Бөгөн Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовтың тыуған көнө. Ошо уңайҙан уны ҡайнар ҡотлайбыҙ! Уй-пландарының һәр саҡ тормошҡа ашыуын һәм ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.
Күптән түгел Фәнзил Сыңғыҙов “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһендә түбәндәгеләрҙе яҙҙы:
"Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә бағышланған “Хәтер баҡсаһы” акцияһында ҡатнаштыҡ, был Красноусол ҡасабаһындағы Дан аллеяһына ултыртҡан шыршыларға өҫтәмә булды. Ҡәһәрле һуғыш һәр йортта тиерлек үҙенең эҙен ҡалдырған. Ғафури районынан ғына фронтҡа 13 683 кеше киткән, шуларҙың 6 587-һе яу яланынан әйләнеп ҡайтмаған. Яңы Бурлы ауылы янындағы яңы “Хәтер баҡсаһы”на ғафуриҙар 12 мең үҫенте ултыртты. Акцияла ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт!"
Фото Фәнзил Сыңғыҙовтың “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән.