иғтибар бирә. Тик беҙ шуны аңларға тейеш: һәр беребеҙ - үткән менән киләсәкте бәйләүсе. Үҙеңдең милли һәм тарихи тамырҙарыңды белеү үҙаңды, оҡшашлыҡты нығыта. Беҙ элекке быуындар тәжрибәһенә таянабыҙ, үҙебеҙҙекен балаларыбыҙға тапшырабыҙ. Әгәр кеше йәмғиәттә, тарихта үҙ урынын аңламаһа, киләсәктә бер нәмәгә лә өлгәшергә ынтылмаясаҡ. Туған телебеҙҙе өйрәнеү өсөн ғариза яҙмайбыҙ, уны көнкүрештә аралашыу өсөн генә кәрәк тип уйлайбыҙ икән, туған телдең мәктәп программаһынан юғалыу хәүефе барлыҡҡа киләсәк", – тине Эльвира Айытҡолова.
Съезд барышында йәш милләттәштәребеҙҙең дә осрашыуы матур йолаға әйләнде. Улар өсөн “Тамыр” телеканалы һәм “Аҡбуҙат” журналы махсус программа әҙерләгәйне.
Эльвира Айытҡолова белдереүенсә, башҡорт ырыуҙары йыйындары артабан да дауам итәсәк.
Башҡорт тарихы йылында, ырыуҙар йыйынынан тыш, һәр районда акциялар, төрлө саралар үтә. Кешеләр тыуған яғының үткәне менән ҡыҙыҡһына, уны өйрәнә, Башҡорт википедияһы проектында ҡатнаша, урындағы геройҙарға һәйкәлдәр асыла.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Читайте нас